Йөйәк

Белорет районындағы ауыл, Башҡортостан

Йөйәк (рус. Зуяково) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 849 кеше[1]. Почта индексы — 453564, ОКАТО коды — 80211817001.

Ауыл
Йөйәк
Йөйәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

54°24′19″ с. ш. 57°22′20″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 817 001

ОКТМО коды

80 611 417 101

ГКГН номеры

0520410

Йөйәк (Рәсәй)
Йөйәк
Йөйәк
Йөйәк (Башҡортостан Республикаһы)
Йөйәк
Йөйәк мәктәбен тамамлаусылар уҡытыусылары менән
Шағирә Гүзәл Ситдиҡова тыуған мәктәбе уҡыусылары менән
 
Ауыл күренеше
 
Һунарсы И. Сәғәҙәтовҡа бирелгән Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Йөйәк ауылы

Риүәйәт буйынса ауылға Ҡолман тархандың улдарының береһе нигеҙ һала. Ҡолман тархан 1718 йылда батша Пётр I Указы буйынса Ҡатай улусы ерҙәренең сиктәрен аныҡлаған грамота ала («владенная выпись»). Әммә ауыл был ваҡиғанан күпкә алда булыуы мөмкинлеген ҡатайҙар менән ҡумрыҡтар араһындағы бәхәс делолары асыҡлай. Ҡатай яғынан Ҡолман был ерҙәрҙә улар бик борондан йәшәүҙәрен, ә ҡумырыҡтар яғынан Һәүәләй Аҡҡужин бәхәсле ерҙе ике йөҙ йылдан артыҡ биләүҙәрен әйтә. Йөйәк күршеһе Ғәбдөк ауылы боронғо бер картала Кулманово тип теркәлгән. Ошоларҙан сығып ауылдар күпкә алдараҡ барлыҡҡа килгән, тип фаразларға була. Рәсми сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1759 йылда иҫкә алына. Был йылда ауылдың ике кешеһе — Аяз Тоғумаев һәм Сәфәр Ҡасҡаев башҡа ҡатай ауылдары халҡының 159 кешеһе иҫәбендә сауҙагәр Матвееевҡа Инйәр буйындағы аҫаба ерҙәрен 8 йылға ҡуртымға (аренда) биреү купчийына ҡул ҡуя.

Инйәр ҡатайҙарының иң ҙур араларынан Туғанаш араһы XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклем ауылда берҙән-бер ара була. Туғанаш атамаһы районда ныҡ таралған — Туғанаш ятыуы, тауы, Сәфәрғол ауылының икенсе исеме, Арышпар ауылы янындағы бер утар исеме, Собханғол ауылы янында бер йылға исеме, Үрге, Урта, Түбәнге Туғанаш утарҙары[2].

XIX быуаттың беренсе яртыһында Туғанаш араһынан Һибәтис, Һәйетбай, Мәнтәй, Күскенсе аралары айырылып сыға, ҡайһы берҙәре ҡушамат булараҡ та йәбешкән. Мәҫәлән, Исмәғилов Ибраһим раҫлауынса, буғашай тигән атама был нәҫелдең үҙ-һүҙле, ныҡыш булыуҙарына ҡарата бирелгән(«б…ғын ашаһа ашар, әммә үҙ һүҙен бирмәй улар», тиҙәр уларға ҡарата). Ә уға тиклемге араны Ибраһим бабай «Ниңә, шул элекке атама -Туғанаш булған, әлбиттә!»-тип яуаплай. Атауллин Хөснөтдин, Солтанов Әхмәҙғәле, Йәһүҙин Бәйтулла, Фәтиха Ғәрифуллиналар ауылда борон Туғанаш араһы булыуын яҙҙырҙылар.

Атамалар

үҙгәртергә

Ауыл Йөйәк йылғаһы буйында дүрт урында булып, әлеге урында Һибәтулла Ҡолбаев 1833 йылда күсеп ултырғас барлыҡка килгән. Элекке урындарҙа Үрғышлау (Үрге ҡышлау), Арғышлау (Араҡышлау), Иҫке ауыл, Түбәнге ауыл атамалары тороп ҡалған. Һибәтулла Ҡолбаев турһында сығарылған йыр ҙа бар ине. Олоялан тигән урында Изгеләр зыяраты (Яҡшылар зыяраты тип тә йөрөтәләр) бар. Унда бөтә Ҡатай еренән күренекле кешеләрҙе килтереп ҡуйғандар. Тик унда ҡәбер таштары ла, башҡа билдәләр ҙә беленеп бармай, серлелеге менән айырыла был урын. Риүәйәт буйынса, бында ҡасандыр бик күренекле кешене ҡуйғандар, аҙаҡтан уның янына Ҡатай иленән кемде «яҡшылар» иҫәбенә индергәндәр — шуларҙы килтереп ҡуйғандар[3].

Рәүиз мәғлүмәттәренән

үҙгәртергә

1795 йылда ауылда 179 кеше 42 хужалыҡта йәшәй, 1834 йылғы рәүиз 162 ир кеше, 118 ҡатын кешене теркәй.1859 йылғы рәүиз 135 ир кешене, 134 ҡатын кешене теркәй. 1924 йылғы Уҫманғәле улусы буйынса төҙөлгән ведомостә ауылда 205 ир кеше, 219 ҡатын ҡыҙ теркәлә, 1961 йылда ауылда 839 кеше йәшәй, ә 2006 йылдың 1 ғинуарында — 914 кеше (257 хужалыҡ). Ауылдың халҡы башҡорттар, егерменсе быуат башында ауылға бер нисә татар һәм урыҫ ғаиләһе килеп нигеҙләнә. Әлеге көндә лә уларҙың нәҫелдәре, Белорет — Шишмә тимер юлы төҙөлөшө осоронда килгән ғаиләләрҙең бер нисәһе ауылда йәшәйҙәр. Балалары башҡорт мәктәбендә уҡый, башҡорт телендә иркен аралаша[4].(И.138, оп.2, д.556, д.695,763а).

Ауылда этнографик тикшеренеүҙәр менән С.Руденко, Л.Берхгольц, Д.Никольский, егерменсе быуаттың егерменсе йылдарында Дмитриев етәкселегендәге этнографик экспедиция подотряды була. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Н. В. Бикбулатов, М. Муллағолов,Р.Б. Әхмәҙиев, Ә. Сөләймәнов, Р. Солтангәрәева һ.б. ауылда тикшеренеү эштәре менән булып китәләр.

Ауылдың тарихы краевед Р. Шәйбәков материалдарында киң яҡтыртыла. Ауыл мәктәбендә уның тарафынан бик бай музей булдырылған. Музей Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы музейҙары иҫәбенә кергән[5]..

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауыл исеме шул исемдәге йылғанан алынған. Ауыл ун туғыҙынсы быуаттың утыҙынсы йылдарына тиклем Йөйәк йылғаһы буйлап дүрт урында теркәлә, әлеге урында ауыл Генерал-губернатор Перовскийҙың утарҙарҙа йәшәүҙе тыйған указынан һуң ойошҡан.[6]

Йылға исеме «Йөй» һүҙенән барлыҡҡа килгән, тигән вариантты Атауллин Хөснөтдин бабай яҙҙырҙы. Башҡорт халҡы йылғаларға исемде йыш ҡына уның сифаты буйынса ҡушҡан. Бабай раҫлауынса Йөйәк йылғаһы яҙ көнө ярҙарынан сығып ярҙы ашап икенсе ерҙән аға, ә элекке йырҙа үлән баҫып бөтөп ерҙә «йөй»ҙәр ҡалдыра. Ауыл янындағы Аҡтау башынан йылға тамағына табан ҡараһаң яландар шундай «йөйҙәр» менән сыбарланған.

Йөйәк һөйәктән барлыҡҡа килгән, йылғаға ҡорбан итеп салған малдың һөйәген ташлағандар тигән вариант бар(Исмәғилов Сафа).

Тағы бер фаразды Гүзәл Ситдиҡова бирә. Монгол телендә «зөөг» һүҙе — «һыуыҡ» тигәнде аңлата, ә «з» менән «й» телдә бер-береһен алмаштырып килеүсән, шуға күрә был вариант та урынлы булыуы ихтимал, ти ул.

Ауыл халҡы башлыса тәүге вариантты иң дөрөҫө тип иҫәпләй. Тик атамалар тамыры төптәрәк яталыр. Йөйәк-Йайыҡ-Эйек исемдәре оҡшашлығынан сығып уның исеме төрки телдәрҙә ҡулланылған «йәйек» йылға тигән мәғәнәлә ҡарарға ла булыр ине, тик Йөйәк йылғаһы бик киң түгел. Боронғо төрки телдәрҙә ыдук//ыйык «изге» йылға тигәнде аңлатыуын иҫәпкә алып ошо вариант та иғтибарға лайыҡ, тиергә була лыр. Эҙләнеүҙәрҙе ошо йүнәлештә лә алып барырға кәрәктер[7].

Ә нисек «Йөйәк» "Зөйәк"кә әүерелгән һуң? Был урыҫсаға тәржемәнең кире башҡортсаға калькаланыуынан килеп сыҡҡандыр. Ун һигеҙенсе- ун туғыҙынсы быуат урыҫ документтарында ауыл Зюяково тип яҙыла, төркисәнән урыҫсаға бер тәржемәлә Юяково варианты бар. Тимәк, ауыл исеме урыҫсаға Юяково-Зюяково тип ауҙарылған, һуңғараҡ урыҫ теленә тағы ла яраҡлаштырылып Зуяковоға әйләнгән. Йылға исеменән алынғас ауыл исеме уға «-ово» ҡойроғо тағылырға тейеш түгел, ул Зуяк ҡына булырға тейеш. Билдәле крайҙы өйрәнеүсе М. Ф. Чурко (утыҙынсы йылдарҙа репрессиялана) яҙмаларында ауыл тик Зуяк формаһында яҙыла. Ауылдың ике төрлө атап йөрөтөлөүе совет власы урынлашҡас барлыҡҡа килгән (өлкән быуын тик Йөйәк формаһын ҡулланды)[8].[9]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[10]2009[10]2010[11]
858989849
Милли состав

95 % халҡы — башҡорттар

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 150 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Зуяково): 1 км

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Тергеҙелгән шишмә

үҙгәртергә

Ауылдың уртаһынан аҡҡан Инйәр йылғаһына ярайһы ҙур ғына тау йылғалары — ауыл башында Һилеғорғо, түбән яғында Йөйәк йылғалары ағып төшә. Ә уң яҡ ярының уртаһындағы үҙәктән кескәйерәк Оҙонуй килеп ҡушыла. Был йылғаның үҙ шишмәһе лә бар. Уны уралтаҡан еректәр мал йөрөү арҡаһында юҡҡа сыҡҡас, шишмә лә юғалыу сигенә етә. Мәгәр шағирә Гүзәл Ситдиҡова һәм уның тормош иптәше Ғилман Ситдиҡов үҙ ғаилә ағзалары, ауылдың бер нисә кешеһе ярҙамы менән уны тергеҙеп, тирә-яғын төҙөкләндереп ҡуйҙы. Был эшкә өлөш индереүселәр араһында уҡытыусы-ветеран Ринат Шәйбәков та була[12][13]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (Ғәйнетдинова)— Нефтекама дәүләт филармонияһы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
  • Әлибаев Зәки Арыҫлан улы — әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, БДПУ доценты
  • Ғәзизов Искәндәр — йырсы
  • Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы — мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры.
  • Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы — рәссам, Салауат Юлаев премияһы лауреаты.
  • Миһранов Марс Шәрифулла улы — техник фәндәр докторы, ӨДАТУ доценты
  • Мөлөков Харис Яҡуп улы — физик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәр докторы, БДУ доценты булып эшләне.
  • Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (1931—2018), металлург, канатсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Ситдиҡова (Ғәйнетдинова) Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы — шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре
  • Шәйбәков Ринат Гәрәй улы — тарихсы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл» юбилей миҙалы(2018) менән бүләкләнгән. Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий премияһы лауреаты (2004), Белорет районының Яңыбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты(1922), Йөйәк ауылы старостаһы (2011 йылдан). I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (1995) , Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы делегаты (2010).Йөйәк ауылы мәктәбе янында тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырып, уны республика кимәлендә танытҡан шәхес.

Рәсемдәр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  • Таулы төйәк Белорет, 2012

Ауыл — видеола

үҙгәртергә
  • Зуяково YouTube сайтында Видео
  • Искәндәр Ғәзизов. Йөйәгем. YouTube сайтында Видео
  • История села Зуяково YouTube сайтында Видео
  • История села Зуяково — продолжение YouTube сайтында Видео
  • Мастера деревни Зуяково YouTube сайтында Видео
  • Гүзәлиә Шаһисолтанова. Ел ҡапҡа. YouTube сайтында Видео
  • Салауат Әйүпов. Инйәрҙең яҙғы тауыштары.[14]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках).(По материалам УНЦ РАН, ф.3, д.298, л.13-14; РГАДА, ф.1324, оп.1д.3765, л.112;МИБ, т.3, с.353-254) Белорецк, 2012.
  3. Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  4. Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  5. Сертификат «Лучший школьный музей Республики Башкортостан»
  6. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап,2002. — 256 с. — 72-я с. ISBN 5-295-03192-б
  7. Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  8. 1.Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  9. ЦГА РБ, ф.2, оп.65, д.4655; И.138, оп.2, д.556, д.695,763а
  10. 10,0 10,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  11. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  12. Тау йылғаһы ярһыу аға…
  13. Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
  14. https://vk.com/im?sel=6024990&z=video228746439_166725321%2Ff4000cbe38664b7d28%2Fpl_post_228746439_1807