Расизм
Расизм — кешелек донъяһын сығышынан уҡ «юғары» һәм «түбән», «тулы» һәм «кәм» расаларға бүлеп ҡараған, кешелекте күрә алмаусы фәнни булмаған теория һәм реакцион сәйәсәт; кеше расаларының физик һәм психик тигеҙһеҙлеге һәм шул айырмалыҡтарҙың йәмғиәт тарихына һәм мәҙәниәтенә хәл иткес йоғонто яһауы тураһында фәнни булмаған теория һәм шуға нигеҙләнгән сәйәсәт; кешелек донъяһын юғары һәм түбән расаларға бүленгән тип, уларҙың юғарылары ғына цивилизацияны барлыҡҡа килтергән һәм хакимлыҡ итергә тейеш тип ҡараған фәнни булмаған төшөнсә[2].
Расизм | |
Әһәмиәтле кеше | Аристотель, Блуменбах, Иоганн-Фридрих[d], Christoph Meiners[d], Гобино, Жозеф Артюр де[d] һәм Лапуж, Жорж Ваше де[d] |
---|---|
Йоғонто яһаусы | Империализм, Капитализм һәм трансатлантическая работорговля[d] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Хижина дяди Тома[d], Убить пересмешника[d] һәм Imitation of Life[d] |
Способствовавшим фактором является | человеческий зоопарк[d] |
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[1] |
Ҡапма-ҡаршыһы | антирасизм[d], расовое равенство[d] һәм reverse racism[d] |
Расизм Викимилектә |
Расизмдың шулай уҡ бер нисә киң билдәләмәһе бар. Шулай итеп, Britannica энциклопедияһы билдәләүенсә, расизм — кешеләрҙе раса тип аталған ҡәтғи диференциялы төркөмдәргә бүлеүсе ныҡлы ҡараш, тыумыштан мираҫ ителгән физик һәм ҡылыҡ һыҙаттарының интеллект, әхлаҡ, мәҙәниәт менән бәйлелеге, шулай уҡ тыумыштан бер расаның башҡа расаларҙан өҫтөнлөгө тураһындағы ныҡлы фекер[3].
Терминға билдәләмә
үҙгәртергә«Расизм» һүҙе беренсе тапҡыр 1932 йылда Ҙур Ларусс француз энциклопедияһына индерелгән һәм унда «бер раса төркөмөнән башҡа расаларҙан өҫтөн, тип раҫлаусы система» тип аңлатылған. Уның хәҙерге мәғәнәһе[4] сәйәси дискурста киңәйтелгән, раса өҫтөнлөгөнөң критерийын этник, дини йәки башҡа мәғәнәләр менән өҫтәп тулыландырылған. Хәҙерге замандағы был төшөнсәгә француз философы Альбер Меммиҙың «Расизм» китабы ҙур өлөш индергән.
Шул уҡ ваҡытта, күп илдәрҙә тотороҡлы мультираса һәм мультимәҙәни йәмғиәттәр булдырылған шарттарҙа, расизмдың билдәләмәһен киңәйтеү талап ителә.[көнө лә 2099] Расизм кешенең әхлағына, таланттарына, һәләттәренә һәм шәхестең холоҡ-фиғеленең айырым үҙенсәлектәренә хәл иткес йоғонто яһай тип аңлау ҡарашы бар[3]. Мәҫәлән, рәсәй ғалимы владимир Малахов расизм тураһында шулай яҙа «Ун туғыҙынсы быуат аҙағына тиклем (Германияла 1933 һәм 1945 йылдар араһында ҡабатланып торған) расизмды традицион, йәки классик тип атарға мөмкин.»[5]:
Виктор Шнирельман, заманса "яңы расизм"ды мәҙәниәткә баҫым яһап, уны биология менән аңлата һәм раса үҙенсәлектәре тыумыштан үҙгәрмәйенсә бирелгән, тип әйтә[6]. Был ҡараш буйынса, кеше тирә-яҡ мөхиткә тиҙ яраҡлашыусы һәм үҙгәреүсе индивид түгел, ә айырым бер этник берлектең йәки дөйөм цивилизацияның ағзаһы булараҡ, уларҙың тәртибен механик рәүештә ҡабатлаусы, тип билдәләнә. Француз политологы һәм идеялар тарихсыһы Пьер-Андре Тагиефф (фр.)баш. юғары һәм түбән расаларҙың айырмаһын, ул расаларҙың эре йәмғиәттә бер-береһе менән бер ваҡытта ла тап килмәүен билдәләү өсөн «дифференциалистский расизм» терминын индерә[7][8][9].
Әлеге ваҡытта расаларҙы айырып ҡарау сәйәси яраҡһыҙ ҡараш тип һанала. Әммә бындай ҡараш йәшерен рәүештә йәшәп килә. Хәҙерге расизм биология терминологияһынан һәм бер расаның башҡаларынан өҫтөнлөгөнән алыҫта торһа ла, уға алмашҡа килгәнцивилизацияларҙың бер-береһенә тап килмәү тигән идеяһы йәмғиәттә һаҡлана, был идея буйынса расалар вәкилдәре бер-береһенән рухи планда ҡырҡа айырыла, улар араһындағы айырмалылыҡтарҙы һаҡлау өсөн, төрлө «мәҙәниәт» вәкилдәре бер-береһе менән буталышмаҫҡа, ҡатнашмаҫҡа тейеш, тип раҫлана[10].
Социаль-психологик кимәлдә расизм коллектив теләктәшектең ихтыяжы менән аңлатыла, расизм күп осраҡта милләтселектән ҙурыраҡ[10] өҫтөн тора, тип табыла.
Тарих
үҙгәртергәРасизмдың барлыҡҡа килеүен европалыларҙың географик асыштары менән бәйле. Йыш ҡына урындағы кешеләрҙе ҡырып бөтөрөү йәки уларҙы ҡолға әйләндереү колонизацион сәйәсәтте аҡлау өсөн, ҡайһы бер халыҡтарҙың ысынлап та тулы түгеллеге тураһында теорияларҙы барлыҡҡа килтерә. Негрҙар Библиялағы атаһы Ной ҡәһәрләгән Хам нәҫеленән сыҡҡандар, тип, уларҙы ҡоллоҡҡа дусар итеүҙе аҡлаусы гипотеза барлыҡҡа килә. Шуның менән бергә, Европа илдәрендә бик юғары вазифа биләүсе ҡара халыҡ вәкилдәре замандаштарының бер ниндәй бәхәсһеҙ абруйы менән файҙалана ала. Густав Бадин (1747 йәки 1750—1822) — швед сәйәсмәне, тәүҙә ҡара тәнле ҡол була, һуңынан швед король ҡатын Луиза Ульриканың протекцияһы арҡаһында Швецияның юғары вазифалы дәүләт эшмәкәре һәм королева һарайында уның, ә һуңынан уның ҡыҙы принцесса Софья Альбертинаның камергеры була. Полигенез теорияһы XVIII быуатта барлыҡҡа килә (уның буйынса кешелек төрлө ата-бабаларҙан килеп сыҡҡан, тип аңлатыла), был фекер кире ҡағыла, ләкин расизмды фәнни яҡтан нигеҙләүгә булышлыҡ итә[10].
«Ғилми расизм»ға (нордизмға) нигеҙ һалыусы тип француз тарихсыһы Жозеф де Гобино ҡабул ителә[11], үҙенең «Опыт о неравенстве человеческих рас» (1853—1855 йылдарҙа) китабындағы ҡаралған йәмғиәттәрҙең раса составтарына уларҙың мәҙәни үҙенсәлектәре, иҡтисади моделдәре, һәм, ахыр сиктә — цивилизациялы уңыштары йоғөнтоһо тураһында тезис сығара. Норд расаһы, Гобино фекеренсә, тарих дауамында йәмғиәттең ойошторолоу һәм мәҙәниәтенең алға үҫешендә үҙенең башҡа расаларҙан өҫтөнлөгөн күрһәткән була. Боронғо грек һәм боронғо рим цивилизацияларының бөйөклөгөн Гобино, был цивилизацияларҙы күтәреүселәр улар менән хакимлыҡ итеүсе элита норд расаһынан булған, тип раҫлай.
Ж.Гобинонан һуң расист идеялары бик киң таралыу ала. Ул, мәҫәлән, француз социологы һәм психологы Гюстав Лебондың «Психология толпы» тигән эшендә ярылып күренеп ята. Билдәле француз антропологы Арман де Катрфаж да кеше расаларының тигеҙһеҙлеген яҡлай.
