Чернобыль АЭС-ы
В. И. Ленин исемендәге Чернобыль атом электр станцияһы, ЧАЭС — 1986 йылдың 26 апрелендәге билдәле авария арҡаһында эшләүҙән туҡтатылған атом электр станцияһы.
В. И. Ленин исемендәге Чернобыль АЭС-ы | |
Ил | |
---|---|
Урынлашҡан | |
Төҙөлә башлағын йыл |
май 1970 йыл |
Эксплуатацияға башланған йылы | |
Эксплуатация туҡталған йыл | |
Эксплуатациялаусы ойошма |
«Чернобыль АЭС-ы» ДМП |
Төп характеристикалар | |
Электр ҡеүәте |
0 (4000 МВт 1986 йылға тиклем, 3000 МВт 1986 йылдан һуң) |
Ҡорамалдар характеристикаһы | |
Төп яғыулыҡ |
U 235 |
Энергоблоктар һаны |
6 (3 ябылған, 1 авариялы, 2 төҙөлөп бөтмәгән) |
Төҙөлөүсе энергоблоктар |
0 |
Реакторҙар тибы |
РБМК-1000 |
Эксплуатациялағы реакторҙар |
0 |
Прочая информация | |
Сайт | |
Картала | |
Категория Викиһаҡлағыста |
Хәҙерге рәсми атамаһы — Черно́быль атом электр станцияһы махсуслаштырылған дәүләт предприятиеһы (Чернобыль АЭС-ы ДМП). Станция Экология министрлығы буйһоноуында тора.
Әлеге ваҡытта станцияны ғәмәлдән сығарыу һәм һәләкәт булған 4-се энергия блогы өҫтөндә яңы саркофаг ҡороу этабы бара. Яңы саркофагты ҡороу проектын 2020 йылдың 30 ноябренә тамамлау планлаштырылған. 2022 йылдың 24 февраленән -апрелдең башына тиклем РФ-һы Махсүс хәрби операцияһын үткәргәндә ЧАЭС-һы Рәсәй Ҡораллы көстәренең контролендә торҙо.[1]
Географик урыны
үҙгәртергәЧернобыль АЭС-ы Украинаның төньяғында, Беларусь Республикаһы менән аралағы сиктән 11 километр алыҫлыҡта, белорус-украин Полесьеһының көнсығышында, Днепрға ҡойған Припять йылғаһы буйында урынлашҡан.
АЭС-тың өс километрлы санитар-һаҡ зонаһынан көнбайышта түбәндәгеләр бар:
Станцияның тасуирламаһы
үҙгәртергәЧАЭС-тың беренсе сираты (РБМК-1000 реакторҙары ҡуйылған беренсе һәм икенсе энергоблоктар) 1970—1977 йылдарҙа төҙөлгән, икенсе сираты (шундай уҡ реакторлы өсөнсө һәм дүртенсе энергоблоктар) ошо уҡ майҙансыҡта 1983 йыл аҙағына төҙөлә. 1981 йылда беренсе—икенсе сираттар майҙанынан 1,5 километрҙа өсөнсө сиратты — ошондай уҡ реакторлы бишенсе һәм алтынсы энергоблоктарҙы һалыу башлана, ләкин дүртенсе энергоблоктағы һәләкәттән һуң төҙөлөш туҡтатыла.
АЭС торған майҙандан көньяҡ-көнсығышта тәүге дүрт энергоблоктың турбиналары конденсаторҙарын һәм башҡа йылылыҡ алмашҡыстарын һыуытыу өсөн Припять йылғаһы кимәленән 7 метрға өҫтәрәк өҫкө йөҙө 22 км² майҙанлы быуа эшләнә.
ЧАЭС-тың проектта ҡаралған энергия эшләп сығарыу ҡеүәте 6000 МВт тәшкил итә, 1986 йылдың апреленә РБМК-1000 реакторлы дүрт энергоблок эшләп тора, уларҙың дөйөм энергия эшләп сығарыу ҡеүәте 4000 МВт була. Авария булған мәлгә Чернобыль АЭС-ы, Ленинград һәм Курск АЭС-тарын да иҫәпкә алғанда, СССР-ҙа иң ҡеүәтлеһе була (МАГАТЭ мәғлүмәттәре буйынса, Курск АЭС-ының дүртенсе энергоблогы 1986 йылдың февралендә тоҡандырыла һәм ул проект ҡеүәтенә саҡ сыға башлаған була).
2000 йылдың 15 декабрендә, 23 йыл һәм бер көн эксплуатациялағандан һуң, станция энергия эшләп сығарыуҙы туҡтата.
Тарихы
үҙгәртергәСССР Министрҙар Советының 1966 йылдың 29 июнендә сыҡҡан Ҡарары менән 1966—1977 йылдарҙа атом станцияларын файҙаланыуға тапшырыу планы раҫлана. Уға ярашлы, 11 900 мегаватлыҡ, шул иҫәптән РБМК реакторҙары ҡуйылған 8 000 мегаватлыҡ энергетика ҡеүәттәрен эшкә ҡушыу планлаштырыла. Атом электр станцияларының береһе Үҙәк энергетика районында — Көньяҡтың Берләшкән энергетика системаһындағы (БЭС) иң ҙур төбәктә — электр энергияһына ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә тейеш була. Украинала беренсе атом электр станцияһының беренсе энергоблогын — 1974 йылда, икенсеһен 1975 йылда файҙаланыуға индереү планлаштырыла.
Төҙөлөш һәм файҙаланыу
үҙгәртергәМайҙансыҡ һайлау
үҙгәртергәАтом электр станцияһын урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ эҙләп, 1965—1966 йылдарҙа «Теплоэлектропроект» проект институтының Киев бүлексәһе тарафынан Киев, Винница һәм Житомир өлкәләрендә 16 нөктә тикшерелә.
Припять йылғаһының уң ярында, Чернобыль районының Копачи ауылынан 4 километр алыҫлыҡта, Чернобыль ҡалаһынан 15 километрҙа, Чернигов — Овруч тимер юлының Янов станцияһы эргәһендә яраҡлы майҙансыҡ табыла.
Был майҙансыҡ Дәүләт комиссияһы тарафынан тәҡдим ителә һәм Украина Компартияһының Киев Өлкә Комитеты, Киев өлкә Советы башҡарма комитеты, УССР-ҙың Энергетика һәм электрификация министрлығы һәм мәнфәғәте булған башҡа ойошмалар менән яраштырыла. 1967 йылдың 18 ғинуарында УССР Госпланы коллегияһы АЭС-ты Киев өлкәһенең Копачи ауылы эргәһендә урынлаштырырға тәҡдим итә, буласаҡ станцияға Чернобыль атамаһы бирелә. 1967 йылдың 2 февралендә КПСС ҮК һәм СССР Министрҙар Советы Ҡарары менән УССР Госпланының АЭС-ты Киев өлкәһенең Копачи ауылы эргәһендә урынлаштырыу тураһындағы тәҡдиме раҫлана.
Энергетика ҡоролмаһы тибын һайлау
үҙгәртергә2000 МВт ҡеүәтле Чернобыль АЭС-ы төҙөлөшө проекты «Теплоэлектропроект» институтының Урал бүлексәһе тарафынан төҙөлә. СССР Энергетика министрлығы 1967 йылдың 29 сентябрендә раҫлаған проект өс төрлө реактор өсөн төҙөлә:
- графит-һыу РБМК-1000 реакторы;
- графит-газ РК-1000 реакторы;
- һыу-һыу ВВЭР реакторы.
СССР-ҙың Энергетика һәм электрификация министрлығы менән Уртаса машиналар эшләү министрлығының 1969 йылдың 19 июнендә сыҡҡан һәм 1970 йылдың 14 декабрендә СССР Министрҙар Советы тарафынан раҫланған берлектәге Ҡарары менән проектта РБМК-1000 (Реактор Большой Мощности Канальный мощностью 1000 МВт) реакторын ҡулланыу раҫлана.
СССР Минэнергоһының 1970 йылдың 30 мартындағы бойороғо менән Чернобыль АЭС-ын артабан проектлау «Гидропроект» институтына йөкмәтелә. ЧАЭС-тың беренсе сиратының реактор бүлексәһе проекты субподрядсы — СССР Уртаса машиналар эшләү министрлығының ВНИПИЭТ институты тарафынан башҡарыла.
Төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу
үҙгәртергәРБМК-1000 проектының ғилми етәксеһе итеп — Курчатов исемендәге Атом энергияһы институты (АЭИ), ә баш конструкторы итеп СССР Уртаса машиналар эшләү министрлығының Энерготехника ғилми-тикшеренеү һәм конструкторлыҡ институты (ЭҒТКИ) тәғәйенләнә. КПСС ҮК һәм СССР Министрҙар Советының 1969 йыл 28 май Ҡарары менән Чернобыль АЭС-ының тәү сираттағы объекттары төҙөлөшөнә смета-финанс хисапламаһы раҫлана. Электр станцияһын төҙөү Кременчуггэсстрой коллективына йөкмәтелә. Станция һәм юлдаш ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы итеп Кизима В. Т., баш инженеры итеп Луков И. П. тәғәйенләнә. СССР энергетика һәм электрификация министрының 1969 йыл 17 декабрь бойороғо менән 1970 йылдың 1 ғинуарында Чернобыль АЭС-ы дирекцияһы ойошторола. 1970 йылдың апрелендә В. И. Ленин исемендәге Чернобыль АЭС-ы директоры итеп Брюханов В. П. тәғәйенләнә, ул төҙөлөшкә һәм станцияға 1986 йылдың апреленә тиклем етәкселек итә.
1970 йылдың 4 февралендә буласаҡ энергетиктар ҡалаһы — Припять төҙөлә башлай. 1970 йылдың майында ЧАЭС-тың 1-се энергоблогының нигеҙ урыны билдәләнә, 1971 йылдың июлендә Чернобыль подстанцияһының 110 кВ электр тапшырыу линияһы төҙөлөп бөтә, ә шул уҡ йылдың 7 декабренә Чернобыль АЭС-ы объекттарын ҡабул итеү буйынса даими комиссия ойошторола. 1972 йылдың 15 авгусында, Төҙөүселәр көнөндә, көндөҙгө 11 сәғәттә тантаналы шарттарҙа станцияның беренсе сиратының төп корпусы нигеҙе һалына башлай.
КПСС ҮК һәм СССР Министрҙар Советының 1972 йылдың 15 авгусындағы № 648-200 ҡарары менән 1976—1981 йылдарҙа ЧАЭС-тың икенсе сиратын төҙөү планлаштырыла. Уның техник проекты Министрҙар Советының 1975 йылдың 1 декабрендәге № 2638Р ҡарары менән раҫлана.
1981 йылда өсөнсө сиратҡа ингән бишенсе энергоблокты төҙөү-ҡороу эштәре башлана. Уны 1986 йыл аҙағында эшләтеп ебәреү планлаштырыла[2]. Яңы сират объекттарын проектлаусылар — Мәскәү "Гидропроект"ы (1986 йылға тиклем) һәм Харьков "Атомэнергопроект"ы (1986 йылдан һуң).
Энергоблоктарҙы эшкә ҡушыу
үҙгәртергә1975 йылдың 16 майында ЧАЭС директоры приказы менән 1-се энергоблокты файҙаланыуға тапшырыу буйынса комиссия төҙөлә.
1977 йылдың май башында ЧАЭС-тың монтажсылар, төҙөүселәр, көйләүселәр һәм эксплуатациялау персоналы 1-се энергоблокты эшләтеү-көйләү эштәренә тотона. 1977 йылдың 14 декабрендә ЧАЭС-тың беренсе энергоблогын ҡабул итеү тураһында актҡа ҡул ҡуйыла. 1978 йылдың 24 майында беренсе энергоблок 1 000 МВт ҡеүәтенә сығарыла.
1978 йылдың 16 ноябрендә икенсе блокты эшкә ҡушыу башлана. 1979 йылдың 10 ғинуарында икенсе энергоблокты ҡабул итеү тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла. Ошо уҡ йылдың 28 майына 2-се энергоблок проектта ҡаралған 1 000 МВт ҡеүәтенә сыға. 1979 йылдың 5 октябрендә Чернобыль АЭС-ының ике энергоблоктан торған беренсе сираты 2 000 МВт номиналь ҡеүәт кимәленә сыға. ЧАЭС-тың беренсе энергоблогын үҙләштереүгә — 8 ай, икенсеһенә 5 ай ваҡыт китә.
1980 йылдың 21 октябрендә 750 кВ-лыҡ ЛЭП көсөргәнеш аҫтына ҡуйыла.
1981 йылдың 3 декабрендә өсөнсө энергоблок эшләй башлай.
1982 йылдың 9 июненә ул 1 000 МВт күләмендәге проект ҡеүәтенә сыға.
1983 йылдың 25 ноябрендә 4-се энергоблоктың реакторына тәүге ТВС һалына, ә 21 декабрҙә 7-се турбогенератор селтәргә тоташтырыла. 1984 йылдың 28 мартында 4-се энергоблок 1 000 МВт проект ҡеүәтенә сыға.
1984 йылдың 21 авгусында Чернобыль АЭС-ында тәүге 100 миллиард кВт·сәғ. электр энергияһы етештерелә.
Авариялар
үҙгәртергә1982 йылдың 9 сентябрендә планлы ремонттан һуң 1-се энергоблок реакторын эшләтеп ҡараған саҡта, 62-44-се технологик каналының йылылыҡ сығарыу сборкаһы зыянлана. Һөҙөмтәлә актив зонаның графит түшәмәһе боҙола, ватылған йылылыҡ сығарыу сборкаһынан радиоактив матдәләр реакторҙан ситкә һарҡыла.
Авариянан һуң ремонт эштәре 3 ай буйы бара. Артабан бындай инциденттарҙы булдырмау саралары күрелә.
1986 йылдың 26 апрелендә 1:23:47 (башҡа сығанаҡтар буйынса, 1:23:45) сәғәттә 4-се энергоблоктағы 8-се турбогенераторға проект һынауы үткәргәндә шартлау була, ул реакторҙы тулыһынса емерә. Энергоблок бинаһы, машина залының ҡыйығы ла зыянлана. Төрлө биналарҙа һәм ҡыйыҡта, бөтәһе 30-ҙан ашыу урында, янғын башлана. 26 апрелдә сәғәт 5-кә янғын һүндерелә[3].
26 апрелдә 20 сәғәттә 4-се блоктың үҙәк залының төрлө мөйөшөндә тағы янғындар башлана. Уны вертолет техникаһы менән һүндерәләр.
Авария һөҙөмтәһендә тирә-яҡ мөхиткә 14·1018 Бк ташланты сыға, ул сама менән 380 миллион кюри радиоактив матдәнан тора, уның составында уран, плутоний, иод-131, цезий-134, цезий-137, стронций-90 изотоптары була .
4-се энергоблоктағы шартлау ваҡытында бер кеше һәләк була, йәрәхәттәрҙән тағы бер кеше мәрхүм була. 27 апрелдә зыян күргән 104 кеше Мәскәүҙең 6-сы дауаханаһына оҙатыла. Артабан 134 кешелә (ЧАЭС хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу командалары ағзалары) нур ауырыуы башлана, уларҙың 28-е бер нисә ай эсендә вафат була.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн СССР Министрҙар Советы бойороғо менән хөкүмәт комиссияһы төҙөлә, уның рәйесе итеп СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Б. Е. Щербина тәғәйенләнә. Эштәрҙең төп өлөшө 1986—1987 йылдарҙа башҡарыла, уларҙа яҡынса 240 000 кеше ҡатнаша. Ликвидаторҙарҙың дөйөм һаны (артабанғы йылдарҙағыларын да һанағанда) йәмғеһе 600 000-гә етә. Тәүге көндәрҙә бөтә көс ҡыйралған реакторҙан сыҡҡан радиоактив ташлантылар күләмен кәметеүгә йүнәлтелә.
