Бикбау (Хәйбулла районы)

Бикбау (рус. Бикбово) — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл. Ивановка ауыл советына ҡараған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атамаһы — Ултыраҡ Бикйәновтың (1736—?) исеменән.

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһының һул яҡ яр буйында, район үҙәге Аҡъяр ауылынан көнбайышҡа табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған.

Элек ауыл янындағы Ҡаҙанбаш-Ҡарағай тауы — «һаҡ тауы» йәки баҫҡынсылар килеүен иҫкәртеү өсөн файҙаланылған[1].

Бикбау ауылы XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән[2]. Рәсми сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр 1775 йылда телгә алына.

Үҫәргән ырыуы башҡорттарының Гөбөрлө йылғаһы буйында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай районы) Бикбау (Аҡҡужа) исемле ауылдары булған. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында ауыл каратель отрядтары тарафынан юҡ ителгән. Ә уның халҡының бер өлөшө Кесе Һүрәм буйына (хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы) Бикбау ауылына, икенсе өлөшө — Һаҡмар буйында (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Бикбау ауылына нигеҙ һала[3].

Бикбау ауылы кешеләре Ултыраҡ, Ибраһим (Ботороз) һәм Ҡолбирҙе ауылдарына нигеҙ һалған[2].

1795 йылда ауылда 22 хужалыҡта 142 кеше (80 ир-егет һәм 62 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән. ә 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 17 йортта 158 кеше йәшәгән. Ревизияларҙа йорт старшинаһы Ильяс Бикбауов (1753—1815) һәм уның улы Ибраһим (1777—?; атаһы үлгәндән һуң йорт старшинаһы вазифаһын үтәй); указлы мәзин Абдулла Бикбауов һәм уның улдары — указлы мулла Фәтхулла Абдуллин (1786—?) һәм сотник Кәлимулла (1792—?); мәсетте ҡараусы Утап Бикбауов; йорт писары Вәлит Суҡбаев (1775—?); Яманғол Боҫҡонов, Бошан Бүләков (1749-1813), Алтынбай Аллабирҙин, Әбделғәзим Карсанов, Мөхәммәт Ҡужагилдин (1787—?), Абдулйәлил Ҡужагилдин (1783—1855), Абыҙгилде Атанов, Баязит Сатышев, Батыровтар, Карпиевтар ғаиләләре иҫәпкә алынған.

1866 йылда ауылда мәсет булыуы теркәлгән.

Хәйбулла районы Бикбау ауыл советының үҙәге булған, һуңынан Ивановка ауыл советына ҡараған.

1970-се йылдарҙа «перспективаһыҙҙар» исемлегенә ингән ауыл юҡҡа сыҡҡан.

Халыҡ иҫәбе
1795 1834 1866 1889 1900 1917 1920 1939 1959 1969
142 305 295 377 253 505 469 145 139 107

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 66-67. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  2. 2,0 2,1 Бикбово // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.
  3. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 66-67. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  • История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин.. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Белая река, 2019. — 704 с.
  • Рахимов Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998. — №9. — С. 18-42.

Һылтанмалар

үҙгәртергә