Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы
Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (13 октябрь 1920 йыл — 12 февраль 1994 йыл) — дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры, ете саҡырылыш (IV—XI) БАССР Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Отставкалағы полковник.
Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы | |||||||||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Яңы Ҡайынлыҡ ауылы[1] | ||||||||||||||
Үлгән ваҡыты |
12 февраль 1994 (73 йәш) | ||||||||||||||
Вафат урыны | |||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||||
Ғәскәр төрө | |||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1938—1945 | ||||||||||||||
Хәрби звание | |||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәШәриф Сөләймән улы Сөләймәнов 1920 йылдың 13 октябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Ҡайынлыҡ волосы үҙәге булған[1] Яңы Ҡайынлыҡ ауылында тыуған. Милләте — башҡорт. 1934 йылда ете йыллыҡ мәктәпте, 1937 йылда Өфөлә финанс техникумын тамамлай. Диплом алған йәш белгес Саҡмағош районы финанс идаралығында иҫәп инспекторы булып үҙаллы эш башлай. 1938 йылда Ҡыҙыл Армияға алына һәм хәрби хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта үтә. Унда артиллерия командирҙары әