Кредит

үтескә аҡса биреп тороу

Кредит (лат. creditum — үтес, лат. credere — ышаныу) йәки кредит мөнәсәбәттәре — иҡтисади мөнәсәбәттәр субъекттары араһында ҡиммәттең хәрәкәтенә ҡағылышлы хасил була торған ижтимағи мөнәсәбәттәр[1]. Кредит мөнәсәбәттәре кредиттың төрлө формалары (коммерция кредиты, банк кредиты һ. б.), үтес, лизинг, факторинг һәм башҡалар аша сағылдырыла ала.

Кредиттың башҡа билдәләмәләре[1]:

  • кредитор менән үтес алыусы араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр;
  • ҡиммәттең ҡайтарылмалы хәрәкәте;
  • ҡайтарыу шартында түләү сараларының хәрәкәте;
  • ссуда ҡиммәтенең хәрәкәте;
  • ссуда капиталының хәрәкәте;
  • ресурстарҙы ҡайтарыу шарттарында урынлаштырыу һәм файҙаланыу;
  • буласаҡ аҡсаға алмашҡа хәҙерге аҡсаны биреп тороу һәм башҡалар.

Джонн Милль билдәләүенсә, кредит — ул «бер кешегә икенсе кешенең капиталы менән файҙаланырға рөхсәт итеү»[2].

Кредиттың асылы үҙгәртергә

Ҡиммәт мөнәсәбәттәренең айырым формаһы булараҡ кредит бер иҡтисад субъектының ирекле ҡиммәттәре күпмелер ваҡытҡа ҡайтанан етештереүҙең яңы циклына инмәүе арҡаһында хасил була[3]. Кредит ярҙамында ул уны файҙаланмаған субъекттан (кредиторҙан) өҫтәмә аҡсаға мохтаж икенсе субъектҡа (үтес алыусыға) күсә.

Кредиттың функциялары үҙгәртергә

Кредиттың функциялары: ҡайтанан бүлеү, әйләнештең кредит ҡоралдарын булдырыу; ҡайтанан етештереү һәм дәртләндереү.

Ҡайтанан бүлеү функцияһы ярҙамында ваҡытлыса бушаған ҡиммәттәрҙе ҡабат бүлеү мөмкинлеге тыуа. Был ғәмәлдәр предприятиелар, тармаҡ, дәүләт (милли иҡтисад), донъя хужалығы (донъя иҡтисады) кимәлендә барырға мөмкин. Ҡайтанан бүлеү ҡиммәтте кире ҡайтарыу шартында тормошҡа ашырыла.

Әйләнештең кредит ҡоралдарын булдырыу функцияһы банк системаһы барлыҡҡа килеүгә бәйле. Банктарҙарғы иҫәптәрҙә аҡсаны һаҡлау мөмкинлеге, ҡулаҡсаһыҙ хисаплашыуҙар үҫеше, үҙ-ара йөкләмәләрҙе иҫәпкә алышыу арҡаһында әйләнештең һәм түләүҙең кредит саралары барлыҡҡа килә.

Кредиттың ҡайтанан етештереү функцияһы ике яҡлы: 1) үтес алыусы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген (етештереүҙе) алып барыу өсөн кәрәкле капиталға эйә була, кредит ярҙамында ҡайтанан етештереүҙе дауам итә; 2) кредит ярҙамында төрлө предприятиелар өсөн тауар етештереү шарттарының яҡшылары ла, насарҙары ла (сифат, үҙҡиммәт, хаҡ) ҡайтанан булдырыла.

Кредиттың дәртләндереү функцияһы, етештереүсе субъекттың үҙ аҡсаһы булмаһа ла, уның өсөн производствоһын үҫтереү мөмкинлеге тыуыу менән бәйле. Кредит артабанғы үҫеш өсөн ҡеүәтле этәргес булып тора.

Кредиттың формалары үҙгәртергә

Процент ставкаһы күләменә бәйле ыңғай процент ставкалы, процентһыҙ (процент ставкаһы нулгә тиң) һәм кире процент ставкалы[4] кредиттар була.

Үтескә бирелгән ҡиммәттең әйбер формаһына бәйле кредиттың тауар, аҡса һәм ҡатнаш формаһы була.

Кредиттың әһәмиәте үҙгәртергә

Кредит хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн кәрәкле средстволарҙың үҙ-үҙен көйләүе өсөн бик әһәмиәтле. Кредит ярҙамында предприятиелар теләһә ҡайһы ваҡытта нормаль эште тәьмин итеү өсөн кәрәкле суммаларға эйә була ала.

Кредит предприятиеларҙың әйләнештәге средстволарын тулыландырыу өсөн дә мөһим.

Төп фондтарҙы ҡайтанан тулыландырыу йәһәтенән кредиттың әһәмиәте бик ҙур. Кредит файҙаланып, предприятие производствоны тиҙ арала камиллаштыра, етештереүҙе арттыра ала.

Кредит шулай уҡ банк системаһында ликвидлыҡты көйләү, дәүләт сығымдарын һөҙөмтәле финанслау механизмын булдырыу өсөн дә әһәмиәтле.

Кредит төрҙәре үҙгәртергә

  • Автокредит
  • Акцептлы-рамбурслы кредит
  • Банк кредиты
  • Дәүләт кредиты
  • Үтес (заём)
  • Ипотека кредиты
  • Коммерция кредиты
  • Юридик шәхестәр өсөн кредит
  • Ломбард
  • Банк-ара кредит
  • Халыҡ-ара кредит
  • Микрокредитлау
  • Инвестицион һалым кредиты
  • Ҡулланыусылар өсөн кредит
  • Револьвер ссуда
  • Синдикатланған кредит
  • Экспорт кредиты

Төрлө мәҙәниәттәрҙә үҙгәртергә

Месопотамияла үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта уҡ Месопотамия дәүләттәрендә кредит мөнәсәбәттәре киң таралған булған. Хаммурапи кодексының 117-се статьяһында әйтелеүенсә, кеше бурыс ҡоллоғонда өс йылдан артыҡ була алмаған, шул мөҙҙәт үткәс тә уны иреккә сығарыу зарур булған. 116-сы статьяға ярашлы, әгәр ирекле кешенең кредитор тарафынан бурыс ҡоллоғона алынған улы кредиторҙың йортонда насар мөнәсәбәт арҡаһында вафат булһа, бының өсөн кредиторҙың улын үлемгә дусар итеү мөмкин булған.

Боронғо Мысырҙа үҙгәртергә

Боронғо Мысырҙа уңыш банктары уңыштың үҙен килтереп биргәнгә тиклем банк чиновниктарының уңыш килтерелере тураһындағы яҙмалары нигеҙендә үҫешкән[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Деньги, кредит, банки: Учебник / Под ред. О. И. Лаврушина. — М.: Финансы и статистика, 2000. — 464 с.
  2. Атлас З. В. Деньги и кредит (при капитализме и в СССР). М., 1930. С. 203.
  3. Кредит и кредитный рынок // Финансы и кредит: Учебник / Под ред. проф. М. В. Романовского, проф. Г. Н. Белоглазовой. — М.: Высшее образование, 2006. — С. 324—355. — ISBN 5-9692-0039-5.
  4. Л.
  5. Глин Дэвис.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Деньги, кредит, банки: Учебник / Под ред. О. И. Лаврушина. — М.: Финансы и статистика, 2000. — 464 с.
  • Финансы и кредит: Учебник / Под ред. проф. М. В. Романовского, проф. Г. Н. Белоглазовой. — М.: Высшее образование, 2006. — ISBN 5-9692-0039-5.