Германияға күсеп килгән инглиз аристократы Хьюстон Стюарт Чемберлен дә «Основы девятнадцатого столетия» (1899) китабында расизм концепцияларын эшкәртә, уларҙа «тевтон» расаһына «Арийское миросозерцание» (урыҫсаға. тәржемә. М., 1913) китабында һәм башҡа эштәрендә дан йырлай[10].
Расизм теориялары «түбән» расаны эксплуатациялау юлы менән килем алыу өсөн отошло була һәм тейешле закондар менән нығытыла, мәҫәлән, раса-ара никахтарҙы тыйыу законы менән. Раса билдәләре буйынса дискриминация үҙ сиратында иҡтисади һәм социаль айырмалыҡтарҙы булдыра һәм көсәйтә, уларҙы инде кешеләр «мәҙәни айырма» итеп ҡабул итә башлайҙар. Һуңғылары үҙ сиратында «расалар тигеҙһеҙлегенең» «иҫбатламаһы» тип хеҙмәт итә башлай[10].
XIX быуат аҙағына тиклем «классик расизм» «аҡ кешеләр»ҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгөн туранан-тура аңлата. XХ быуатта бындай ҡараш рецидивы нацистик ҡараштарҙы килтереп сығара, Икенсе донъя һуғышы барышында миллионлаған кеше ҡырылыуы быға миҫал. XХ быуаттың икенсе яртыһында донъя кимәлендә расизм остракизмға дусар ителә, әммә рәсми рәүештә һәм рәсми танылмайынса ғәмәлдә ҡалыуын дауам итә (мәҫәлән, КАР-ҙағы апартеиды) йәки формаллеге[10]. ваҡытта расизм йыш ҡына иммигранттарға ҡаршы йүнәлтелә[6].
АҠШ
үҙгәртергәРасизм АҠШ дәүләтенә нигеҙ һалынғандан алып бар. Үҙенең милли һәм дини сифаттары менән башҡаларҙан айырылып торған аҡ тәнле кешеләр нигеҙләгән йәмғиәттә башҡа төркөмдәргә мөнәсәбәттәр үҙҙәренә ҡаратанан ныҡ айырыла. Расизмдың төп ҡорбаны булған халыҡ — индеецтар.
Америкалағы негрҙар
үҙгәртергәТәүге тапҡыр африка ҡол негрҙары британия Вирджинияһына Англия колонистары тарафынан 1619 йылда килтерелә. 1860 йылға ҡарата ҡоллоҡ һаҡланып ҡалған 15 америка штатындағы 12 миллион халыҡтың 4 миллионы ҡол була[12]. Был штаттарҙа йәшәгән 1,5 миллион ғаиләнең 390 меңдән ашыуында ҡолдар тотолған.
Ҡолдар хеҙмәте плантациялы хужалыҡта киң файҙаланыла, ул америка ҡол тотоусыларына юғары табыш алырға мөмкинлек бирә. XIX быуаттың беренсе яртыһында АҠШ милли байлығы ҡолдар хеҙмәтен файҙаланыуға нигеҙләнгән була[13]. XVI—XIX быуаттарҙа америка илдәренә 12 миллион тирәһе африкалылар килтерелә, шуларҙың 645 мең самаһы — хәҙерге заман АҠШ территорияһына килтерелгән.
1808 йылда Конгресс Африканан яңы ҡолдар килтереүҙе тыйыуға ҡарамаҫтан, был тәжрибә кәм тигәндә тағы ла ярты быуат буйына дауам иткән. Ҡоллоҡ Аҡш-тағы граждандар һуғышы ваҡытында 1863 йылда АҠШ президенты Авраам Линкольндың прокламациялары менән юҡҡа сығарылған. Был закон АҠШ Конституцияһына 13-сө төҙәтмә менән индерелә, яңы төҙөтмәле Конституция 1865 йылда ҡабул ителә.
АҠШ-тағы расизмды бөтөрөү 1960-сы йылдарҙа ныҡлап башлана, гражданлыҡ хоҡуҡтары өсөн уңышлы көрәш хәрәкәте һөҙөмтәһендә раса дискриминацияһы сәйәсәте тыйыла.
Латин Америкаһы
үҙгәртергәИспан колонияларында (шул иҫәптән Филиппинда) расизм европа расизмынан айырылып тора. Бер яҡтан, расаларҙың ҡатнашыуы ҡотолғоһоҙ була һәм касталар системаһы нигеҙендә ята; икенсе яҡтан, «ҡан таҙалығы» принциптары туранан-тура кеше статусының «аҡ тәнле» булыу проценты менән бәйлелеген аңлата.
Европа
үҙгәртергәБритания
үҙгәртергәҠайһы бер тикшеренеүселәр нацистарҙың философия сығанағын Британия империяһының империалистик идеологияһы һәм практикаһына нигеҙләнеүендә табалар. Саркисянц фекеренсә, инглиз философы Томас Карлейль нацистарҙың ысын уҡытыусыһы булған[14].
Германия
үҙгәртергәӨсөнсө рейх
Берләшкән Германия
үҙгәртергәКонституцияны яҡлау буйынса немец ведомство мәғлүмәттәре иҫәбенсә, ГФР-ҙа 2009 йылда ультра уң экстремистар һаны тап ярты тапҡыр артҡан — сама менән 20-нән 30 меңгә тиклем. Эксперттар быны донъя финанс кризисы арҡаһында иҡтисади хәлдең насарайыуы һәм тормош кимәленең түбәнәйеүе менән аңлаталар.
Италия
үҙгәртергә- 19 апрель, 1937 — эфиоптар менән буталыуҙы тыйыу тураһында декрет[15]
- 30 декабрь,1937 — ғәрәптәр менән буталыуҙы тыйыу тураһында декрет[15]
- 17 ноябрь,1938 — йәһүдтәр (еврейҙар) менән буталыуҙы тыйыу һәм йәһүдтәрҙең хөкүмәт һәм хәрби хеҙмәттә булыуын тыйыу тураһында декрет[16]
1943 йылда фашизм ҡолатылғандан һуң был декреттар юҡҡа сығарылған[17].
Швеция
үҙгәртергә- 1913-1971 йылдарҙа айырым мәктәптәрҙә уҡыған саам балаларына ҡарата хөкүмәт сегрегация сәйәсәтен үткәрә[18].
- 1919 −1937 йылдарҙа саамдар мәжбүри күсеүгә дусар ителә.
- 1919-1976 йылдарҙа мәжбүри стерилизациялау тураһында евгеник закон ғәмәлдә була. Был закон буйынса ҡатнаш расаға ҡараған кешеләрҙең нәҫелен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән программа төҙөлгән[19][20][21].
- 1937 йылда дәүләт сиркәүҙәрендә швед һәм немец граждандары никахлашҡанда руханиҙар тарафынан уларға ҡарата Нюренберг законын ҡулланырға тәҡдим ителә, һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланғансы күпселек дин әһелдәре был тәҡдимдәргә таянып эшләй[22].
Һуңғы тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренә ярашлы, раса-ара ыҙғыш Европала элеккесә юғары кимәлдә тора. Шулай уҡ өсөнсө донъя илдәре мигранттарының Европаға күсеп килеүе лә был проблеманы юғары кимәлдә ҡуҙғыта[23].
Көньяҡ-Африка Республикаһы
үҙгәртергә1973 йылда БМО-ның Генераль ассамблеяһы «Апартеид енәйәттәрен иҫкәртеү һәм уның өсөн яза» тигән Халыҡ-ара конвенция ҡабул итә, конвенция 1976 йылда үҙ көсөнә инә. Апартеидтың "енәйәт"се режимы тип Көняҡ Африка Республикаһындағы негроид расаһы халҡының европеоид расаһынан айырылыуы (сегрегацияһы) атала.
Апартеид бөтөрөлгәндән һуң һәм колонияларға ҡаршы көрәштә уңыштарға ирешеүҙән һуң, Көньяҡ Африка, Зимбабве һәм Намибияла власҡа ҡара тәнле халыҡ партиялары власҡа килгәс, аҡ тәнле халыҡҡа ҡарата расизм барлыҡҡа килә[24]. Мәҫәлән, 2008 йылда Зимбабвела, бизнестың теләһә ниндәй төрө менән илдә бары тик ҡара тәнле кешеләр генә шөғөлләнә ала, тигән закон ҡабул ителә[25].
Рәсәй
үҙгәртергәНиколай II Рәсәй империяһында «йәһүдлек» төшөнсәһе дин буйынса ғына түгел, ә раса критерийҙары буйынса билдәләнгән була. Бының менән бәйле 1910 йылда суҡындырылған йәһүдтәрҙе офицерлыҡҡа алыу тыйыла, ә 1912 йылда — уларҙың балаларын һәм ейәндәрен дә офицерлыҡҡа алыу тыйыла[26][27].
Япония
үҙгәртергә2005 йылда Дьен Дуду, БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһының махсус докладсыһы, үҙенең докладында япония расизмының хәүеф менән янауы хаҡында белдерә, Япония хөкүмәтенә был проблеманың тәрәнлеген танырға кәрәк, тип әйтә[28][29]. Туғыҙ көн тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Дьен, Япониялағы раса дискриминацияһы һәм ксенофобия беренсе сиратта өс төркөмгә йоғонто яһай тип белдерә: милли аҙсылыҡҡа, япон сығышлы латин америкалыларға, башлыса, япон бразилиялыларына, һәм башҡа Азия илдәренән килгән сит ил кешеләренә[30].
Ираҡ
үҙгәртергәХәҙерге Ираҡта яҡынса 1,5-2 миллион афро-ираҡлы — IX-XIX быуаттарҙа Африканан сығарылған ҡара тәнле ҡолдарҙың вариҫтары-зинджейҙар йәшәй. Афро-ираҡлылар мосолман динен тота, әммә уларҙың социаль статустары түбән: улар бары тик бай ираҡлыларҙың хеҙмәтселәре генә һәм закон сығарыу һәм башҡарма органдарында улар халҡының бер кешеһе лә вәкил булып тормай, ә ираҡлылар улар менән ҡатнаш никахҡа инеүҙе кәрәкһеҙ тип һанай[31].
Мавритания
үҙгәртергәМавританияла әлегә тиклем ҡоллоҡ һаҡлана. Аҡ тәнле мавритандарҙың барыһы ла ҡара тәнле харатиндарҙың, ғәрәп телле мосолман-ҡолдарҙың хужаһы булып тора[32][33]. Раса дискриминацияһы һәм ҡоллоҡ бында исламды үҙенсәлекле трактовкалау менән нигеҙләнгән[34].
Судан
үҙгәртергәСудандың көнбайышындағы Дарфур провинцияһында 2003 йылда ғәрәп һәм ислам динен тотоусы негр булмаған халыҡтар араһында милләт-ара низағтар тоҡана. Конфликт барышында хәрбиләштергән судан ғәрәп армияһы төркөмө "Джанджавид"тың ҡара тәнле халыҡҡа ҡаршы хәрәкәтен АҠШ президенты кесе Буш геноцид, ә БМО-ның Генераль секретары Кофи Аннан — геноцидтың реаль ҡурҡынысы, тип атайҙар[35].
Шиғый илдәре
үҙгәртергәШиғыйҙар халҡы күпләп йәшәгән илдәрҙә (Иран, Ираҡ, Сүриә, Ливан, Йемен, Бахрейн, Кувейт, Әзербайжан) алтынсы шиғый имамы Джафар ас-Садиҡ изге һанала, ул үҙенең эйәрсендәрен ҡара тәнлеләр менән никахҡа инеүҙән киҫәтә[36].
Расизмды тәнҡитләү
үҙгәртергәРасизм йыш ҡына мәҙәни позициянан тәнҡитләнә, мәҫәлән, Отто Клайнберг негроид расалары аҙсылығының интеллектуаль тест һөҙөмтәләре түбән булыуын уларҙың социаль хәле, көнкүреш һәм хеҙмәт шарттары менән аңлата.[1]
Игорь Кон, расизмды психологик позициянан тәнҡитләй, йәғни расистар үҙ нәфрәтең төрлө аҙсылыҡтарға күсерә, тип аңлата.
Кешеләр расаһы төшөнсәһен тәнҡитләү
үҙгәртергәИдеология
үҙгәртергәРаса дискриминацияһы һәм расизмға ҡаршы көрәш
үҙгәртергәБМО Генераль Ассамблеяһының 25-се сессияһы (1970 йыл) «барлыҡ кешелектең уларға ҡарата намыҫ һәм ғәҙеллек тойғоһо баш күтәргән раса дискриминацияһын һәм расизмды тулыһынса бөтөрөүгә ҡаты тәүәкәллек күрһәтеп ирешергә кәрәк» тигән резолюция ҡабул итә[37].
ЮНЕСКО-ның Мәскәү «эксперт-белгестәре» төркөмө 1964 йылда расизмдың бөтә төрҙәрен дә ғәйепләй[38].
1966 йылда Генераль ассамблея Раса дискриминацияһын бөтөрөү өсөн халыҡ-ара көрәш көнөн булдыра.
2001 йылда Генераль Ассамблея раса дискриминацияһын бөтөрөү буйынса комитеттың докладтарын тыңлауҙарҙы үткәрә, унда расизмға һәм раса дискриминацияһына ҡаршы көрәш өсөнсө тиҫтә йыл дауамында ғәмәлдә, тип билдәләй[39].
Раса дискриминацияның бөтә формаларын бөтөрөү тураһында Халыҡ-ара конвенцияла раса дискриминацияһы билдәләнгән
Ыңғай дискриминация
үҙгәртергәЫңғай дискриминация (ингл. affirmative action) тип, элек раса, дин, енес буйынса дискриминацияланған аҙсылыҡтарҙың хәлен башҡа расаларҙыҡына тигеҙләү маҡсатында алып барылған дискриминация атала: мәҫәлән, АҠШ тарафынан дәүләт учреждениеларында, шәхси компанияларҙа африка раса вәкилдәре һанын арттырыу буйынса саралар ҡулланыу. ХХ быуаттың икенсе яртыһында алып барылған бындай практика хөкүмәт ҡарашынан расизм күренештәре тип һаналмай.
«Ыңғай дискриминация» сәйәсәтен тәнҡитләүселәр уны бөтөрөүҙе талап итә, сөнки, уларҙың фекере буйынса, был күренеш, йәнәһе, тулыһынса Расизмдың төрлө формаларын бөтөрөү тураһындағы Халыҡ-ара конвенцияға ярашлы раса дискриминацияһы билдәләмәһе аҫтына инә[40]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Раса теорияһы
- Аҡтарҙың өҫтөнлөгө
- Бер тамсы ҡан ҡағиҙәһе
- Раса дискриминацияһын бөтөрөү өсөн халыҡ-ара көрәш көнө
- Институциональ расизм
- Мәҙәни расизм
- Экологик расизм
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ https://thenextweb.com/vocabulary/racism/
- ↑ Расизм // Философский энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 565.
- ↑ 3,0 3,1 racism (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
- ↑ Например: «Раси́зм — доктрина, провозглашающая превосходство одной человеческой расы над другой.» — Большой иллюстрированный энциклопедический словарь (авторизованный перевод Philip’s Millenium Encyclopedia), М., Астрель, 2003
- ↑ Малахов В. С. Скромное обаяние расизма
- ↑ 6,0 6,1 В. А. Шнирельман. Порог толерантности. т.1. 2011 Часть 1. Глава 1. Что такое расизм с.15-43
- ↑ Pierre-André Taguieff Le néo-racisme différentialiste. Sur l'ambiguïté d'une évidence commune et ses effets pervers (фр.) // Langage & société. — 1985. — С. 69—98. — ISSN 2101-0382.
- ↑ Pierre-André Taguieff La force du préjugé. Essai sur le racisme et ses doubles (фр.) // Mots. Les langages du politique. — 1988. — № 17. — С. 246—248. — ISSN 1960-6001.
- ↑ Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. - ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Малахов В. С. Скромное обаяние расизма . Дата обращения: 18 ғинуар 2011. Архивировано 2 август 2009 года. 2009 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Shider L. Encyclopedia of the Third Reich. NY., 1976
- ↑ 1860 Census Results 2004 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ James Oliver Horton; Lois E. Horton (2005). Slavery and the Making of America. New York: Oxford University Press, p. 7. ISBN 0-19-517903-X. «The slave trade and the products created by slaves' labor, particularly cotton, provided the basis for America’s wealth as a nation. Such wealth provided capital for the country’s industrial revolution and enabled the United States to project its power into the rest of the world».
- ↑ Эксперт Online: Последний романтик 2021 йыл 16 май архивланған.
- ↑ 15,0 15,1 Джаспер Ридли. Муссолини. М.АСТ,1999
- ↑ Законодательное собрание провинции Эмилия-Романья. (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4229 дня) — история, копия)
- ↑ .Манахаим
- ↑ Roger Kvist, «The Racist Legacy in Modern Swedish Sami Policy», Canadian Journal of Native Studies, Vol. 14, No. 2, 1994
- ↑ «Deutsches Ärzteblatt», «Zwangssterilisationen in Skandinavien: Weitverbreitete Ideologie der Eugenik». Ссылка
- ↑ «The Independent», «Sweden admits to racial purification». Ссылка
- ↑ «The Washington Post», «Sweden sterilized thousands of „useless“ citizens for decades». Ссылка
- ↑ Jarlert, Anders[sv]. Judisk «ras» som äktenskapshinder i Sverige. Malmö: Sekel Bokförlag, 2006.
- ↑ Расовые предпочтения в онлайн-знакомствах . Дата обращения: 20 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Давидсон А. Б. Антирасистский расизм? — Новая и новейшая история, 2002, № 2
- ↑ Бизнес в Зимбабве будет доступен только чернокожим . newsru.com. Дата обращения: 28 октябрь 2011.
- ↑ Семён Гольдин Русская армия и евреи накануне Первой мировой войны.
- ↑ Дудаков С. Романовы и евреи // Парадоксы и причуды филосемитизма и антисемитизма в России. — М.: Российский государственный гуманитарный университет, 2000. — 640 с. — ISBN 5-7281-0441-X.
- ↑ Press Conference by Mr Doudou Diène, Special Rapporteur of the Commission on Human Rights . Дата обращения: 5 ғинуар 2007. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2007 йыл 29 март архивланған.
- ↑ «Japan racism 'deep and profound». BBC News (2005-07-11). Retrieved on 2007-01-05.
- ↑ 'Overcoming "Marginalization" and "Invisibility"', International Movement against all forms of Discrimination and Racism . Дата обращения: 5 ғинуар 2007. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2011 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ «Black Iraqis Struggle to Shake Legacy of Racism».
- ↑ Интервью двоих членов организации «Африканская освободительная сила»
- ↑ «Slavery still casts shadow over Mauritania»
- ↑ Рабство в Мавритании: вчера и сегодня.
- ↑ «Взгляд»: «История конфликта в Дарфуре».
- ↑ «Шиитский расизм».
- ↑ Двадцать пятая сессия 2007 йыл 18 август архивланған. на сайте ООН.
- ↑ Большая Советская энциклопедия, статья «Расизм» (недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка
- ↑ Доклад комитета по расовой дискриминации, 58-я,59-я сессия ООН, 2001 (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4229 дня) — история, копия)
- ↑ (инг.) «Стэнфордская энциклопедия философии».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Биологические течения в этнографии. Расизм // С. А. Токарев. История зарубежной этнографии.
- Критика расизма в современной России и научный взгляд на проблему этнокультурного многообразия. — М.: Московское бюро по правам человека, «Academia», 2008. — С. 124. — ISBN 5-87532-022-6. Архивная копия от 19 октября 2011 на Wayback Machine
- Майлз Р., Браун М. Расизм и классовые отношения // Расизм. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2004. — С. 145—176.
- Новиков О. Г. Формирование идеологии африкано-американского движения «Власть чёрным» в 50—60-е годы XX в. К вопросу о появлении «чёрного» расизма.
- Шнирельман В. А. Новый расизм в России (недоступная ссылка)
- Шнирельман В. А. Арийский миф в современном мире. — М.: Новое литературное обозрение, 2015. — (Библиотека журнала «Неприкосновенный запас»).
- Аффилирланған
- Ален де Бенуа Что такое расизм? // Атеней. — № 5. — С. 21—26.
- Гобино Ж. А. Опыт о неравенстве человеческих рас.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Международная конвенция о ликвидации всех форм расовой дискриминации
- Декларация ООН о расе и расовых предрассудках
- Европейская комиссия против расизма и нетерпимости (инг.) (фр.)
- Кон И. «Психология предрассудка» — подробный материал о социально-психологических корнях этнических предубеждений.
- Цветан Тодоров. Раса и расизм(недоступная ссылка) (недоступная ссылка)
- Булгаков С. Н. Расизм и христианство
- Структура расизма и восстановление. Лекция 2 2013 йыл 27 сентябрь архивланған..
- Малахов В. Скромное обаяние расизма.
- Кеворкова Н. Университеты выживания иностранных студентов в России
- Тихонов П. Есть ли расизм в России? (расизм в России и футбол).
- Новые пути старого фашизма (о новой книге Т. Саррацина).
- История расизма ещё не закончена (интервью со Снейт Гиссис).
- Соколов А. Б. Расы — разные виды. Мифы об эволюции человека. ScienceVideoLab.