Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы

совет, Рәсәй ғалимы, уйлап табыусы

Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы (24 ғинуар 1948 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).

Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Байғужа, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Новосибирск дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
"СССР-ҙың уйлап табыусыһы" күкрәк билдәһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәлғәт Ғәле улы Үмәрғәлин 1948 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Байғужа ауылында тыуған[2].

  • 1964 — мәктәп
  • 1968 — Салауат индустриаль техникумы;
  • 1976 — Новосибирск дәүләт университеты.
  • 1968—1978 — аппаратсы, смена начальнигы, Салауат нефть-химия комбинатында инженер-математик;
  • 1978 — Өфө нефть институты : кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, уҡытыусы, доцент, профессор, «Химик кибернетика» кафедраһы мөдире.

Математик моделләү һәм химик-технологик процестарҙы оптимилләштереү өлкәһендә белгес. Уйлап табыуҙарына 30-ҙан ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патентына эйә. 200-гә яҡын баҫма эш авторы[3]..

Библиография

үҙгәртергә
  • Умергалин, Талгат Галеевич. Неадиабатический совмещенный процесс конденсации и испарения углеводородной смеси : автореферат дис. … доктора технических наук : 05.17.07;05.17.08 / Уфимский гос. нефтяной техн. ун-т. — Уфа, 1995. — 48 с.
  • Умергалин, Талгат Галеевич. Основы вычислительной математики. Теория. Алгоритмы. Примеры : Учеб. пособие / Т. Г. Умергалин; Уфим. нефт. ин-т. — Уфа : УНИ, 1988. — 78 с. : ил.; 21 см.
  • Умергалин, Талгат Галеевич. Математическое моделирование основных химико-технологических процессов : Учеб. пособие / Т. Г. Умергалин; Уфим. гос. нефтяной техн. ун-т. — Уфа : Уфим. гос. нефтяной техн. ун-т, 2001 — 20 см.
  • Методы расчетов основного оборудования нефтепереработки и нефтехимии: Учеб. пособие/ Т. Г. Умергалин, Ф. М. Галиаскаров. 236 с. Уфа: Изд-во «Нефтегазовое дело», 2007
  • Умергалин, Талгат Галеевич. Процесс совмещенной многоступенчатой конденсации и испарения смеси / Т. Г. Умергалин. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991. — 150 с. : ил.; 21 см.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә