Сәғүд Ғәрәбстаны (ғәр. المملكة العربية السعودية‎‎‎, әл-Мәмлә́кә әл-Әраби́йәһ әс-Сәүди́йәһ) — Ғәрәп ярымутрауындағы иң ҙур дәүләт. Төньяҡтан Иордания, көнсығыштан Ғираҡ, Ҡатар, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, көньяҡтан Оман һәм Йемен илдәре менән сиктәш. Төньяҡ-көнсығыш яғы Фарсы ҡултығы һәм көнбайыш яғы Ҡыҙыл диңгеҙ менән йыуыла.

' Сәғүд Ғәрәбстаны короллеге
'
{{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Рәсми телдәр Ғәрәп теле[1]
Баш ҡала Әр-Рияд
Территория
• Бөтәһе

2 149 690 км²
Валюта сәғүд риалы
Интернет-домен .sa[d] һәм السعودية.[d]
Код ISO SA
МОК коды KSA
Телефон коды +966
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d] һәм Asia/Riyadh[d][2]

Ислам диненең ике изге ҡалаһы —Мәккә һәм Мәҙинә булғанға, Сәғүд Ғәрәбстанын «Ике мәсет иле» тип атайҙар. Дәүләттең ҡыҫка исеме — әс-Сүғүдийә (ғәрәпсә السعودية‎‎). Сәғүд Ғәрәбстаны хакимлыҡ иткән династия сәғүдиҙәр исемен йөрөтә. Бөгөнгө көндә Иордания Хашимит Батшалығы һәм Лихтенштейн кенәзлеге династия исеме менән атала.

Сәғүд Ғәрәбстаны үҙенең ғәйәт ҙур нефть запасы менән Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының төп вәкиле. Нефть экспорттың 95 % һәм килемдең 75 % тәшкил итә һәм халыҡтың мул тормошта йәшәүен тәьмин итә.

Географияһы

үҙгәртергә
 
Беренсе Сәғүд дәүләте
 
Руб әл Хали

Сәғүд Ғәрәбстаны Ғәрәп ярымутрауының 80 % территорияһын биләй. Дәүләттең сиктәре аныҡ ҡына билдәләнмәгәнгә күрә Сәғүд Ғәрәбстанының майҙаны билдәле түгел. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 2 217 949 км², икенселәре 1 960 582 км²-ҙан алып 2 240 000 км²-ға етә, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, Сәғүд Ғәрәбстаны донъяла майҙаны буйынса 13-сө урында тора.

Илдең төньяғында, Ҡыҙыл диңгеҙ буйлап әл-Хижаз тауҙары һуҙылып киткән. Көньяҡ - көнсығышында тауҙарҙың бейеклеге 2500 метрға етә. Сәғүд Ғәрәбстанының иң бейек нөктәһе - Джәбәл-әл-Ләүҙ түбәһе. Шунда уҡ Әсир шифаханаһы урынлашҡан, ул туристарҙы йәшллеге һәм климаты менән ылыҡтыра. Көнсығышы башлыса сүллектәрҙән тора. Сәғүд Ғәрәбстанының көньяғы һәм көньяҡ көнсығышы тулыһынса Руб-әл-Хали сүллегенән тора, уның аша Йемен һәм Оман] сиктәре үтә.

Сәғүд Ғәрәбстанының иң ҙур майҙанын Ғәрәп ярымутрауы сүллектәре биләй. Бына бәҙәүи ҡәбиләләр көн күрә. Халҡы бер нисә эре ҡала тирәләй , ҡағиҙә булараҡ, йә көнбайышында, йә көнсығыш яр буйында йәшәй.

Рельефы

Илдең күп өлөшө — көнсығышта 300—600 м, көнбайышта 1520 м-ға еткән ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. Улар аша һирәк кенә ҡоро йылғалар йырҙаһы - вади. Көнбайышында - Хижаз(ғәрәпсә «кәртә») һәм Әсир (ғәрәпсә «ауыр») тауҙары, бейеклеге ярашлы рәүештә 2500—3000 м, 3353 м. Яр буйына Тихама уйһыулығына табан һөҙәкләнеп килеп төшә. Төньяғында, Иордания сиге буйлап Әл-Хамад сүллеге китә. Төньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә иң эре ҡом сүллектәре: Оло Нефуд һәм Кесе Нефуд (Дехна), улар ҡыҙыл ҡомло булыуы менән билдәле; көньяғы һәм көньяҡ көнсығышында — Руб-әл-Хали (ғәрәпсә «буш сирек») сүллеге. Сүллектәр аша Йемен, Оман һәм БҒӘ сиктәре үтә, тик улар аныҡ билдәләнмәгән. Сүллектәрҙең дөйөм майҙаны 1 млн км², шул иҫәптән Руб-әл-Хали — 777 мең. км². Фарсы ҡултығы буйлап урыны-урыны менән һаҙмырт һәм тоҙло уйһыулыҡтар китә. Яр буйҙары ҡомло, артыҡ йырғысланмаған.

Сәғүд Ғәрәбстанының климаты бик ҡоролоҡло. Ғәрәп ярымутрауы — ер йөҙөндә йәйгеһен һәр саҡ 50 °C һәм юғарыраҡ эҫелек булған һирәк урындарҙың береһе. Ҡар Джизан тауҙарыңда ғына булғылай, унда ла йыл да түгел. Ғинуарҙа уртаса температура ҡала һәм сүллектәрҙә 8 °C -тан 20 °C -ҡа , Ҡыҙыл диңгеҙ ярында 20 °C-тан 30 °C-ҡа етә. Йәйгеһен күләгә 35 °C-тән 43 °C-кә күтәрелә. Сүлдә төнөн температура 0 °C-ҡа етеүе ихтимал, сөнки ҡом тиҙ һыуына.

Яуым-төшөм йылына уртаса 100 мм. Сәғүд Ғәрәбстанының үҙәгендә һәм көнсығышында ямғыр ҡыш һәм яҙғыһын, ә көнбайышында тик ҡышҡыһын ғына була.

Һауа температураһы[3]

Ай көндөҙ, °C төнөн яуым-төшөм, мм
Ғинуар 22 16.5 21
Февраль 23.5 16.5 8
Март 26.5 16.5 16.5
Апрель 29.5 18.5 4
Май 33 22.5 3.5
Июнь 34.5 24.5 0
Июль 38 24.5 0
Август 37 25 0
Сентябрь 35 24.5 0
Октябрь 33 21.5 3
Ноябрь 24 15 11
Декабрь 29 17 11.5

Эске һыуҙар

үҙгәртергә

Сәғүд Ғәрәбстаны тулыһынса ағын һыу булмаған өлкә булып тора, ваҡытлыса һыу ағымдары (вади) тик көслө ямғырҙарҙан һуң ғына барлыҡҡа килә. Уларҙың иң эреләре  — Эр-Румма, Эс-Сирхан, Эд-Давасир, Биша[ar], Наджран[en]. Ҡойма ямғырҙарҙан һуң вади батҡаҡ ағымына әүрелә. Оазистар види исеме менән атала [4].

Үҫемләктәр донъяһы

үҙгәртергә

Ҡомло урында урыны менән ау саҡсауыл, дөйә сәнскеһе, ташлы урында лишайниктар, лава яланында әрем, астрагал, ҡороған йылға буйҙарында (вади) — ялғыҙ тирәктәр, тоҙлораҡ тупрағта — тамариск; Яр буйҙарында һәм солончакта голофит ҡыуаҡтар үҫә. Ҡомло һәм таш сүллектең ҙур өлөшө үҫемлектәр ҡатламынан мәхрүм ителгән. Яҙ һәм дымлы йылдарҙа үҫемлектәр араһында эфемерҙар арта. Асира тауында акация, ҡырағай зәйтүн, миндаль үҫә. Оазистарҙа хөрмә, цитрус, банан ағастары, бөртөклө һәм баҡса культуралары үҫә.

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Хайуандар донъяһы шаҡтар төрлө: антилопа, газель, даман, бүре, шаҡал, гиена, төлкө-фенек, каракал, онагр ҡырағай ишәге, ҡуян. Кимереүселәр (йомран, ялман) һәм һөйрәлеүселәр (йыландар, кәҫәрткеләр, ташбаҡалар) күп. Бөркөт, төйлөгән, гриф, ыласын-сапсан, туғаҙаҡ, һабан турғайы, рябка, перепел, күгәрсен кеүек ҡоштарҙы һанап үтергә була. Яр буйы түбәнлектәре саранчалар үрсеү урыны булып тора. Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Фарсы ҡултығында 2000 артыҡ коралл төрө бар[5]. Ҡара коралл айырыусы ҡиммәт баһалана. Ил майҙанының 39,64 % айырыусы һаҡлау биләмәһе булып тора. унда 128 һайырыуса һаҡлау биләмәһе урынлашҡан. 1980 йылдарҙың уртаһында хөкүмәт Асир Милли паркын ойоштора. Паркта оракс һәм тау кәзәһе кеүек юғалып бөтөп барған хайуандар һаҡланып ҡалған.

  • Васильев А. М. История Саудовской Аравии от середины 18 в. до конца 20 в. — М., 1994.
  • Васильев А. М. История Саудовской Аравии (1945 — конец XX в.). — М., 1999.
  • Косач Г. Г. Саудовская Аравия: внутриполитические процессы «этапа реформ» (конец 1990—2006 г.). — М.: Институт Ближнего Востока, 2007.
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
  • Густерин П. Памяти Карима Хакимова — дипломата и учёного // Дипломатическая служба. — 2008. — № 1.
  • Густерин П. Полпред Назир Тюрякулов // Азия и Африка сегодня. — 2011. — № 11.
  • Сауд Хусейн Саид Захрани. Саудовская Аравия: политика в области культуры и образования (70-90 е-годы). — М.: 2001. — 132 с.
  • Нейматов А.Я. Внешняя политика и дипломатия Саудовской Аравии в контексте цветных революций «Арабской весны». — М.: Горячая линия — Телеком, 2015. — 146 с. — ISBN 978-5-9912-0526-9.

Төп ҡалалалары - Мәккә һәм Мәҙинә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1 // Основной низам правления Саудовской Аравии
  2. 2,0 2,1 2,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  3. Погода в Саудовской Аравии по месяцам. turpogoda.ru. Дата обращения: 29 август 2016.
  4. Саудовская Аравия / Алексеева Н. Н., Божко Н. А. и др // Румыния — Сен-Жан-де-Люз [Электронный ресурс]. — 2015. — С. 459—472. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.
  5. Саудовская Аравия. Охраняемые территории (ингл.). Protectedplanet.net. Дата обращения: 5 август 2011. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 31 октябрь архивланған.