Закир Һаҙый, Һаҙыев Закир Һаҙый улы (15 март 1863 йыл1932 йыл) — ХХ быуат башы яҙыусыһы[2].

Закир Һаҙый
Һаҙиев Закир Һаҙи улы
Zakir-HaZi.jpg
Тыуған көнө:

15 март 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ҡорос улусы[1] Йәрәмкә ауылы

Вафат булған көнө:

1932({{padleft:1932|4|0}})

Вафат булған урыны:

Рязань өлкәһе, Бимсала ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

БиографияһыҮҙгәртергә

Закир Һаҙый улы Һаҙыев 1863 йылдың 15 мартында Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡорос улусының[1] Йәрәмкә ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде ауылда хәлфә булып эшләгән үҙ атаһынан ала. 1876 йылда атаһы уны Йәрәмкәнән 40 саҡрым алыҫлыҡтағы Тымытыҡ ауылы мәҙрәсәһендә уҡырға бирә. Иҫке типтағы был мәҙрәсәлә 10 йыл самаһы ғүмер уҙҙырғандан һуң, Закир Ҡасим ҡалаһының йәҙитсе ысулы менән уҡытылған бер мәҙрәсәһендә белем ала. Унда, дини дәрестәрҙән тыш, география, хисап, тарих буйынса ла күпмелер белем бирәләр. Уҡыуын тамамлағандан һуң, З. Һаҙи ғүмере буйына төрлө ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа балалар уҡытыу менән шөғөлләнә. Ҡалалағы ҡайһы бер уҡытыусылар ярҙамында рус телен дә үҙләштерә. Әҙип 1932 йылда хәҙерге Рязань өлкәһенә ҡараған Бимсала ауылында вафат була.

ИжадыҮҙгәртергә

Закир Һаҙиҙың әүҙем ижад осоро XX быуаттың тәүге ун йыллығына тура килә. 1904—1905 йылдарҙа Ырымбурҙа уның «Бәхетле ҡыҙ», «Официант», «Хәйер-доға» һәм «Бәхетһеҙ ҡыҙ», 1906—1908 йылдарҙа Ҡазанда «Мәғсүм», «Яңы әсхәбе кәһәф» («Мәмерйәнең яңы хужалары») һәм «Йыһанша хәҙрәт» исемле әҫәрҙәре айырым китаптар булып нәшер ителә.

Яҙыу стилеҮҙгәртергә

Яҙыусы үҙенең ижадында заманына хас булған мөһим проблемаларҙы мәғрифәтселек позицияһынан сығып күтәрә. Йәш быуынға заманса тәрбиә, белем биреү, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, йәмғиәттә юғары әхлаҡ сифаттарын өлгө итеп ҡуйыу — уның әҫәрҙәренең үҙәгендә торған төп мәсьәләләр.

Ауыл халҡының көнкүреш йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, холоҡ-ҡылыҡтарын, мәҙрәсәләрҙәге уҡытыу тәртиптәрен яҡшы белгән әҙип үҙенең һәр ижад емешендә ауыл тормошон яҡтыртыуға ҙур урын бирә. Был, бер яҡтан, уның әҫәрҙәренең реалистик нигеҙен нығытһа, икенсе яҡтан, ауылдарҙағы алама ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ҡәҙимсе муллаларҙы, хәлфәләрҙе, иҫке мәҙрәсәләрҙәге ҡырағай тәртиптәрҙе тәнҡитләргә киң мөмкинлектәр асҡан.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә