Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы
Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы - (15.03.1915—3.11.2000, Сибай), театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
Биографияһы
үҙгәртергәИрназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы 1915 йылдың 15 мартында ул саҡтағы Ырымбур губернаһы Орск (Үр) өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуа — 2000 йылдың 3 ноябрендә вафат була, Сибайҙа ерләнә.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1941 йылда Башҡортостан филармонияһы солисы. 1942—1973 йылдарҙа Сибай драма театры актрисаһы. Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙының иртә уйналған ролдәренә, Сәрүәр («Башмағым»; дебют, 1942), Айһылыу (С.М.Мифтаховтың «Һаҡмар» — «Хакмар»), Ғәлиәбаныу («Галиябану»), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемдәге әҫәре буйынса) башлыса музыкаль спектаклдәренә лиризм һәм хислелек хас. Актриса ижадындағы артабанғы ролдәренең береһе — Шәмсинур (Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» — «Он вернулся») — тәрән драматизм менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар»ҙы, «Ғилмияза»ны, «Ғүмәров»ты, «Зөлхизә»не һәм башҡаларҙы оҫта башҡара.
Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Сибай башҡорт драма театры актрисаһы Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ирназарова Ғәәшүрә Хәйрулла ҡыҙы
- [wiki02.ru/encyclopedia/Irnazarova_Gashura_Hayrullovna/t/5828 Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы Ирназарова. Сәйетов төҙөгән, Ризуанова башҡорт теленә тәржемә иткән]