Һөйәнтүҙ (башҡа исемдәре — Һөйәнтөҙ[1], Һөйәнтүҙ[2] , Һөйәнтүҫ[3][4]) — 1736 йылдың 24 ғинуарына тиклем Себер даруғаһының Балыҡсы улусында булған ауыл (Башҡортостандың Асҡын районы биләмәһенә тура килә). Башҡорт халҡының XVII—XVIII быуаттарҙағы тарихында ҡанлы ваҡиғалар менән уйылып ҡалған. Фажиғә 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле.

Һәйкәл
Һөйәнтүҙ
Һөйәнтүҙ фажиғаһы урынындағы стела
Һөйәнтүҙ фажиғаһы урынындағы стела
Ил Башҡортостан
Район Асҡын районы

1736 йылғы ваҡиғалар

үҙгәртергә

Рәсәй империяһы батшабикәһе Анна Иоанновна ҡаҙаҡ һәм башҡорт ерҙәре аша үткән сиктәрҙе нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кирилов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Экспедицияның бурысы — Башҡортостандың көньяғында яңы ҡала һалыу (Ырымбур ҡалаһы шулай барлыҡҡа килә) һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер алына. Шулай уҡ дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы) Тевкелев вәхшилеккә әүерелгән был сараларҙа ҡатнаша. Батша хөкүмәте башҡорттарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.

1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа Балыҡсы ырыуы башҡорттары ла дәррәү ҡатнашҡан. 1735 йылдың декабре аҙағында Ырымбур экспедицияһы етәкселәренең береһе А. И. Тевкелев язалаусы отрядтар менән Өфөнән Бөрө аша Әй йылғаһы буйына йүнәлгән. Баш күтәреүселәр Йосоп Арыҡов һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендә Тевкелев һалдаттарын Балыҡсы һәм Мырҙалар улусы сиктәрендәге тау юлдарында көтөп алып, тар-мар итмәксе булалар. Балыҡсы улусы старшинаһы Чекат (Сиҡат) бында 700 кешенән торған ҡораллы отряд туплаған булған. Мәгәр властарға тоғро мишәрҙәр һәм татарҙар язалаусы отрядтар етәкселәрен уларҙы ҡайҙа көтөүҙәре тураһында иҫкәртеп ҡуя. 1736 йылдың 19 ғинуарында А. И. Тевкелев Һөйәнтүҙ ауылына килеп инә, һәм ауыл халҡының үҙ отрядына ҡаршы сығырға йыйынған булыуын белгәс, уларҙы вәхшиҙәрсә ҡырырға бойороҡ бирә.

1736 йылдың 24 ғинуарында Тевкелев ауылды юҡҡа сығарырға ҡуша. Шул ваҡиғаларҙың шаһиты П. И. Рычков былай тип яҙып ҡалдырған:

«Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар (?) һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. … Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды».[5].

Бынан һуң Тевкелевтың һәм полковник Мартыновтың язалаусы отрядтары Себер юлының Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарында йәнә 51 ауылды талап, яндырып сыға, 2 меңдән ашыу кешене үлтерә (хәҙер Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары биләмәһе)[6] . Батша хакимиәтенең Ырымбур экспедицияһына ҡаршы торорға тырышҡан башҡорттарҙы ҡырыуы ихтилалдың тағы ла нығыраҡ ҡыҙып китеүенә килтерә.

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында

үҙгәртергә

Башҡорт халҡы Тевкелевҡа Тәфтиләү тигән исем таға һәм ҡанлы йәштәр менән һуғарылған «Тәфтиләү» йырын ижад итә.

Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.

Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил (хал(ы)ҡ) белә.

Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ,
Йыр йырламай күңел асылмаҫ.

Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың
Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.

Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта…

  • 2002 йылда яндырылған Һөйәнтүҙ урынында ошо фажиғәнең төҫө итеп стела ҡуйылған[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Р. Күсмханова. Һөйәнтөҙгә ҡанлы күҙ йәштәре һеңгән. Йәшлек. 15 май, 2010 (баш.)
  2. Юлан А. "Ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым, ейәндәрем уҡыр бер саҡта … ":… Һөйәнтүз фажиғәһенә — 270 йыл / А Юлан / / Йәшлек — 2006 — 19 ғин. (баш.)
  3. "Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия ". Диск выпущенный научным издательством "Башкирская энциклопедия. 2005 г.
  4. Сеянтус — трагедия народная. Материалы научно-практической конференции, состоявшейся 27 ноября 1996 года в Аскинском районе. (Издано в Башкирском государственном университете. — Уфа, 1997 — 48 стр.)
  5. Рычков П. И. История Оренбургская: 1730—1750. Ырымбур, 1896.
  6. статья «Сеянтус» в Башкортостан: Краткая энциклопедия 2013 йыл 2 апрель архивланған.
  7. Взгляд в прошлое: Аскинский район 2013 йыл 18 октябрь архивланған.
  • Кульшарипов М. М. Сеянтусская трагедия // Ватандаш. — 1997. — № 5. — С. 126—133. — ISSN 1683-3554.
  • Һөйәнтүҙ — халыҡ фажиғәһе. 1996 йылдың 27 ноябрендә Асҡын районында үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференция материалдары. (Башҡорт дәүләт университеты — Өфө: 1997 — 48 бит.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Һөйәнтүҙ исемендә

Һөйәнтөҙ исемендә

Һөйәнтөҫ исемендә

Урыҫса