Унан һуң территорияны таҙартыу, ҡыйралған реакторҙы күмеү эштәре башлана. Шартлау көсө менән АЭС территорияһына һибелгән киҫәктәр йыйып алына, саркофаг эсенә тултырыла, шунан бөтәһе бетон ҡойоп көпләнә. 4-се блок тирәләй бетондан «саркофаг» ҡорола. «Саркофаг» төҙөгәндә 400 мең куб метрҙан ашыу бетон һалына, 7 000 тонна металл конструкциялар ҡорола. 1986 йылдың 30 ноябрендә Дәүләт ҡабул итеү комиссияһы тарафынан Акт төҙөлөп, консервацияланған дүртенсе энергоблок техник хеҙмәтләндереүгә ҡабул ителә.
1986 йылдың 22 майында КПСС ҮК һәм СССР Министрҙар Советының 583-сө Ҡарары менән ЧАЭС-тың 1-се һәм 2-се энергоблоктарын файҙаланыуға тапшырыу мөҙҙәте билдәләнә — 1986 йылдың октябре.
СССР Минэнергоһы тарафынан 1986 йылдың 27 июнендә раҫланған станцияны таҙартыу, йүнәтеү, яңыртыу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса раҫланған саралар ғәмәлгә ашырылып бөткәс, 18 сентябрҙә беренсе энергоблок ректорын эшкә ҡушырға рөхсәт бирелә. 1986 йылдың 1 октябрендә беренсе энергоблок эшләй башлай һәм 16 сәғәт 47 минутта ул селтәргә тоташтырыла. 5 ноябрҙә 2-се энергоблок эшләй башлай.
1987 йылдың 24 ноябрендә өсөнсө энергоблок реакторында физик эшләтеп ебәреү үтә, энергетик эшләтеү 4 декабрҙә була. 1987 йылдың 31 декабрендә Хөкүмәт комиссияһының 473-сө ҡарары менән ЧАЭС-тың ремонтланған 3-сө энергоблогын файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
5-се һәм 6-сы блоктар төҙөлөшө, объекттар юғары кимәлдә әҙер булыуға ҡарамаҫтан, туҡтатыла. 1987 йылдың 27 майында өсөнсө сираттың төҙөлмәйәсәге тураһында рәсми белдерелә.
1986 йылдың 27 апрелендә ЧАЭС-тың юлдашы — Припять ҡалаһының һәм 10 километрлы зоналағы башҡа торама пункттарҙағы халыҡ эвакуациялана. Артабан 30 километрлы зонанан халыҡ күсерелә.
1986 йылдың 2 октябрендә Чернобыль АЭС-ы хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн яңы Славутич ҡалаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1988 йылдың 26 мартында беренсе фатирға ордер тапшырыла.
Авария һөҙөмтәһендә 5 миллион гектар самаһы ер ауыл хужалығы әйләнешенән алына, АЭС тирәләй 30-километрлы зона ҡулланыуҙан алына, йөҙҙәрсә ваҡ торама пункт бөтөрөлә, 200 000 самаһы кеше эвакуациялана.
Авария INES шкалаһы буйынса 7-се кимәлле тип баһалана.
1986 йылдың 23 майында 02:10 сәғәттә дүртенсе авариялы энергоблокта көс кабелендәге ҡыҫҡа тоташыу арҡаһында янғын сыға . Янғын 7 сәғәт дауам итә.
Янғынды һүндереү ваҡ төркөмдәр тарафынан бронетехника ярҙамында башҡарыла. Уны һүндереүҙә 268 янғын һүндереүсе ҡатнаша, ҡайһы берҙәре ярайһы уҡ һиҙелерлек нурланыш дозаһы ала: радиацион ерлек сәғәтенә 200 рентген тәшкил итә.
М. С. Горбачёв приказы менән янғын ҡәтғи сер итеп тотола. Янғынды һүндереүҙә ҡатнашыусылар үҙҙәренең ауыр хәленең сәбәптәре тураһында хатта дауалаусы табиптарға ла һөйләй алмай .
1991 йылдың 11 октябрендә икенсе энергоблоктың 4-се турбогенераторын ремонтҡа туҡтатҡанда авария була.
Йәнә 2013 йылдың 12 февралендә 14 сәғәт 03 минутта 4-се блоктың машина залының ҡыйығы менән стена панелдәре өлөшләтә емерелә. Емерелгән майҙан ҙурлығы 600 м² самаһы тәшкил итә. Зыян күреүселәр булмай.
1990-сы йылдарҙа файҙаланыу. Тулыһынса ябыу
үҙгәртергә1997 йылдың 22 сентябренән «Чернобыль АЭС-ы» етештереү берекмәһен үҙгәртеп ҡороу һәм уны «Энергоатом» атом энергияһы эшләп сығарыу милли компанияһына ҡушыу башлана. 2001 йылдың 25 апрелендә ЧАЭС Чернобыль АЭС-ы дәүләт махсуслаштырылған предприятиеһы итеп үҙгәртелә, ә 2005 йылдың 15 июлендә Украина МЧС-ы идаралығына тапшырыла .
1990 йылдың 17 февралендә Украин ССР-ы Юғары Советы һәм Украин ССР-ы Министрҙар Советы Чернобыль АЭС-ы энергоблоктарын 1990 йылда файҙаланыуҙан сығарыу мөҙҙәтен билдәләй, 17 майҙа СССР Министрҙар Советы энергоблоктарҙы файҙаланыуҙан сығарыу программаһын эшләү тураһында бойороҡ сығара.
2 августа Украин ССР-ы Юғары Советы яңы атом станцияларын төҙөүгә һәм булғандарының ҡеүәттәрен арттырыуға биш йыллыҡ мораторий иғлан итә.
1991 йылдың 11 октябрендә икенсе энергоблокта булған янғын Украина Юғары Советы өсөн Чернобыль АЭС-ында икенсе энергоблокты кисекмәҫтән ябыу, шулай уҡ 1993 йылда беренсе һәм өсөнсө энергоблоктарҙы ябыу тураһында ҡарар сығарыуға нигеҙ була. Әммә 1993 йылда уҡ 1990 йылғы яңы атом станцияларын төҙөүгә Мораторий мөҙҙәтенән элек туҡтатыла һәм Украина Министрҙар Кабинеты тәҡдиме менән Чернобыль АЭС-ын уның техник торошона ярашлы артабан файҙаланыу тураһында ҡарар сығарыла.
Донъя йәмәғәтселеге һәм үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләр баҫымы аҫтында Чернобыль АЭС-ын файҙаланыуҙан сығарыу тураһында һуңғы ҡарар ҡабул ителә. Украина Министрҙар Кабинетының 1997 йыл 22 декабрь ҡарары менән 1996 йылдың 30 ноябрендә туҡтатылған 1-се энергоблокты мөҙҙәтенән алда файҙаланыуҙан алыу маҡсатҡа ярашлы тип табыла.
Украина Министрҙар Кабинетының 1999 йыл 15 март ҡарары менән 1991 йылда булған авариянан һуң туҡтатылған 2-се энергоблокты файҙаланыуҙан мөҙҙәтенән алда алыу маҡсатҡа ярашлы тип табыла.
2000 йылдың 29 мартында Украина Министрҙар Кабинеты 3-сө энергоблокты файҙаланыуҙан ала. Апрелдә Украина Президенты Кучма Л. Д. Указы менән Чернобыль АЭС-ы проблемаларын комплекслы хәл итеү буйынса ведомство-ара (хөкүмәт) комиссия ойошторола.
2000 йылдың 15 декабрендә 13 сәғәт 17 минутта Украина Президенты ҡушыуы буйынса Чернобыль АЭС-ының 3-сө энергоблогы бөтөнләйгә туҡтатыла. Станция электр энергияһы эшләп сығарыуҙы туҡтата.
2016 йылдың октябрь аҙағына реактор бинаһы өҫтөнә арка ҡороу уңышлы тамамлана.
Электр станцияһы хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергәЕтәкселәр
- Брюханов В. П. — 1970 йылдың апреленән 1986 йылдың июленә тиклем В. И. Ленин исемендәге Чернобыль АЭС-ы директоры;
- Поздышев Э. Н. — 1986 йылдың июленән 1987 йылдың ғинуарына тиклем В. И. Ленин исемендәге Чернобыль АЭС-ы директоры;
- Уманец М. П. — 1987 йылдың 1 февраленән 1992 йылға тиклем Чернобыль АЭС-ы директоры;
- Сорокин Н. М. — эксплуатациялау буйынса баш инженер урынбаҫары (1987—1994), баш инженер, генераль директор;
- Парашин С. К. — ЧАЭС етештереү берекмәһе буйынса генераль директор;
- Толстоногов В. К. — ЧАЭС етештереү берекмәһе буйынса генераль директор;
- Неретин Ю. А. — ЧАЭС етештереү берекмәһе буйынса генераль директор;
- Смышляев А. Е. — 2004 йылдың 1 июленән 2005 йылдың 11 авгусына тиклем генеральный директор ГСП «Чернобыль АЭС-ы» ДМП генераль директоры;
- Грамоткин И. И. — реактор цехының смена начальнигы (1988—1995), 2005 йылдың 11 августынан әлеге ваҡытҡа тиклем — «Чернобыль АЭС-ы» ДМП генераль директоры.
Станцияның билдәле хеҙмәткәрҙәре
- Фомин Н. М. — 1986 йылдың июленә тиклем баш инженер;
- Ситников А. А. — авария булған төндә беренсе сираттың эксплуатациялау буйынса баш инженеры урынбаҫары;
- Дятлов А. С. — 1986 йылдың июленә тиклем икенсе сираттың эксплуатациялау буйынса баш инженеры урынбаҫары;
- Рогожкин Б. В. — авария төнөндә станцияның смена начальнигы;
- Акимов А. Ф. — авария төнөндә 4-се энергоблоктың смена начальнигы;
- Перевозченко В. И. — авария төнөндә 2-се реактор цехының смена начальнигы;
- Топтунов Л. Ф. — авария төнөндә 4-се энергоблокта реактор идаралығының өлкән инженеры;
- Ходемчук В. И. — авария төнөндә 2-се реактор цехының өлкән операторы (шартлау ваҡытында һәләк була, кәүҙәһе табылмай).
- Столярчук Б. — 4-се энергоблокта блок идаралығы өлкән инженеры;
- Лелеченко А. Г. — авария төнөндә электр цехы начальник урынбаҫары;
- Карпан Н. В. — 1989 йылға тиклем ЧАЭС-тың фән һәм йәҙрә хәүефһеҙлеге буйынса баш инженер урынбаҫары, Йәҙрә хәүефһеҙлеге бүлегенең йәҙрә физикаһы лабораторияһы начальнигы урынбаҫары (1986 йылда);
- Билык А. А. — әлеге ваҡытҡаса техник директор — баш инженер;
- Гончаров Б. И. — 2004 йылдың 30 авгусынан баш инженер;
- Кизима В. Т. — 1970 йылдан Чернобыль АЭС-ы төҙөлөшө идаралығы начальнигы;
- Луков И. П. — 1970 йылдан Чернобыль АЭС-ы төҙөлөшө идаралығы баш инженеры.
- Жабянский А. И. — техник күҙәтеү.
Электр станцияһын төҙөүселәр
- Моисеенко — 1971 йылға тиклем төҙөлөш идаралығы начальнигы.
- Кизима В. Т. — 1971 йылдан алып төҙөлөш идаралығы начальнигы.
