Йосопов Фәрит Сабир улы

балет артисы

Йосопов Фәрит Сабир улы (24 ғинуар 1925 йыл — 23 ғинуар 2001 йыл) — балет артисы. 1970—2000 йылдарҙа Өфө һығылмалы материалдар һәм конструкциялар заводының Мәҙәниәт һәм техника һарайының балет студияһы етәксеһе. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955).

Йосопов Фәрит Сабир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg РСФСР
Тыуған көнө 24 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Ырымбур өлкәһе, Орск ҡалаһы
Вафат булған көнө 23 ғинуар 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө балет артисы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Фәрит Сабир улы Йосопов 1925 йылдың 24 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында тыуған.

1941 йылда Ленинград академия хореография училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Ф. С. Йосоповты башҡа Ленинград хореография училищеһының башҡорт бүлеген тамамлап сығыусылар менән бергә Өфөгә ебәрәләр. Ул йәш балет театрының тәүге һөнәри солистарының береһе була. Өфөгә Киевтан эвакуацияланған тәжрибәле балет артистары менән бергә эшләй һәм уларҙан күп нәмәгә өйрәнә. 1941 йылдан алып 1971 йыл бөткәнсе ул — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы (Өфө, СССР).

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955 йыл). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1949), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). 1970 йылдан 2000 йылға тиклем — Өфө ҡалаһы РТИ мәҙәниәт йортоноң балет халыҡ коллективтары етәксеһе. 1959—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында баш балетмейстер вазифаһын башҡарыусы.

1986 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була.

Фәрит Сабир улы Йосопов "Баҡсаһарай фонтаны"нда Гәрәй, "Ромео менән Джульетта"ла Тибальд һәм Парис, "Раймонда"ла Әбдрәхмән, «Ҡара йөҙҙәр»ҙә Сәлим, "Гөлнәзирә"лә Ҡасымбай, "Сыңрау торна"ла Арыҫланбай ролдәрен башҡара, Ж. Бизенең «Кармен» операһына һәм А. Г. Рубинштейндың "Демон"ына бейеүҙәр һала.

Артист 2001 йылдың 23 ғинуарында Өфөлә вафат була һәм ерләнә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә