13 октябрь
көнө
(13 октябрҙә битенән йүнәлтелде)
13 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 286-сы көнө (кәбисә йылында 287-се). Йыл аҙағына тиклем 79 көн ҡала.
13 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Стихия фәжиғәләре эҙемтәләрен кәметеү көнө.
Ер: Йомортҡа көнө (октябрҙең икенсе йомаһы)
- Афғанстан: Республиканың Милли ассамблеяһы нигеҙләнгән көн.
- Беларусь: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Рәссам көнө.
- Әзербайжан: Тимер юл хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Закиров Рәүеф Абдулхаҡ улы (1915—14.08.1995), дәүләт эшмәкәре. 1953—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры. Башҡорт АССР-ының 3-сө, 6—9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971, 1976) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1945, 1966) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Дәүләкән ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (1920—12.02.1994), дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры, ете саҡырылыш (IV—XI) БАССР Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Отставкалағы полковник.
тулы исемлек
- Чудинов Энгельс Матвеевич (1930—3.07.1980), ғалим-философ. 1955 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты, 1958 йылдан — Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964 йылдан — марксистик-ленинсы философия һәм фәнни коммунизм кафедраһы мөдире; 1966 йылдан Мәскәү физика-техника институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1968), профессор (1970). Сығышы менән хәҙерге Дәүләкән ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гончаров Борис Васильевич (1926—22.06.2014), ғалим-инженер-төҙөүсе. 1973—1980 йылдарҙа һәм 1987 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылға тиклем төҙөлөш конструкциялары кафедраһы, 1988—1999 йылдарҙы төҙөлөш эштәре технологияһы һәм фундаменттар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1988—1991 йылдарҙы инженер-төҙөлөш факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1976). Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһе Слобода ауылынан.
- Максимов Глеб Юрьевич (1926—26.08.2001), ғалим-инженер-конструкторы, уйлап табыусы. Техник фәндәр кандидаты. Ерҙең донъялағы беренсе яһалма юлдашын эшләүсе һәм уны осороусыларҙың береһе. Ленин премияһы лауреаты, Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы (1936—15.02.2004), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1964—1976 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ының төҙөлөш идаралығы маляры. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Золоева Галина Михайловна (1941), ғалим-тау инженеры-геофизик. 1966 йылдан И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институты һәм И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1983 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. Геология минералогия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылынан.
- Уйылданов Рауил Нуретдин улы (1941—20.07.2000), ғалим-ветеринар врач. 1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының биохимия лабораторияһы мөдире, 1989 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҙәк аналитик лабораторияһы, 1997 йылдан — ветеринария һәм зоогигиена лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1995), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Һәйтәк ауылынан.
- Давыдова Лариса Владимировна (1961), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. 2007 йылдан Салауат ҡалаһы 1-се гимназия директоры, бер үк ваҡытта 2012 йылдан Салауат ҡала Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2013), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (1961), театр актёры. 1990 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1983 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
- Төхбәтуллин Эдуард Дауыт улы (1971), спортсы. 1992—1998 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 80 километрға йүгереүҙә Мексика чемпионы (1998), Команда зачётында 100 километрға йүгереүҙә Европа чемпионы (1998) һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (1997). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Солтанов Барый Муллағәли улы (1907—21.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, пулемётсылар отделениеһы командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Нурия Ирсаева (1942), театр һәм кино актёры, йырсы, педагог. 1965 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1998 ) халыҡ артисы. БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1987), Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге (1998) премияһы лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019).
тулы исемлек
- Головин Владимир Вениаминович (1952), инженер. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының элекке баш механигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металургы (2014) һәм почётлы таусыһы (2001), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
- Жирнов Владимир Алексеевич (1952), музыкант-баянсы, педагог. Өфө сәнғәт училищеһы директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары; 2003—2012 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы (2008 йылдан колледж) директоры, бер үк ваҡытта баян һәм аккордеон классы буйынса уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Талдыболаҡ ауылынан.
- Нурғәлина Зөлфирә Рәил ҡыҙы (1962), педагог. 1986 йылдан Әбйәлил районы Гусев мәктәбенең өлкән пионер вожатыйы һәм уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Асҡарҙың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы, 2002 йылдан — район мәғариф бүлеге методисы, 2014 йылдан — Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән Әбйәлил районының Таҡһыр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Алсынбаев Сәлих Ҡунаҡбай улы (1913—20.06.1984), педагог. 1936 йылдан (өҙөклөк менән) Темәс башҡорт педагогия училищеһы уҡытыусыһы, 1940 йылдан уҡытыу бүлеге мөдире, 1945 йылдан — директоры; 1952 йылдан Күгәрсен районындағы Мораҡ башҡорт педагогия училищеһының уҡытыусыһы, уҡытыу бүлеге мөдире, 1956 йылдан — директоры; 1958—1975 йылдарҙа Мораҡтағы 2-се башҡорт урта мәктәбе директоры. РСФСР (1957) һәм Башҡорт АССР-ы (1947) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1967). Сығышы менән Мораҡ ауылынан.
- Степанов Никита Андреевич (1913—22.09.1953), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының Васильевка ауылынан.
тулы исемлек
- Бикбауов Ғәли Валиәхмәт улы (1928—17.02.1985), тау эштәре, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1951—1985 йылдарҙа Хәйбулла районы Бүребай руда идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1963 йылдан — партком секретары, 1981—1985 йылдарҙа — техник контроль бүлеге начальнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Сығышы менән 1970-сы йылдарҙа бөткән Бикбау ауылынан.
- Әсхәт Мирзаһитов (1928—24.11.1989), драматург, актёр, режиссёр һәм тәржемәсе, йәмәғәтсе. 1973—1988 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1976—1988 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы секретары. Башҡорт АССР-ының 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1969) премиялар лауреаты.
- Румянцев Михаил Иванович (1938), төҙөүсе. 1965—2004 йылдарҙа Балаҡатай районы ауыл хужалығы идаралығының баш төҙөүсе-инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районының 1960-сы йылдарҙа бөткән Алёшин ауылынан.
- Сәйфетдинов Зариф Ғәлиҡарар улы (1938—2017), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1959—2000 йылдарҙа Ишембай районы «Шишмә» хужалығының баш зоотехнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған зоотехнигы (1998). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Әрмет ауылынан.
- Сәлихов Ирек Мәжит улы (1938), нефтсе. 1960—1996 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Әхмәт ауылынан.
- Шафиҡов Хәниф Хәмит улы (1958—30.05.2021), юғары категориялы тренер. Газпром Нефтехим Салауат берекмәһе «Агидель-Спутник» йәмғиәтенең элекке баш тренеры, йөҙөү буйынса уҡытыусыһы. Башҡортостан (2019) һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гречанинов Александр Тихонович (1864—4.01.1956), композитор. Ике фортепьяно өсөн «Башҡорт сюитаһы», флейта һәм арфа өсөн «Башҡортостан» фантазияһы (1932) авторы, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен эшкәртеүсе. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Лебедев Владимир Иванович (1894—3.04.1966), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын беренсе өйрәнеүсе. Тарих фәндәре докторы (1954), профессор (1938). Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән Рига ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Әбдерәхимов Рәйеф Рамазан улы (1969), дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-Министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан.
- Әйүпов Вадим Рәмил улы (1974), спортсы, тренер. 1995—2005 йылдарҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2006—2009 йылдарҙа рапира менән фехтование буйынса Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).
- Әһлетдинов Эдуард Феликс улы (1974), ғалим-биохимик. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Первомайск ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1880: Саша Черный (ысын исеме Александр Михайлович Гликберг), Рәсәй империяһы шағиры, яҙыусы.
- 1899: Алексей Сурков, СССР шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
тулы исемлек
- 1925: Маргарет Тэтчер, 1979-1990 йылдарҙа Бөйөк Британия премьер-министры.
- 1933: Марк Заха́ров, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм педагог, профессор. СССР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1934: Саве́лий Кра́маров, СССР һәм АҠШ-тың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1974).
- 1939: Леонид Неведомский, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1994).
- 1956: Крис Картер, АҠШ сценарисы, «Йәшерен материалдар» сериалы авторы.
- 54: Клавдий, Рим императоры.
- 1815: Иоахим Мюрат, Франция маршалы, Наполеон Бонапарттың күпселек походтарында ҡатнашыусы.
тулы исемлек
- 1882: Жозеф де Гобино, Франция социологы, расизм теорияһына нигеҙ һалыусы.
- 1928: Мария Федоровна, Рәсәй императрицаһы, Александр III ҡатыны, Николай II әсәһе.
- 1961: Золтан Корда, Англия режиссёры («Джунглиҙар китабы»).
- 1997: Рәғиҙә Янбулатова, театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.
- 2003: Бертрам Брокхауз, Канада физигы, Нобель премияһы лауреаты (1994).
- 2013: Ольга Аро́сева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).