Кирәй Мәргән

яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе.

Кирәй Мәргән (тулы исеме — Кирәев (Кирәйев) Әхнәф Нурый (Нурмөхәмәт) улы; 28 июнь 1912 йыл — 24 ғинуар 1984 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). 1941 йылдан — КПСС һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Кирәй Мәргән
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 28 июнь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыйғаҙытамаҡ, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 ғинуар 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө драматург
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт ғилеме
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Академия общественных наук при ЦК КПСС[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Кирәев Әхнәф Нурый улы 1912 йылдың 28 июнендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе[1] Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуған (). Атаһы — билдәле башҡорт сәсәне Нурмөхәмәт Йомрани.

Урта белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң, бер йыл Тәтешле районының Аҡсәйет ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып, унан һуң район гәзитендә эшләгән. 1932 йылда комсомол юлламаһы буйынса Өфөгә моторҙар эшләү заводын (хәҙерге УМПО) төҙөүгә ебәрелә, унда ташсы, бригадир булып эшләй.

1934 йылда Кирәй Мәргән «Ленинец» республика йәштәр гәзите редакцияһына саҡырыла (хәҙерге «Йәшлек» гәзите). Унан һуң «Октябрь» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр була (хәҙерге «Ағиҙел» журналы), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор була[2].

1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

Һуғыш ваҡытында «Комсомольская правда» гәзите корреспонденты була, 1942—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алына.

1946—1964 йылдарҙа ғилми хеҙмәткәр, СССР-ҙың Фәндәр академияһы Башҡорт филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бүлек мөдире була.

1951—1954 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый һәм «Совет әҙәбиәтендә төҙөлөш һәм йөкмәтке берҙәмлеге проблемаһы» тигән темаға «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1965—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире була.

Кирәй Мәргән 1984 йылдың 24 ғинуарында Өфөлә үлеп ҡала. Мосолман зыяратында ерләнгән.

1930 йылдан баҫыла башлай, 1932 йылдан «Удар төҙөлөш», «Ленинец», «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзиттәрендә сыға башлай.

1938 йылда тәүге «Бүләгем» исемле хикәйәләр йыйынтығы, унан һуң «Ҡабалан кеше» (1940), «Эзләнеү» (1939) хикәйәләре, «Ҡариҙел» (1949) повесы баҫтырыла.

Шулай уҡ «Нарыштау итәгендә» (1951), «Бөркөт ҡанаты» (1981—1985) романдарын яҙған.

«Башҡорттар» (1943) хикәйәләр һәм очерктар йыйынтығын, «Һуғыш фольклоры» (1944) китабын, «Бер ғаиләлә» (1942), «Ҡала иртәhе» (1950) пьесаларын, Шомбай тураһындағы әкиәт сюжетын ҡулланып, «Шомбай» комедияһын, Мифтахетдин Аҡмулла тураһындағы «Өҙөлгән моң» (1966) драмаһы һәм башҡаларҙы яҙа. «Башҡорт халыҡ ижады», 5 томлыҡ «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә», «РСФСР халыҡтары фольклоры» һәм башҡа йыйынтыҡтар редколлегияһына инә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 45-46 с. ISBN 5-295-02294-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар