Салауатстрой
«Салауатстрой» тресы — Салауат ҡалаһын һәм Салауат ҡалаһындағы төп предприятиеләрҙе төҙөүсе төҙөлөш ойошмаһы.
Салауатстрой | |
Нигеҙләү датаһы | 1948 |
---|---|
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Предприятиенең штаб-фатиры Салауат ҡалаһының Ленин урамындағы 3-сө йортта урынлашҡан[1].
Тарихы
үҙгәртергә«Салауатстрой» тресы 1948 йылда ойошторола. Салауатты беренсе төҙөүселәр треста эшләй[2].
Трест эшләү дәүерендә Салауат ҡалаһы төҙөлә, шулай уҡ «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, оптик-механик завод, «Салауатбыяла», «Салауатнефтемаш», «Гидромаш» заводы, Салауат ТЭЦ-ы, Мәләүез шәкәр һәм химия заводы, «Ароматика» производствоһы (Өфө), Ишембай нефть эшкәртеү ҡорамалдары һәм ауыр машиналар эшләү заводы һәм башҡа предприятиеләр экплаутацияға индерелә.
Шулай уҡ трест 8000 мең квадрат метр торлаҡ, 28 мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы, 27 мәктәп, 12 клуб, кинотеатр, мәҙәниәт һарайы, 2 стадион, 4 шифахана-профилакторий, 5 поликлиника төҙөй.
Трест СУ-1, Су-2, СУ-3, СУ-6 төҙөлөш-монтаж идаралыҡтарына[3], механизацияланған эштәр идаралыҡтарына (УМР) бүленә.
Тәүҙә трест бинаһы Пушкин урамында урынлашҡан була. 1960 йылда — Ленин урамында. Тресҡа буйһонған төҙөлөш идаралыҡтары ҡаланың сәнәғәт зонаһында урынлашҡан.
Треста Салауат ҡалаһының мэры Бухарметов Р.[4], Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы эшләгән.
1959 йылдан башлап треста үҙенең «Салаватский строитель» гәзите сыға[5].
Етәкселеге тариы
үҙгәртергә- 1949—1950 йылдарҙа — Владимир Дмитриевич Меркурьев
- 1951—1955 йылдарҙа — Василенко Георгий Васильевич
- 1955—1960 йылдарҙа — Сергей Александрович Пономарев
- 1960—1967 йылдарҙа. — Василий Андреевич Марушкин
- 1967—1971 йылдарҙа — Лев Григорьевич Альтерман
- 1971—1977 йылдарҙа — Громаков Владимир Яковлевич, артабан «Главбашстрой» начальнигы
- 1977—1978 йылдарҙа — Вадим Леонидович Попов
- 1978—1987 йылдарҙа — Усманов Миңлерәис Мәрүән улы, аҙаҡ Главбашстрой начальнигы, БАССР министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары була
- 1987—1991 һәм 1994—1996 йылдарҙа — Борис Анатольевич Небогатов
- 1992—1994 йылдарҙа — Геннадий Леонидович Расторгуев
- 1996—2005 йылдарҙа — Михаил Михайлович Никишенков
- 2005—2008 йылдарҙа — Хатип Алсынбаев
- 2008 йылдан 2010 йылға тиклем — Сергей Ғилметдин улы
- 2010 йылдан -хәҙерге ваҡытҡа тиклем — Сәлимов Әхтәм Миңлеғәлим улы
Милекселәре һәм етәкселеге
үҙгәртергәОҙаҡ ваҡыт Марушкин Василий Андреевич «Салауатстрой» тресы идарасыһы була. Был ваҡытта трест сәнәғәт объекттары һәм торлаҡ төҙөй. Ҡалала тәүге туғыҙ ҡатлы йорттар ошо трест тарафынан Марушкин етәкселеге аҫтында төҙөлә. Марушкинды аҙаҡ СССР химия сәнәғәте министры урынбаҫары итеп күсерәләр. Унан һуң Водолаженко етәкселегендә «Ишембайжилстрой» тресы барлыҡҡа килә. Трест Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа торлаҡ төҙөй. «Салауатстрой» тресы тулыһынса сәнәғәт объекттары төҙөлөшөнә күсә.
1995 йылда трест акциялаштырыла. Артабан предприятие, уның активтары бүленеше буйынса талаш-тартыш менән, «Салауатстрой» тресы асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Салауатстрой тресы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бүленә.
Предприятие продукцияһы
үҙгәртергәҠала урамындағы бөтә йорттар. 28 балалар баҡсаһы, 26 мәктәп, 12 кинотеатр һәм мәҙәниәт һарайы, 2 стадион, 4 шифахана-профилакторий, 900 мең м² торлаҡ (1948—2005)[6]. Салауат, Туймазы (металлолом эшкәртеү заводы) Ишембай ҡалаларындағы сәнәғәт объекттары,
Һуңғы төҙөлгән эре объект — «Салауат» спорт-концерт комплексы — Салауат ҡалаһындағы Боҙ Һарайы.
Социаль сфера
үҙгәртергә«Салауатстрой» тресының үҙенең клубы «Строитель»[7](һүтелгән), заманса «Строитель» мәҙәниәт йорто[8], медсанчасть, поликлиника, балалар һауыҡтырыу лагеры, туристик база, санаторий-профилакторий.
Предприятиеның перспективаһы
үҙгәртергәПредприятие банкротлыҡ һәм предприятие активтарын һата һалып бөтөрөү стадияһында. Трестың Ленин урамындағы бинаһы шәхси фирмаларға һәм банкка ҡуртымға бирелгән . Бөлгөнлөккә төшкән «Салауатстрой» тресы 10,5 млн һум бурысҡа батҡан һәм ул 570 кешене эшһеҙ ҡалдырҙы[9]
Трестың иҡтисади ҡыйынлыҡтары сәбәбе — конкуренция һәм торлаҡты ҡала халҡына һатыу ҡыйынлығы.
Наградалары
үҙгәртергә- Унынсы биш йыллыҡ бурыстарын үтәгәндә өлгәшкән уңыштары өсөн трест 1981 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. .
- БАССР төҙөлөүенең 50-йыллығы хөрмәтенә — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм БАССР министрҙар Советының иҫтәлекле Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә.
- КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР министрҙар Советының Ҡыҙыл байрағы — 9 тапҡыр.
- РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы — 2 тапҡыр.
- Трестың 315 хеҙмәткәре төрлө ваҡытта илдең ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Киреев Н. М. Мы построили город в степи. Уфа, 1998. Башкирское книжное издательство «Китап», тир. 1500 экз. ISBN 5-295-02628-0
- Попов В. Л. По долгу совести. Казань, 2012, ОАО «ТАТМЕДИА» «Идел-Пресс».
- Газета Выбор № 116—117 (10042-10043) от 7.08.2015г. Статья «Он был рождён, чтобы строить город».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Здание Треста Салаватстрой
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/3906/jane6666.12/0_34ab2_bdbe8587_orig Первые строители Салавата
- ↑ Информационно-рекламная газета «Деловой мир» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ В Салавате новый руководитель городской администрации — События — Новости — Город Салават — Salavat City (недоступная ссылка)
- ↑ Газета «Салаватский строитель»
- ↑ Газеты Выбор
- ↑ Клуб строителей в Салавате
- ↑ г. Салават :: Культура г. Салават- salavateg.narod.ru
- ↑ В Салавате бывший и. о. замглавы города уволил 50 руководителей | Записки по Уфе