- Луков И.П; Гора (ТИ нач. урынб.); Рыбалко В.И. (ТИ нач.); Лоза А (прораб); Шмидт (ТИ нач.); Ткач (ТИ нач.); Третьяков (ОТЗ нач.); Фатеев В.И. (ТИ техбүлеге нач.); Дели И.Н.(ТИ начальнигы); Матвеев Ю. (өлкән прораб); Свинчук П.Н. (мастер); Пилипейко С.Б. (ТИ баш геодезисы); Швед (Укрхимзащита идар. нач.); Пасека В.Г.(мастер); Даниленко И. (мастер); Даниленко Г. (инж. ТО); Козлов (баш диспечер); Штокало Е.И. (диспетчер); Штокало Д. (водитель); Корж В. (мастер); Дробноход М. (прораб); Рыбалко Г.(инж. ТО); Искра А.(инж. ТО); Дели О.М. (тех. бүлек инж.); Бондарчук Ф.П. (прораб); Куренной В. (ТИ профкомы рәйесе); Цысь В.И.(ОГМ баш механигы); Цысь О. (ОГМ инж.); Майборода В. (төҙөүселәр ТЮ бригадиры); Положенцев А. (проектлаусы); Родзиковская Р.И. (табип); Дмитренко И. (архитектор); Варицкий С.В. (мастер); Смеричинский А.Ф. (прораб); Овчинников В. (проектлаусы); Овчинникова С. (проектлаусы); Коврижных В.Л. (бухгалтер); Коврижных В. (бетонсы); Колесник Н.Д. (бетонсы); Колесник М.И. (бкитапханасы); Сердюк (ЮТЭМ идар. нач. урынб.); Кочеров А. (крансы); Кочерова В. (һыу кимәлен түбәнәйтеү операторы); Соколова А. (тәрбиәсе); Лернер И.Я. (уҡытыусы);|31|07|2016}}
Энергоблоктар тураһында мәғлүмәт
үҙгәртергәЭнергоблок | Тип реакторов | Мощность | Начало строительства |
Подключение к сети | Ввод в эксплуатацию | Закрытие | |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Чистый | Брутто | ||||||
Энергоблок № 1 (закрыт) | РБМК-1000 | 925 МВт | 1000 МВт | 1 марта 1970 года | 26 сентября 1977 года | 27 мая 1978 года | Остановлен 30 ноября 1996 года по приказу президента Л.Д Кучмы |
Энергоблок № 2 (закрыт) | РБМК-1000 | 925 МВт | 1000 МВт | 1 февраля 1973 года | 21 декабря 1978 года | 28 мая 1979 года | Остановлен 11 октября 1991 года после пожара в машинном зале. |
Энергоблок № 3 (закрыт) | РБМК-1000 | 925 МВт | 1000 МВт | 1 марта 1976 года | 3 декабря 1981 года | 8 июня 1982 года | Остановлен 15 декабря 2000 года по приказу президента Л.Д Кучмы |
Энергоблок № 4 (аварийный) | РБМК-1000 | 925 МВт | 1000 МВт | 1 апреля 1979 года | 22 ноября 1983 года | 26 марта 1984 года | Авария 26 апреля 1986 года. Полное разрушение активной зоны реактора. |
Энергоблок № 5(прекращение строительства) | РБМК-1000 | 950 МВт | 1000 МВт | 1 января 1981 года | Строительство прекращено 27 мая 1987 года. | ||
Энергоблок № 6(прекращение строительства) | РБМК-1000 | 950 МВт | 1000 МВт | 1 января 1983 года | Строительство прекращено 27 мая 1987 года. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Авария на Чернобыльской АЭС
- Чернобылдең ябыҡ зонаһы
- Чернобыль
- Припять
- Славутич
Топографик карталар
үҙгәртергә- Карта бите M-36-I Припять. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1983-86 год. Издание 1986 г.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Авария на Чернобыльской АЭС: Опыт преодоления. Извлеченные уроки / А. В. Носовский, В. Н. Васильченко, А. А. Ключников, Б. С. Пристер; Под ред. А. В. Носовского. — К.: Техніка, 2006. — 263 с. ISBN 966-575-113-1
- Карпан Н. В. Чернобыль. Месть мирного атома / Исторический обзор этапов развития атомной науки и техники. Анализ причин событий Чернобыльской катастрофы/ Киев: ЧП «Кантри Лайф», 2005. ISBN 966-96377-4-0
- «Зарево над Припятью» Владимир Губарёв, 1987 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт ГСП ЧАЭС
- Информация о последствиях для окружающей среды аварии на ЧАЭС 2021 йыл 24 февраль архивланған.
- Чернобыльская авария на сайте Института проблем безопасного развития атомной энергетики Российской академии наук
Чернобыль АЭС-ы Викимилектә | |
Чернобыль АЭС-ы Викияңылыҡтарҙа |
- Резниченко А. Я. Чернобыль: ложь и правда спустя 30 лет // РИА Новости. — 22.04.2016.
- Обзор саркофага в Яндекс картах
- Обзор саркофага на картах Google
- ↑ Украина подтвердила, что российские военные взяли под контроль Чернобыльскую АЭС "Рәсәй гәзите"-нең хәбәре
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;lg1987
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;INSAG-1
төшөрмәләре өсөн текст юҡ