Попов Пётр Дмитриевич
Попов Петр Дмитриевич (1895 йыл—3 ғинуар 1956 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында, Урта Азияла Совет власын урынлаштырыуҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкы яугиры (коннопосыльный). Гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Попов Пётр Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1895 |
Тыуған урыны | Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 1956 |
Вафат булған урыны | Мары, Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Төркмәнстан |
Хәрби звание | старшина[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПопов Петр Дмитриевич 1895 йылда[1] Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Грачевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ. Башланғыс мәктәпте тамамлай. 1908 йылдан ялланып эшләй. 1918 йылдың 2 февраленән — Ҡыҙыл Армияла. В. К. Блюхерҙың етәкселегендәге Ҡыҙыл гвардия отряды составында аҡ казактар армияһы атаманы А. И. Дутовҡа ҡаршы һуғыша. Артабан ул Көнсығыш фронтында адмирал А. В. Колчактың ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Граждандар һуғышы тамамлағандан һуң П. Д. Попов Төркмән өлкәһенә баҫмасылыҡ менән көрәшеү өсөн йүнәлтелә. 1924 йылда төркмән баҫмасыларының аҙаҡҡы отрядтары бөтөрөлә һәм Петр Дмитриевич Попов демобилизациялана. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ул Төркмән ССР-ының Мәрүә ҡалаһында (1937 йылдан — Мары ҡалаһы) йәшәй.
Ҡабаттан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына 1941 йылдың 15 сентябрендә Мары район хәрби комиссариаты тарафынан саҡыртыла. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлай, артабан 9-сы запастағы кавалерия полкында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1942 йылдың 19 ноябренән Көньяҡ-Көнбайыш фронты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 8-се кавалерия корпусы составында. Сталинград тирәһендәге совет ғәскәрҙәренең контрһөжүме барышында «Уран» һәм «Кесе Сатурн» операцияларында ҡатнаша. 1943 йылдың ғинуарында Петр Дмитриевич Попов а йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша, Морозовск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың февралендә үҙенең подразделениеһы составында дошман тылына рейдтарҙа ҡатнаша, улырҙың барышында кавалеристар дошманға һиҙелерлек зыян килтерәләр. Яугирҙарҙың массауи батырлығы өсөн Оборона Комиссариаты бойороғона ярашлы 8-се кавалерия корпусы 7-се гвардия кавалерия корпусы тип үҙгәртелә. Ул хеҙмәт иткән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы — 16-сы гвардия, ә 312-се кавалерия полкы — 62-се гвардия кавалерия полкы итеп үҙгәртелә. 1943 йылдың апрель аҙағында ҙур юғалтыуҙар кисергән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тылға тулыландырыу өсөн сығарыла. 1943 йылдың сентябренә тиклем дивизия резервта була, уның командованиеһы яңы килгән составты өйрәтеү менән шөғөлләнә. 1943 йылдың 10 сентябрендә дивизия Үҙәк фронтында алышҡа индерелә — 61-се армия составында Чернигов-Припять операцияһына ҡушылалар. Гвардия сержанты П. Д. Попов Украина ССР-ының Чернигов өлкәһен азат иткән саҡта айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Һөжүм алыштарында 62-се гвардия кавалерия полкы коннопосыльныйы гвардия сержант П. Д. Попов дозорға ебәрелә һәм бер нисә тапҡыр дошман заслондарын таба, уларҙың оборона торошона разведка яһай һәм шуның менән полк алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә булышлыҡ итә. 1943 йылдың 20 сентябрендә ауылына Чернигов районындағы Черныш ауылы тирәһендә дозор төркөмө бик көслө пулемёт утына эләгә. Петр Дмитриевичтың иптәштәре һәләк булалар, ә ул, оҫта йәшенеп, бер офицерҙы һәм 5 немец һалдатын юҡ итә. Алыш барышында Попов дошмандың ут нөктәләре ҡайҙа урынлашҡанын иҫләп ҡала, һөҙөмтәлә полк минималь юғалтыуҙар менән тораҡ пунктты азат итә. 1943 йылдың 21 сентябрендә полк «1 Май» совхозы өсөн аяуһыҙ һуғыш алып бара (Чернигов өлкәһе, Городнянск районы). Дошман эре пехота көстәре менән һөжүм итә, пехотаға алты «Тигр» танкыһы, өс урта танкы һәм бер үҙ йөрөшлө артиллерияҡоролмаһы. Полктың ҡамауҙа ҡалыу ихтималлығы көсәйә. Алыштың уңышы эскадрондарҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуынан тора. Ошо шарттарҙа Полк коннопосыльныйы Петр Попов көслө артиллерия һәм мылтыҡ-пулемёт уты аҫтында полк командиры бойороҡтарын эскадрон командирҙарына еткереүҙе тәьмин итә.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһармнлығы өсөн гвардия сержанты Попову ПетруДмитриевич Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
Лоев тирәһендә Днепр йылғаһы аша сыҡҡас, 7-се гвардия кавалерия корпусы подразделениелары Белоруссияның көнсығыш райондарын азат итеүҙә ҡатнашалар (Гомель-Речица һәм Калинкович-Мозырь операциялары). 1944 йылдың 11 ғинуарға ҡараған төндә 62-се гвардия кавалерия полкы, Мозырь дошман төркөмө тылына инеп, Гомель өлкәһе Мозырь районы Слобода ауылы өсөн алышҡа инә. Подразделениелар ауыл ситтәренә бөреп инһә лә, ауылдың үҙәге дошман ҡулында була. Ошо ҡатмарлы шарттарҙа гвардия сержанты полк командирының бойороҡтарын төрлө яҡҡа һибелгән эскандрондарға еткерә. 1944 йылдың 14 ғинуарында Попов Мозырь ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Тиҙҙән уға өлкән сержант званиеһы бирелә. 1944 йылдың яҙында 2-се Белоруссия фронтында гвардия өлкән сержанты Попов үҙ подразделение составында Полесьены азат итеүҙә ҡатнаша.
1944 йылдың йәйендә Люблин-Брест операцияһында ҡатнаша. 1945 йылдың башында уға гвардия старшинаһы званиеһы бирелә. 1945 йылдың 15 ғинуарынан ул, өлкән элемтә делегаты булараҡ, полктың командирҙар пункты менән эскандрондар бәйләнешен тәьмин итә. Томашу ҡалаһын (Польша) азат итеүҙә ҡатнаша. Көнсығыш-Померания операцияһы барышында Кремцев тораҡ пункты тирәһендә дошман засадаһына эләгә. Немец окопына бәреп инә һәм ҡул һуғышында өс немец һалдатын юҡ итә һәм пулемётты яулай. Алышта ул яралана, әммә сафта ҡала. Берлин операцияһында ҡатнашып, Вандлиц һәм Бранденбург ҡалаларын һөжүмләүҙә ҡатнаша. Хәрби юлын Эльбалатамамлай.
Демобилизациянан һуң Төркмәнстанға әйләнеп ҡайта. Мары ҡалаһында йәшәй. 1956 йылдың 3 ғинуарында вафат була. Урындағы властар ҡарары буйынса ҡала майҙанында ерләнә.
Наградалары
үҙгәртергә- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)[2];
- Ленин ордены (15.01.1944);
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены(15.06.1945);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (23.01.1944);
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (25.09.1943);
- «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалы (1943).
Хәтер
үҙгәртергә- П. Д. Поповтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ По данным сайта «Герои страны» родился 25.06.1894.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- В. П. Россовский. Золотые Звёзды Оренбуржья. Биографический справочник. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — С. 351–352. — 512 с.
- Ими гордится Туркменистан. (Сб. документов и материалов о Героях Советского Союза — туркменистанцах). — Ашхабад, 1973.
Документтар
үҙгәртергә- Общедоступный электронный банк документов «Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» Дата обращения: 8 декабрь 2012. Архивировано 13 март 2012 года. 2012 йыл 15 март архивланған.
- Представление к званию Героя Советского Союза и указ ПВС СССР о присвоении звания) . Дата обращения: 29 ноябрь 2015. Архивировано 17 ғинуар 2013 года.
- Орден Отечественной войны 2-й степени (наградной лист и приказ о награждении) . Дата обращения: 8 декабрь 2012. Архивировано 17 ғинуар 2013 года.
- Орден Красной Звезды (наградной лист и приказ о награждении) . Дата обращения: 8 декабрь 2012. Архивировано 17 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Попов Пётр Дмитриевич . «Герои страны» сайты.
- Попов Пётр Дмитриевич на www.az-libr.ru (неопр.). Дата обращения 8 декабря 2012. Архивировано 17 января 2013 года.
- История Оренбуржья (неопр.). Дата обращения 8 декабря 2012. Архивировано 17 января 2013 года.
- Оренбургская областная универсальная научная библиотека имени Н. К. Крупской (неопр.). Дата обращения 8 декабря 2012. Архивировано 17 января 2013 года.
- Грачёвская Центральная районная библиотека (неопр.). Дата обращения 8 декабря 2012. Архивировано 17 января 2013 года.
- Башкирский республиканский музей боевой славы (неопр.). Дата обращения 8 декабря 2012. Архивировано 17 января 2013 года.
- Худолеев В. Его называли лихим кавалеристом. // «Красная Звезда». — 2019, 24 июля. — С.8.