Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы — Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһында эшләп килгән юғары уҡыу йорто.

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
Нигеҙләү датаһы 1939
Рәсем
Рәсми атамаһы Бирское педагогическое училище, Бирская государственная социально-педагогическая академияр һәм Бирский педогогический институт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөрө
Рәсми сайт birsk.ru/node/1002

Тарихы үҙгәртергә

Бөрө дәүләт социаль-педагогия академиһына 1939 йылда Бөрө педагогия училищеһы базаһында Уҡытыусылар институты булараҡ асыла. 1952 йылдан башлап педагогия институты тип атала, 2005 йылдан социаль-педагогия академияһы статусын ала. 2012 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо буйынса Башкорт дәүләт университетының Бөрө филиалы тип үҙгәртелә.[1]

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында 10 факультет (башланғыс белем педагогикаһы һәм методикаһы, биология‑химия, сит телдәр, тарих, технология һәм эшҡыуарлыҡ, педагогия һәм психология, физик культура, физика‑математика, филолология, художество‑графика) эшләй. Шулай уҡ академия ҡарамағында китапхана, Һ.Л.Дәүләтшина музейы, агробиостанция, дендрарий, «Дуҫлыҡ» һәм «Шәмсетдин» спорт лагерҙары, картиналар галереяһы бар.

1992 йылда Акададемия эргәһендә педоагогия лицейы ойошторолған. Академияны тамамлаусыларға белгес, бакалавр квалификацияһы дипломы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 26 һөнәр буйынсаса алып барыла. 5 һөнәр һәм 2 йүнәлеш буйынса аспирантура эшләй.

2010 йылға торошло, Коллективта эшләгән уҡытыусылар араһында 38 фән докторы һәм 140 кандидаты эшләй. 50 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. «Гёте» немец мәҙәни үҙәге Германия, Австралия, АҠШ, Бөйөк Британия, Нидерланд вуздары менән хеҙмәттәшлек итә.

 
Университеттың төп корпусы

Филиалда фәндең төрлө тармаҡтары буйынса аспирантура уңышлы эшләй: физика һәм математика, химия, биология, филология, педагогика (барлығы 12 һөнәр буйынса). Тикшеренеүҙәр өс фәнни лаборатория һәм туғыҙ фәнни мәктәп базаһында үткәрелә. Даими рәүештә студенттар фәнни конференцияләры үткәрелә. Студентларҙың ялы яҡшы ойошторолған. «Биряночка» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм студенттар театры филиалдың ғорурлығы булып тора. Был коллективтарға «халыҡ ансабле» исеме бирелгән.[2]

Академия биләмәһендә Һәҙиә Дәүләтшинаға һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә