Һөләймән (Мәсетле районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл

Һөләймән (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 472 кеше[2]. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825004.

Ауыл
Сулейманово
башҡ. Һөләймән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәсетле районы

Ауыл биләмәһе

Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы

Координаталар

55°47′58″ с. ш. 58°20′17″ в. д.HGЯO

Халҡы

472[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452564

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 242 825 004

Код ОКТМО

80 642 425 116

Сулейманово (Рәсәй)
Сулейманово
Сулейманово
Һөләймән (Мәсетле районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сулейманово

Географик урыны

үҙгәртергә

Һөләймән ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан көньяҡҡа 21 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 106 километрҙа урынлашҡан[3].

Һөләймән ауылына Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Һөләймән ауылы тураһында тәүге рәсми мәғлүмәт 1786 йылдан билдәле була. Ауылдың атамаһы антропонимик сығышлы, әммә тәүге төпләнеүсе һәм уның тоҡомдары тураһында яҙма сығанаҡтар юҡ[4][5].

Башҡа башҡорт ауылдары кеүек, Һөләймән ауылы ла аҡрын үҫкән. Үҫеш яҡшы барған осраҡта, хужалыҡ ихтыяжы, көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар наҡыҫланыуы менән бәйле, яңы ауыл-утарҙар бүленеп сыҡҡан.

1795 йылда Һөләймән ауылында 27 йортта 170 кеше йәшәгән.

Һөләймән вариҫтары, әлбиттә, 1816 йылдан алып 1859 йылға тиклем бөтә йәниҫәп исемлектәрендә лә булғандыр. Әммә Һөләймәнде ошо ауыл халҡы менән бәйләүсе исемдәр билдәле түгел. Ғалим Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров үҙенең Башҡортостан тораҡ пункттары тарихына бағышланған хеҙмәтендә халыҡ араһында йәшәгән бер легендаға үҙенең ҡарашын былай аңлата: Ауылдың легендар тарихына килгәндә, йәнәһе лә Иван Грозный 1552 йылдың 2 октябрендә Ҡазанды яулап алғанға тиклем улдары Әйүп, Әбдрәхим һәм Сөләймән менән Мейәс бассейнындағы Ҡошсо ырыуынан Сәйҙәш Әй бассейнына килеп нигеҙләнә һәм атай кеше, йәнәһе лә, үҙенең улдарына ерҙәрен бүлә (ситтән килә һалып бындай хәл булыуы мөмкин түгел). Быны раҫлауы ҡыйын. Ләкин бер логикаһы бар: ошондай исем йөрөтөлгән ауылдарҙың барыһы ла Ҡошсо улусына ҡарай. Ошо легенда яҡлыларҙың барыһын да, бөгөн билдәһеҙ исемле бер ауыл да һаҡланмаған тип үкендерергә тура килә. Башҡортостан Республикаһында хәҙерге торама пункттарҙың барыһының да тиерлек беҙгә һуңғы, яҡынса XVII быуатта бирелгән атамалары ғына килеп еткән. Әммә был Ҡошсо ырыуы Сәйҙәштең шул исемле улдары булмауын аңлатмай. Ләкин үрҙә әйтелгән өс кешенең ҡан буйынса ағай-эне һәм Сәйҙәштең улдары булғанлығын раҫларлыҡ материал юҡ. Баҫылып сыҡҡан сығанаҡтарҙың булмауы арҡаһында, Әбдрәхим улы Солтан 1732—1818 йылдарҙа йәшәгән, тип раҫлай алмайбыҙ. Легенда тарихи факттар менән раҫланырға тейеш. Солтан Әбдрәхимов буйынса мәғлүмәттәргә таянып, был ауылдарҙың барыһың да XVIII быуаттың 30-сы йылдарына тиклем нигенҙләнгәнлеге тураһында аныҡ ҡына әйтергә мөмкин.

Асыҡланған архив сығанаҡтары булмау сәбәпле, Ә. Әсфәндиәров XIX быуаттың 70-90-сы йылдарында земство баҫмаларының хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә: «Һөләймән ауылы тигеҙ уйһыулыҡта, Златоуст өйәҙ ҡалаһынан төньяҡҡа 120 километрҙа, ауыл хужалығы продукттарын һатыуҙың төп урыны Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе биләмәһендәге Оло Аҡанан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл эргәһендә тирмәндәр ҡорорға яраҡлы Әй йылғаһы аға. Халҡы — аҫаба башҡорттар, 1859 йылғы X рәүиз материаларында 84 йортта 147 йән теркәлгән. Ер өс урында. Һөрөнтө ер Әй йылғаһының төньяҡ битләүе буйында — көньяҡ өлөшөндә өс йырынлы, майҙаны 100 дисәтинәгә яҡын, убалы ер; Әй йылғаһы һәм 6 күл тарафынан һуғарыла. Ере — 12 ҡарыш тәрәнлектәге йомшаҡ ҡара тупраҡ; тупраҡ аҫты — эзбизташлы таш ҡатыш тоноҡ ҡыҙыл балсыҡ. Баҫыуҙарҙа ҡый үләндәре, ҡалҡыу урындарҙа таштар осрай. Баҫыусылыҡ системаһыҙ. Арыш, һоло, борай, бойҙай, арпа сәсәләр.

1842 йылда 209 кешегә 70 сирек ужым, 364 сирек яҙғы ашлыҡ, 8 сирек картуф сәселгән. Өс атлы һабан менән һөрәләр. Ауылда 2 һуҡҡыс һәм 2 сәскес бар. Баҡсаларҙа хужалыҡта кәрәк йәшелсә үҫтерелә. Хужалыҡ малсылығы алып барыла, башҡорт тоҡомло мал яҙҙан башлап 1 авгусҡа тиклем, көҙ көнө бөтә урман буйлап утлап йөрөй. Көтөүлек ауыл янында һәм тигеҙ уйһыу урында урынлашҡан. Ере — ҡара тупраҡ. Малдар Әй йылғаһын һыулай. Сабынлыҡ һыубаҫар, сағыл һәм һаҙлыҡлы урында. Тәүгеһен Әй йылғаһы һыуы баҫа, ҡайһы берҙә ҡом тула, уйпатлыҡта урынлашҡан. Сағыл битләү буйлап, һуғарылмай. Һаҙлыҡлы-кәҫле… Бесәнгә интекмәйҙәр. Урман төрлө урында — бер өлөшө ҡалҡыулыҡта, әммә тигеҙ ерҙә, икенсе өлөшө Әй йылғаһының һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Ултыртылған урмандың бер өлөшө ҡуйы, бер өлөшө һирәк; урман тулыһынса ҡаҙна һаҡлауына алынған. Өйҙәрҙе урмандағы ҡоро-һары, лапы яғып йылыталар»[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1865 йылда Һөләймән ауылында 62 йортта 307 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә булған[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда шулай уҡ 2 бакалея кибете булған[8].

Әлеге ваҡытта Һөләймән ауылында башланғыс мәктәп балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[9].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Һөләймән ауылында башҡорттар йәшәй (2002)

Халыҡ иҫәбе
1795[10]1816[10]1834[10]1850[10]1859[10]1865[10]
170172233287291307
1897[10]1920[10]1939[10]1959[10]1970[10]1979[10]
440530473487541446
1989[10]2002[11]2009[11]2010[1]
402489543472
Дөйөм халыҡ һаны[12],[2] (кеше)
Халыҡ һаны 2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы 1989 2002 2010 кеше %
Бөтәһе 402 489 472 -17 -3.47
Ир-егеттәр 183 232 239 +7 +3.01
Ҡатын-ҡыҙҙар 219 257 233 -24 -9.33

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)
  • Комаров урамы — (рус.  Комарова (улица)
  • Механизаторҙар урамы — (рус.  Механизаторов (улица)
  • Тыныслыҡ урамы — (рус.  Мира (улица)
  • Яңы урам — (рус.  Новая (улица)
  • Революцион урамы — (рус.  Революционная (улица)[13]

.

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

  • Байсауыл Элек был тау битләүендә ҡарсығы менән бер бабай йәшәгән. Уның исеме Байсауыл булған. Ул күп мал аҫыраған. һм үҙенең ҡаралтыларын йәш ҡайын үҫентеләре менән уратып алған. Йылдар үтеү менән ҡарт менән ҡарсыҡ үлеп киткән, өй ҙә серегән. Ҡайындар таралып үҫеп, күп майҙанды биләгән. Был урынды Байсауыл тип йөрөтә халыҡ.
  • Шишмәтау Был тау янындағы уйһыулыҡта йылдың йылы иртә яҙ ваҡ шишмәләр сығып ятҡан. Шуға тауҙы Шишмәтау тип атағандар.
  • Йүкәлетау Элек был тауҙа бер ниндәй ҙә ағас үҫмәгән икән. Ҡыштарын бында бер баҙың йылҡылары тибендә йөрөгән һәм тау битләүе тиреҫ менән ҡапланған ти. Шуның менән файҙаланып бер егеттирә-яҡтан йүкә үҫентеләре алып ҡайтып ултыртҡан. Йүкә араһында һирәк-һаяҡ ҡарама һәм ҡарағайҙар ҙа үрсей башлай. Ағастар үҫеп еткәс кенә, халыҡ йүкәләрҙе йығып, һалабаш әҙерләргә тотона. Яйлап йүкәләр юҡҡа сыға. Ә тауҙың исеме үҙгәрмәй, Йүкәлетау тип атала.
  • Ҡыҙылъяр Әй йылғаһы ошо бейек ярға килеп бәрелә лә, ҡаҡсып. төньяҡҡа борола. Йылдар дауамында яр соҡола бара, өңөлә, уның ҡыҙыл балсығы сыға.

Ләкин тау һаман бирешмәй, Ҡыҙылъяр булып ҡала килә.

  • Шәкәртау Ҡасандыр был тауҙа шәкәргә оҡшаған шаҡмаҡлы эре таштар булған. Ауыл халҡы уны соҡоп алып, өй нигеҙҙәренә һалып бөтөргән. Тау әлегә тиклем Шәкәртау булып ҡалған.
  • Турытау Бөйөк Ватан һуғышына тиклем был тауҙа баҫыу булған. Ир-аттар һуғышҡа китеп бөткәс, баҫыуға ашлыҡ сәселмәй, уны ваҡ ҡайынлыҡ ҡаплай. Ана шул ҡайынлыҡ араһынан кешеләр ауылға туры юл һалған. Тауҙың исеме лә Турытау булып ҡалған.
  • Айыубаш тауы Әй йылғаһы аръяғында ауылға ҡара-ҡаршы ятҡан айыу башына оҡшаған яланғас битләүле тау.
  • Мәстәктау Мәстәк боронғо башҡорт телендә «ябай эш аты» тигәнде аңлатҡан. Шишмәтау менән Турытау араһында ятҡан эш аттары ғына менәрҙәй тәпәш тау булғанға шулай атағандар.
  • Астау, Сейәлетау, Аҙыртау, Ҡортсолоҡ

Таусыҡтар, түбәләр:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Әй, Йырмаҡ йылғаһы, Юлтамаҡ кисеүе, Зыярат кисеүе, Фәрүәз тамағы

Күлдәр:

  • Шаугүл Әй йылғаһына яҡын был ерҙә яҙғы ташҡын ваҡытында күлгә шаулап өйәр һыуҙары аға. Атамаһы ла шул күренеш менән бәйле.
  • Йыландыгүл Элек был күлдә йыландар мыжғып торған, тип һөйләйҙәр.
  • Эйәлегүл Был хәл һуғыш ваҡытында булған тип һөйләйҙәр. Ауылыбыҙҙың бер кешеһе был күл янынан үтеп ба рғанда, уға ҡара костюм кейгән бер ир осраған. Һөләймән кешеһе аптыраған: «Һуғыш ваҡытында әҙмәүерҙәй егет нишләп бында йөрөй икән?» — тип уйлаған. Артына әйләнеп ҡараһа, теге әҙәм ҡайҙалыр юғалған. Өйөнә ҡайтып күп тә тормай, Һөләймән кешеһе үлгән дә ҡуйған, ти. Уның үлемен иҫкәртеп, уға күл эйәһе осраған тип һөйләй торғайнылар ололар. Үләре еткән кешегә ҡара, ғүмере оҙон кешегә аҡ костюмда күренә икән, ти. Шуның өсөн дә был күлде Эйәлегүл тип атағандар икән. * Ялангүл, Йүкәлегүл, Йомрогүл, Сәйҙегүл, Әхмәт күле, Аҡҡош күле

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

  • Нәғим ҡулы

Ырҙын табағы мөдире Нәғим күп йылдар шул урында бесән сапҡан. Шуға ла ҡулды Нәғим ҡулы тип атайҙар.

  • Ҡыҫырыҡ, Сикәнтал, Ҡарағай тоҡон, Мөстәй тоҡон, Зыярат дулкаһы, Уртасуҡ дулкаһы, Йырмаҡ аръяғы дулкаһы (* дулка, — доля, бәләкәй баҫыу, өлөшсә мәғәнәһендә), Ғәйшәҡул, Ҡул буйы, Сикҡул, Йыланлы ҡул, Төптө ҡул, Иҫке Йорт, Оло төбәк, Ҡарағай төбәк, Ҡайын төбәк, Йүкәле төбәк, Хажи төбәге, Мишәк төбәк, Дауыт ҡаштауы, Алпамыша баҫыуы, Шәрип соҡоро, Әхмәр кәштәһе, Фәйзер ҡойоһо, Өс терке баҫыуы, Рафаил ҡайыны

Башҡа атамалар: Кашшаф юлы, Ташлы юл, Ҡыя юл, Ҡыуаҡ

  • Информатор: Сәйфуллина (Хажиева) Тәнзилә Әмерхан ҡыҙы

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 194—195 с. (История д. Тугузлы)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Р. З. Хажиев. Һөләймән һәм һөләймәндәр. (Ауылым тарихы). — Өфө: Башҡортостан Республикаһының ДУП «Өфө полиграфкомбинаты», 2006, 192 бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  3. Һөләймән (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 555. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Давлетбаев Б. С. Твое наследие. С. 5. МИБ. Т. 5. С. 120. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 371. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. С. 63.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Һөләймән (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Һөләймән (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 10,11 10,12 Гатауллин Р. Ш. Села и деревни Кущинского рода. (Сборник сведений из различных источников). — Уфа, 2007. — 132 с.
  11. 11,0 11,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  12. Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
  13. «Налог Белешмәһе» системаһында Һөләймән ауылы