Матрай районы
БАССР-ҙың Матрай районы 1937 йылдың 20 мартында барлыҡҡа килә. 1956 йылдың июлендә бөтөрөлә.
Ил | |
---|---|
Статус | |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә |
11 ауыл советы (1937), 10 ауыл советы (1952) |
Административ үҙәк |
Матрай ауылы (1937 йылда),Юлдыбай ауылы (1938 йылдан) |
Барлыҡҡа килеүе | |
Майҙаны |
2 041 км² |
Ваҡыт бүлкәте | |
Район үҙәге тәүҙә Матрай ауылында була, ә 1938 йылдан —Юлдыбай ауылында[1].
Матрай районының 11 ауыл советында 71 ауыл була, халыҡ иҫәбе 13 меңгә яҡын кеше тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында» 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары[3] нигеҙендә Башҡортостанда 6 яңы район ойошторола: Байҡыбаш, Воскресенск, Ҡандра, Ишембай, Матрай, Покровка[4].
1940 йылда Матрай районы составына Әбделнасир, Алгазин, Вәлит, Воскресенск, Ҡәнзәфәр, Ҡашҡар, Матрай, Яңы Петровский, Сабыр, Сидоровка, Юлдыбай[5] ауыл советтары инә.
1952 йылдың ғинуар башында Матрай районы территорияһында 2041 квадрат километр майҙанда 10 ауыл советы урынлашҡан була.
1952-53 йылдарҙа БАССР территорияһын Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәләренә бүлгәндә Йылайыр районы биләмәһе Матрай районы составына инә.
1956 йылдың июлендә райондар эреләтелгәндә 7 район бөтөрөлә: Абзан, Байҡыбаш, Боҙаяҙ, Воскресенск, Ҡандра, Матрай, Оло Тәләк.
Матрай районын бөтөргәс, уның биш ауыл советы Йылайыр районына инә: Үрге Ғәле, Воскресенск, Ҡәнзәфәр, Һабыр, Юлдыбай. 1963 йылдың ғинуарынан Йылайыр районы составында булған элекке Матрай районы ерҙәре Хәйбулла районы составына ҡушыла. 1965 йылдың ноябрь айында Йылайыр районы хәҙерге сиктәрендә ҡабат ойошторола.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление ВЦИК от 10.07.1938 "О внесении дополнений в постановление Президиума ВЦИК от 20 марта 1937 г.
- ↑ Юлдыбай: древнее село увеличивается, обновляется и хорошеет год от года 2014 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ Melgrosh Politics(недоступная ссылка)
- ↑ История административно-территориального деления — Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан 2010 йыл 1 сентябрь архивланған.
- ↑ «Сельские огни»(недоступная ссылка)