Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы

ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)

Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы (15 март 1955 йыл) — ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)[1].

Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы
Рәсем
Тыуған көнө 15 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы, уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ташбулат Дәүләтшин, ҡурайсы һәм йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ташбулат Мостафа улы Дәүләтшин 1955 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Байыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә[2]. 1971—1974 һәм 1976—1999 йылдарҙа «Йылайыр» совхоз-техникумында тракторсы, балта оҫтаһы[3] булып эшләй. 1974—1976 йылдарҙа Байыш ауылындағы «Урғаҙа» ауыл мәҙәниәт йортонда директор булып эшләй. 1999 йылдан алып Баймаҡтағы Ғ. Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбенең Байыш ауылындағы филиалында ҡурай класы уҡытыусыһы булып эшләй. 2002 йылда Сибай педагогия колледжын тамамлай[1].

Ижады һәм ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Ҡурайҙа уйнауҙың традицион стиленә эйә, өзләү ҡушып уйнау хас. Репертуарында оҙон көйҙөң инструменталь варианттары, шул иҫәптән «Азамат»,«Әрме», «Буранбай», «Илсе Ғайса», «Ильяс», «Ҡаһым түрә», «Ҡолой кантон», «Сибай», «Урал», «Шәүрә».

Халыҡ-ара фольклор фестивалендә (Тале ҡалаһы, Германия, 1989), «Вашшои» (Осака ҡалаһы, Япония, 2000) Бөтә донъя фольклор фестивалендә һәм башҡаларҙа ҡатнаша. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1987), Халыҡ-ара фольклор сәнғәте радиояҙмалары конкурсында Гран-при[2] яулай һәм Алтын миҙалға лайыҡ була (Братислава ҡалаһы, Чехословакия, 1989), Й.Иҫәнбаев исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, 1988, 1989; Өфө, 2000) һәм башҡа конкурстар лауреаты[1]. 1990 йылда Баймаҡ районының «Ирәндек» бейеү ансамбле менән Красноярск ҡалаһында үткән Икенсе Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша һәм лауреат була[2] .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Икенсе баҫма. Баймаҡ ҡалаһы 2010 йыл
  3. Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Китап, Уфа, 2002

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. YouTube сайтында Видео Мой любимый учитель