Үрге Мәмбәт
Үрге Мәмбәт (рус. Верхнемамбетово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 182 кеше[1]. Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807003.
Ауыл | |
Үрге Мәмбәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәМәмбәт антропонимынан[2] алынған: ауылға нигеҙ һалыусы Мәмбәт Әбдрәшитовтың исеме бирелгән[3].
Географик урыны
үҙгәртергәТаналыҡ йылғаһының Йәноҙаҡ-Һаҙ ҡушылдығы янында урынлашҡан[3]
Тарихы
үҙгәртергә1816 йылда[3] Йомаш, Мырҙаҡай һәм Ярат ауылдарынан бүленеп сығыусылар Мәмбәт ауылына нигеҙ һала. Ауылға тәүгеләрҙән булып күскән Мырҙаҡай ауылы кешеһе Мәмбәт Әбдрәшитов исеме бирелгән.
ХХ быуат башында ике Мәмбәт ауылы була, Түбәнге Мәмбәт Үргеһенән 3 километр алыҫлыҡта ятҡан[3] (хәҙер ул ауыл бөтөрөлгән). Халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә.
Мәмбәттәр Һарытау өлкәһендә
Хәҙерге Һарытау өлкәһе биләмәһендә Пугачев һәм Перелюб райондары составында башҡорт ауылдары барлыҡҡа килә. Сәбәбе — XVIII быуат аҙағында ҡалмыҡ ханлығы Рәсәй империяһына буйһондоролғандан һуң буш ятҡан ерҙәргә төрлө улустарҙан башҡорттар күсә башлай. Ҡунаҡбай (икенсе исеме Хәсән) ауылына 6-сы кантондың Мәмбәт ауылынан башҡорттар күсә башлай. Мәмбәт халҡы — бөрйәндәр[4].
Совет осоро
1931 йылда РККА-ның 46-сы һанлы Баймаҡ йылҡы заводын ойошторған саҡта уның подразделениеһы була. 1956 йылда йылҡы заводы базаһында «Баймаҡ» сиҙәм совхозы ойошторола, Үрге Мәмбәт совхоз составында ҡала, һуңынан унда «Баймаҡ» ПСК-һы була[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 162 | 87 | 75 | 53,7 | 46,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (97 %) йәшәй[6].
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы — подполковник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уның полкы Берлинда империя канцелярияһын баҫып ала.
- Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы — биология фәндәре докторы, доцент.
- Дәүләтбаев Әбделхаҡ Айса улы — фәндәр докторы, Ҡаҙан хиимик-технологик инттитутының элекке ректоры[5].
Видеояҙмалар
үҙгәртергә— YouTube сайтында Видео Баймаҡ районы Мәмбәт ауылы халҡы ярҙам һорай
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. 159 бит
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Һарытауҙағы башҡорт ауылдары тарихынан
- ↑ 5,0 5,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Үрге Мәмбәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |