Һәйтәк (Учалы районы)
Һәйтәк (рус. Сайтаково) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Учалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 351 кеше[1]. Почта индексы — 453732, ОКАТО коды — 80253896004.
Ауыл | |
Һәйтәк Һәйтәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәРайон үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан Ямйылға йылғаһы (Уй йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан
Тарихы
үҙгәртергәҺәйтәк ауылына XVIII быуатта Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ҡараһаҡал етәкселегендәге 1740 йылғы башҡорт ихтилалы ҡатнашыусыһы Ҡаратабын улусы старшинаһы Һәйтәк Ҡашаев тәүге төпләнеүсе булған. Уның улы 1751 йылғы Аҙнағол, ейәне Байтабай һәм бүләһе Байрамғол билдәле. 1795 йылда ауылдағы 28 йортта 166 кеше йәшәгән. 1859 йылда 34 йорт иҫәпләнгән, унда 185 кеше йәшәгән[4]. Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 55 хужалыҡта 289 кеше йәшәгәне асыҡланған.
Бында йәшәүселәр алыҫ йәйләү урындарына күсенеп йөрөмәгән, «ауылда йәшәгән, ә малдарын ауыл эргәһендә көтөүсе көткән». Уларҙың малдары ла сиктән тыш аҙ булған. 36 йортҡа (274 кешегә) 50 ат, 35 һыйыр, 96 һарыҡ һәм 8 кәзә тура килгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[5].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәҺәйтәк ауылында Учалы урта мәктәбе филиалы башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Арғымаҡ» башҡорт халыҡ театры), мәсет бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 289 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 221 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 353 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 329 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 338 | ||||
2010 йыл 14 октябрьо | 351 | 165 | 186 | 47,0 | 53,0 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Һәйтәк ауылында башҡорттар (97 %) йәшәй[7].
1900 йылда 221 кеше йәшәгән.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле кешеләр
үҙгәртергә- Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы (1907—21.05.1985) — Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, макизар.
- Уйылданов Рәүил Нуретдин улы (13.10.1941, Һәйтәк — 20.7.2000, Өфө) — биология фәндәре докторы (1995), профессор (1997). 1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, «Поляковский» совхозында ветеринар табип, 1972 йылдан В. И. Ленин исемендәге колхозда баш ветеринар табип булып эшләй.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Һәйтәк йылғаһы
Тарихи ҡомартҡылар
үҙгәртергә- Хәсән суфый ҡәбере[9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Һәйтәк (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Һәйтәк (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Һәйтәк (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Эй, Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Әлим Зарипов
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Һәйтәк (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.