Йәрмәкәй (рус. Ермекеево) — Башҡортостандың Йәрмәкәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 3937 кеше[2]. Почта индексы — 452190, ОКАТО коды — 80 225 807 001.

Ауыл
Йәрмәкәй
башҡ. Ермекеево
Шарлама йылғаһы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Йәрмәкәй

Ауыл биләмәһә

Йәрмәкәй

Координаталар

54°04′40″ с. ш. 53°40′10″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1747

Халҡы

3937[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, татарҙар, рустар, сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34741

Почта индексы

452190

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 225 807 001

Код ОКТМО

80 625 407 101

Номер в ГКГН

0013323

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Йәрмәкәй (Рәсәй)
Йәрмәкәй
Йәрмәкәй
Йәрмәкәй (Башҡортостан Республикаһы)
Йәрмәкәй

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
 
Йәрмәкәй йәмиғ мәсете

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 3937 1873 2064 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тарихи белешмә

үҙгәртергә

Ауылға Ҡаҙан даругаһы Ҡыр-Елан волосы Әбделкәрим ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса яҫаклы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр катлауына күсә) нигеҙ һала. Тәүге төпләнүсе Йәрмәкәй Сөйөндөковтың (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Йәрмәк Бәйкәшевтың) исеме менән аталған. 1749 йылдан бире керҙәш башкорттар, 18 быуат аҙагында — шул уҡ волостың Исламбахты ауылы татарҙары (дәүләт игенселәре) килеп утыра. 1795 йылда 11 йортта 59 кеше йәшәгән, 1865 йылда Йәрмәкәй (Бәйкәй) исеме менән теркәлгән, 140 йортта — 749 кеше. Игенселек, терлекселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. волос идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 3 бакалея кибете, теркәлгән; ауылда волос идараһы урынлашҡан була.

А.Х.Ғәлләмов, Ф.Г.Гиләжев, З.М.Йәнекәева, Г.М.Золоева, Э.А.Имелбаева, М.Х.Садыкова шул ауылда тыуған.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә