Солтанов Сәғәҙей Әхмәҙиә улы
Солтанов Сәғәҙей Әхмәҙиә улы (рус. Султанов Сагдий Ахмадиевич) (15 март 1922 йыл — 25 май 1992 йыл) — геолог, СССР дәүләт премияһы лауреаты (1983). Геология-минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). РСФСР-ҙың һәм ТАССР-ҙың (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1976) , СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1966), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Октябрь Революцияһы, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Солтанов Сәғәҙей Әхмәҙиә улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 март 1922 |
Тыуған урыны | Үрге Ғәле, Үҫәргән кантоны, Башҡорт АССР-ы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 25 май 1992 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | Өфө дәүләт нефть техник университеты |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәғәҙей Әхмәҙиә улы Солтанов 1922 йылдың 15 мартында БАССР‑ҙың Үҫәргән кантоны Түбәнге Ғәле ауылында (хәҙер БР‑ҙың Йылайыр районы Үрге Ғәле ауылы) тыуа. 1940 йылда 2-се Өфө урта мәктәбен бишлегә генә тамамлай. Тиҙҙән егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Хәрби курстарҙан һуң, 1941 йылдың октябрь айынан Бөйөк Ватанды һаҡлаусылар рәтенә баҫа. Мәскәүҙе обороналау, Калуга, Бобруйск, Брест, Варшава ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Данцинг порт-ҡәлғәһен штурмлай. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Инвалид булып ҡала[1].
1951 йылда И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай, 1954—57 йылдарҙа шунда уҡ эшләй. 1952—53 йылдарҙа “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығында: өлкән инженер, технология бүлеге начальник урынбаҫары; 1957 йылдан алып Бөгөлмә ҡалаһында Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында: промысла геологияһы лабораторияһы етәксеһе, 1958 йылдан башлап үҙләштереү бүлеге начальнигы, 1963 йылда — геология һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү өлкәһендә фән буйынса директор урынбаҫары; 1983 йылдан алып Өфө нефть институтында эшләй[2]. Өфө нефть институтының геология кафедраһы профессоры.
Солтанов Сәғәҙей Әхмәҙиә улы 1992 йылдың 25 майында Өфөлә вафат була. Ҡәбере Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратындағы «Дан» аллеяһында урынлашҡан.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСолтанов Сәғәҙей Әхмәҙиә улы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе контролдә тотоу өсөн ядро геофизикаһы ысулдарын индереү эшен ойоштороусыларҙың береһе.
Профессорҙың уйлап тапҡан эштәре лә бар, уларҙың дүртәүһе ил ВДНХ-һының миҙалдары менән бүләкләнгән. Импульслы нейтрон ысулдарын ҡулланып карбонат ҡатламында ятҡан нефть ятҡылыҡтарын разведкалауҙың һәм нефть ятҡылыҡтарын файҙаланғанда юғары баҫымды ҡулланыуҙың яңы ысулын эшләгәне өсөн Сәғәҙей Әхмәҙей улы ике тапҡыр И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты исеменә лайыҡ була.Ә нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалауҙың һәм эшкәртеүҙең эффектлығын күтәреүҙә импульслы нейтрон методтарын эшләгәне һәм киң индергәне өсөн С.Ә.Солтанов 1983 йылда СССР Дәүләт премияһы лауреаты була[3].
Сәғәҙей Әхмәҙей улы «БашНИПИнефть», УНИ, Ҡазан университетында, Пермь политехник институтында фән докторҙары һәм кандидаттары тигән ғилми дәрәжә биреү буйынса бик күп советтарҙың ағзаһы булып тора. Ул шулай уҡ илдең ВАК эксперт советы ағзаһы, нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү мәсьәләләре бу-йынса Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми советы ағзаһы булып тора.[4]
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Уның хеҙмәттәре инглиз, француз, немец, япон телдәренә тәржемә ителгән.Үҙе яңғыҙ һәм башҡа авторҙар ҡатнашлығында уның 15-тән ашыу китап-монографияһы баҫылып сыҡҡан.
Султанов С.А. Контроль за заводнением нефтяных пластов. М., 1974.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
- ТАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
- СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1966)
- СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1981)
- СССР дәүләт премияһы (1977)
- И.М.Губкин исемендәге премия (1962, 1983) лауреаты.
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
Әҙәбиәт
үҙгәртергәМуталов М.Г. Корифей нефтяной геологии. Уфа, 2001. Татарский энциклопедический словарь. - Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998 - 703 с., илл
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Нефть геологияһы корифейы
- ↑ Солтанов Сәғәҙей Әхмәҙиә улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Нефть геологияһы корифейы
- ↑ Нефть геологияһы корифейы