Юрматы (Фёдоровка районы)

Юрматы (рус. Юрматы) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. Пугачев ауыл советына ҡарай.

Ауыл
Юрматы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Фёдоровка районы

Координаталар

52°58′56″ с. ш. 55°34′24″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 254 845 001

ОКТМО коды

80 654 445 101

ГКГН номеры

0524654

Юрматы (Рәсәй)
Юрматы
Юрматы
Юрматы (Фёдоровка районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юрматы

Юрматы ауылы 1834 йылғы VIII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алдынан барлыҡҡа килә һәм Яңы Юрматы тип атала. Ауылда Юрматы улусының (хәҙерге Ишембай районы) төрлө ауылдарынан (Буранғол, Этҡол, Аҙнағол) килеп төпләнгән башҡорттар йәшәй. Ауылға нигеҙҙе йөҙ башы Бикйән Ялсин етәкселегендәге аҫаба башҡорттар (9 ғаилә) һала. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ауылдағы 16 ихатала 99 кеше йәшәүе теркәлә[1].

1859 йылда 70 ихатала 240 ир-егет һәм 224 ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән 77 аҫаба башҡорт һәм Ҡарағош ауылынан 163 мишәр-припущенник йәшәй. 1842 йылда 99 башҡортҡа 152 бот ужым игене, 424 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. Улар 108 йылҡы малы, 79 һыйыр малы, 28 баш һарыҡ, 3 кәзә аҫырай[2].

1897 йылда ауылда 842 кешенең даими йәшәүе билдәләнә. 1919 йылдың 10 июлендә 20-се Пенза уҡсылар дивизияһының политбүлеге инициативаһы буйынса Юрматы ауылында Юрматы ауыл советы ойошторола. 1930 йылдың декабрь айы аҙағында Юрматы, Хитровский, Логиновский, Веровский , Ивановский, Французовский ауыл советтары Пугачев ауыл советына берләштерелә, үҙәге — Веровка ауылы. 1964 йылдан Пугачев ауыл советы үҙәге Юрматы ауылына күсерелә.

Ауылда урта мәктәп, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Юрматы ауыл Мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, башҡорттар 30, татарҙар 64 % тәшкил итә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1834 йыл 99
1859 йыл 464 240 224
1897 йыл 842
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 748
2010 йыл 14 октябрь 749 353 396 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ (урамы) — (рус. Дружбы (улица))
  • Тыныслыҡ (урамы) — (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр (урамы) — (рус. Молодежная (улица))
  • Беренсе Май (урамы) — (рус. Первомайская (улица))
  • Салават Юлаев (урамы) — (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Дала (урамы) — (рус. Степная (улица))
  • ??? (урамы) — (рус. Уляй (улица))[3]

Географик урыны

үҙгәртергә
Файл:Бикйән Ялсин.jpg
Башҡорт-мишәр ғәскәренең йөҙ башы Бикйән Ялсинға һәйкәл.

Күренекле кешеләре

үҙгәртергә

Ауыл биләмәһенең атҡаҙанған шәхестәре

  • Ҡолошева Роза Мәхмүт ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
  • Вәлитов Рәфҡәт Шафиҡ улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы работнигы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгән шәхестәр

  • Вәлитов Наил Хәмзә улы — 3-сө дәрәжә «Хеҙмәт даны» ордены.
  • Шабанова Хаят Хәмзә ҡыҙы — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
  • Тимербулатов Мөнир Шәкүр улы — «Хеҙмәт айырымлығы өсөн» миҙалы.

2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 749 кеше[4]. Почта индексы — 453289, ОКАТО коды — 80254845001.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  • Юрматы ағастары[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә