Скворчиха (Ишембай районы)

Скворчиха (рус. Скворчиха, халыҡ телендәге башҡортса атамаһы Ҡолан) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. Скворчиха ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 459 кеше булған[4]. Почта индексы — 453226, ОКАТО коды — 80 231 870 001.

Скворчиха
Нигеҙләү датаһы 1742
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы)[1]
Халыҡ һаны 692 кеше (1865),
1020 кеше (1906),
1309 кеше (1920),
1539 кеше (1939),
687 кеше (1959),
489 кеше (1989),
441 кеше (2002)[2],
492 кеше (2009)[2],
459 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453226
Карта

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында юрматы ырыуы башҡорттары әүҙем ҡатнаша. Баш күтәргән халыҡ юлбашсылары рәтендә юрматы батырҙары ла була. Мәҫәлән, легендар Ҡараһаҡал (Миңлеғол Юлаев) исеме бөтә Башҡортостанға билдәле. Ихтилал барышында тиҫтәләрсә башҡорт ауылдары, шул иҫәптән Тор йылғаһы буйындағы ауылдар ҙа юҡ ителә. Заводчиктар һәм помещиктарға башҡорт ерҙәрен арзан ғына хаҡҡа ҡулға төшөрөү мөмкинлеге тыуа.

Әлеге ваҡытта Скворчиха тип йөрөтөлгән ауылға 1742 йылда[5], башҡа сығанаҡтар буйынса (Энциклопедия «Башкортостан») XIX быуаттың беренсе яртыһында Верхотор заводына ҡараған ауыл булараҡ нигеҙ һалынған тип иҫәпләнә.

Ауыл исемен Стәрлетамаҡтан помещик ҡатыны Т. О. Скворцова исеме менән бәйләйҙәр (һәм Татьяновка, Осиповка исемдәрен дә). Ул Кинйәкәй ауылы башҡорттарынан Ергәбушты (Юргашка) йылғаһы буйында ерҙәр һатып ала. Ауылдың «Алаҡолан» исеме менән аталып йөрөтөлгәне («ала һәм ҡолон» һүҙҙәренән) ауылдан 2 км төньяҡтараҡ аҡҡан Ҡолан йылғаһы исеменән килә. Әле лә бындағы башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа ауылды Ҡолан тип атай.

Скворчиха (Алакулан) ауылы ревизия документтары буйынса (8 ревизия, 138 бит):

«Тысяча восемь сот тридцать четвертого года апреля первого дня Оренбургской губернии Стерлитамакского уезда при судний к Верхоторскому медеплавильному заводу деревни Скворчихи (которая именовалась Алакуланом) госпожи штатс-дамы Ея Императорского Величества и кавалерственной дамы Екатерины Александровны Пашковой о состоящих мужского и женского пола направе помещечьих крестьян»[6].

Революцияға тиклем бында сиркәү приходы училищеһы, земство мәктәбе була. Ауыл кешеләре Верхотор заводына ағас күмере әҙерләргә тейеш була, бынан тыш улар ер эшкәртә, мал-тыуар аҫырай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

1906 йылда бакалея лавкаһы, тирмән, икмәк һаҡлай торған магазин, бәләкәй сиркәү була.

1930—1990 йылдарға тиклем ауыл халҡы башлыса колхозда эшләй (1930- Сталин исемендәге, һуңыраҡ унан Ворошилов, «Пламя», «Новая заря» айырылып сыға; 1956- «Путь к коммунизму», 1962—1992 йылдарҙа- «Родина» колхозы, 2000—2007 йылдарҙа -СПК «Родина», 2007 йылда ул банкрот тип иғлан ителә).

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Ауылда ике ҡатлы урта мәктәп (өлкән кластар автобустар менән ҡалаға йөрөтөлә), «Ромашка» балалар баҡсаһы, клуб, китапхана эшләй. 4 таҡта ярыу цехы бар. А.Привалов крәҫтиән хужалығы Ишембай районында иң уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе тип иҫәпләнә. Бында башлыса Кинйәкәй һәм Скворчиха ауылы кешеләре эшләй.

Скворчиха мәктәбе тарихынан

үҙгәртергә

1890 йылда ауылда земство мәктәбе асыла. 1919 йылда ул беренсе баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе тип йөрөтөлә башлай. 1932 йылдан- колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 йылдан — тулы булмаған урта мәктәп, 1992 йылдан — урта мәктәп статусын ала. 1993 йылда ауылда ике ҡатлы кирбес мәктәп төҙөлә. Мәктәптә мәктәпкәсә белем биреү төркөмө эшләй.

Мәктәп директорҙары:

Акшенцева П. П. (1892 йылдан), Е. Т. Пестряев (1914 йылдан), С. А. Полякова (1929 йылдан), М. А. Андреев (1934 йылдан), С. А. Десятков (1935 йылдан), Я. Н. Кутузов (1939 йылдан), А. А. Соболева (1942 йылдан), Е. С. Гусева (1944 йылдан), Я. Н. Кутузов (1946 йылдан), Е. Г. Войнов (1952 йылдан), Т. А. Устимова (1977—1989, 1995—2009), А. А. Ниғмәтуллин (1989 йылдан), С. М. Арсланов (!994 йылдан), Г. Ф. Бардовская (2009—2012, 2019 йылдан),С. Р. Калимуллина (2012 йылдан).

Был мәктәптә төрлө йылдарҙа Архангельская Варвара Васильевна (1909—1926 йылдар тирәһе, Варвара Затворница), Рәсәй Федерацияһы мәғарифы отличнигы Ф. Н.Ғәлиева, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре М. А.Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы В. С. Каскинова һәм башҡалар эшләгән.

Мәктәп биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә 1970 йылда обелиск ҡуйылған.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

1865 йылда бында 181 йортта 692 кеше йәшәгән.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1309
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1539
1959 йыл 15 ғинуар 687
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 489
2002 йыл 9 октябрь 441
2010 йыл 14 октябрь 459 219 240 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Юрғаш йылғаһына уның Юрғабаш һәм Иҫке Ыҙма ҡушылдыҡтары ағып төшкән урын эргәһендә урынлашҡан. Ауыл территорияһында Юрғабаш йылғаһына Серғутлан йылғаһы ҡоя.

Ауылдан 3 км алыҫлыҡта Йылға (Сыңғафйылға, Бәләкәй Йылға) йылғаһының инеше урынлашҡан.

Алыҫлығы:[7]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 36 км

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[8]:

  • Үрге урамы (рус. улица Верхняя)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Инеш урамы (рус. улица Ключевая)
  • Түбәнге урамы (рус. улица Нижняя)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. ПРИКАЗ Управления по делам архивов при Правительстве РБ от 28.02.2007 № 8 "О КАЛЕНДАРЕ ПРАЗДНИЧНЫХ И ПАМЯТНЫХ ДНЕЙ, ПРОФЕССИОНАЛЬНЫХ ПРАЗДНИКОВ И ЮБИЛЕЙНЫХ ДАТ РЕСПУБЛИКИ БАШКИРИЯ 2013 йыл 22 октябрь архивланған.
  6. Д.Скворчиха (Алакуланом), 8 ревизия. стр. 138 — Наши Предки
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡолғона ауылы
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Мурахтина Нина Петровна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә