Тимербулатов Мәхмүт Вил улы
Тимербулатов Мәхмүт Вил улы (24 ғинуар 1974 йыл) — ғалим-хирург, проктолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2018), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2004)[1].
Тимербулатов Мәхмүт Вил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 24 ғинуар 1974 (50 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хирург, проктолог, ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Рәсәй хирургтар йәмғиәте һәм Рәсәй эндоскопик хирургтар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы хирургтар ассоциацияһы Президиумы ағзаһы[2].
Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2007), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000) лауреаты[2].
Биографияһы
үҙгәртергәТимербулатов Мәхмүт Вил улы 1974 йылдың 24 ғинуарында Өфө ҡалаһында, ғалим-хирург, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Тимербулатов Вил Мамил улының ғаиләһендә тыуа[3]. 1997 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай[1]. 1998 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының колопроктология курсы менән факультет хирургияһы кафедраһында интернатураны һәм 1998 йылда клиник ординатураны тамамлай. 2010 йылдан алып колопроктология курсы менән факультет хирургияһы кафедраһы мөдире[4].
«Хирургия», «колопроктология», «онкология», «һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу» һөнәрҙәре буйынса сертификаттары бар. Юғары категориялы табип-хирург. Рәсәй Федерацияһының алдынғы үҙәктәрендә, Швецияла, Төркиәлә, Германияла, Францияла, Ҡытайҙа стажировка үтә. Лапароскопик хирургия буйынс Франция хирургтар йәмғиәтенең һәм Л. Пастер исемендәге Страсбург университетының дипломдары эйәһе[2].
Иң яҡшы операция өсөн ике тапҡыр, 2008 һәм 2018 йылдарҙа, Башҡортостан Республикаһы хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылған «Алтын скальпель» юғары наградаһына лайыҡ була. Өфө ҡалаһында һәм яҡын ятҡан төбәктәрҙә (Ырымбур, Ижевск, Һамар, Абхазия һәм башҡалар) лапароскопик хирургия буйынса өйрәтеүсе мастер-кластар үткәрә. Да Винчи робот ҡорамалында операция яһаусы хирург булып тора[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТимербулатов Мәхмүт Вил улының фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы, ҡорһаҡ арты арауығы ағзаларының ауырыуҙары һәм зарарланыуы ваҡытында лапароскоп ярҙамында һәм ағзаларҙы һаҡлап ҡалған операциялар яһау ысулдарын эшләүгә, йыуан эсәк ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау алымдарын камиллаштырыуға арналған. Мәхмүт Вил улы ҡатнашлығында талаҡтың, бөйөр өҫтө биҙҙәренең зарарланыуы һәм ауырыуҙары ваҡытында уларҙы һаҡлап ҡалған һәм эндохирургик операция ысулдары, үт юлдары декомпрессияһын бөтөрөүҙә операция алымдары эшләнә[1]. 400‑ҙән ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәт, 12 монография һәм абдоминаль имгәнеүҙәр хирургияһы, колопроктология, миниинвазив хирургия өлкәһендә 35 уйлап табыу авторы[2].
Мәхмүт Вил улы етәкселегендә 2 доктор һәм 9 фән кандидаты әҙерләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия буйынса проблемалы комиссия, Диссертацион совет Д 208.006.04 ағзаһы[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2007)
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000).
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Ишемически‑реперфузионные механизмы развития эрозивно‑язвенных поражений гастродуоденальной зоны. Өфө, 2004 (авторҙаш);
- Хирургия абдоминальных повреждений. М., 2005 (авторҙаш).
- Современные методы рассечения и коагуляции тканей в хирургии органов брюшной полости (монография). М.: МЕДпресс-информ, 2007.-176 с.(Соавтор. Тимербулатов В. М., Плечев В. В., Хасанов А. Г., Фаязов Р. Р., Ахмеров Р. Р.).
- Rehabilitation of patients with stoma (тезис). Proctologia (Poland) (XII Central European congress of coloproctology — abstracts). — 2008. — Vol. 9(1). — P. 134. (Соавтор. Gainutdinov F.M., Ibatullin A.A., Kulyapin A.V., Bulatov R.R., Biganyakov R.Ya., Lopatin V.M., Valiyeva E.K., Ibatullin R.T.).
- Обоснование спленосохранных операций и реплантации селезенки при хирургическом лечении рака желудка (статья). Вопросы онкологии. — 2008. — Том№ 6. — С. 760—764. (Соавтор. Ганцев Ш. Х., Ганцев К. Ш., Меньшиков К. В.).
- Стратегия обеспечения догоспитальной помощи при политравме (статья). Гений ортопедии. — 2008. — № 4.- С. 123—125. (Соавтор. Габдулхаков Р. М., Гараев Р. Г., Нигматуллин К. А., Викторов В. В.).
- Дополнительные методы объективизации состояния толстой кишки при колостазе (статья). Колопроктология. — 2009. -№ 1.-С.35-37. (Соавтор. Хасанов А. Г., Биганяков Р. Я., Ибатуллин Р. Т., Нуртдинов М. А.).
- Факторы риска летального исхода при политравме (статья). Инфекции в хирургии. — 2009. — № 2 (Том 7). — С. 55-58. (Соавтор. Габдулхаков Р. М., Гельфанд Е. Б., Гельфанд Б. Р., Проценко Д. Н., Ярошецкий А. И.).
- Хирургическая коррекция ранних послеоперационных осложнений лапароскопической холецистэктомии (статья). Эндоскопическая хирургия. — 2010. — № 1. — С.25-27. (Соавтор. Хафизов Т. Н., Сендерович Е. И.).
- Этиопатогенетические вопросы синдрома Маллори-Вейсса (статья). Хирургия. — 2010. — № 10. — С. 42-45. (Соавтор. Тимербулатов Ш. В., Сагитов Р. Б., Ямалов Р. А., Рахимов Р. К.).
- Клинико-морфологические особенности синдрома диабетической стопы (монография). М.: Медицинская книга, 2011. — 104 с. (Соавтор. Мустафин Т. И., Дивеева Г. Д.).
- Оценка возможностей эндоскопических операций в хирургии кишечных стом (статья). Эндоскопическая хирургия. — 2011. — № 5. — С.14-19. Ибатуллин А. А., Гайнутдинов Ф. М., Куляпин А. В., Биганяков Р. Я.
Фәнни-методик хеҙмәттәре:
- Методические указания для студентов IV курса лечебного факультета. Башкирский государственный медицинский университет, Уфа. — 2005. — 2 части. — 160 с. (Соавтор. Ипполитов Г. Н., Сендерович Е. И.).
- Современные технологии в хирургии повреждений органов брюшной полости (глава в учебнике). Глава II. В учебнике «Избранные главы госпитальной хирургии (новые технологии)». Под ред. В. В. Плечева, В. М. Тимербулатова. — Уфа, 2007.- 528 с. (Соавтор. Хасанов А. Г., Фаязов Р. Р.).
- Колопроктология (Учебное пособие). /Уфа.: Вили Окслер, 2007. — 178 с. (Соавтор. Тимербулатов В. М., Гайнутдинов Ф. М., Ибатуллин А. А., Хидиятов И. И.).
- Колопроктология (Мультимедийное учебное пособие). / Башкирский государственный медицинский университет, Уфа. — 2007. — 560 Мб. (Соавтор. Тимербулатов В. М., Гайнутдинов Ф. М., Ибатуллин А. А., Хидиятов И. И.).
- Морфологические основы высоких и низких ампутаций при диабетической гангрене (Методические рекомендации). / Башкирский государственный медицинский университет, Уфа. — 2007. — 20 с. (Соавтор. Мустафин Т. И., Евдокимов Е. В., Хафизов Р. М., Дивеева Г. Д.).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Тимербулатов Мәхмүт Вил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Махмуд Вилевич
- ↑ АТАНАН КҮРГӘН УҠ ЮНҒАН
- ↑ 4,0 4,1 Тимербулатов Махмуд Вилевич 2021 йыл 28 август архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тимербулатов Мәхмүт Вил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- АТАНАН КҮРГӘН УҠ ЮНҒАН
- Тимербулатов Махмуд Вилевич 2021 йыл 28 август архивланған.
- Тимербулатов Махмуд
- Махмуд Вилевич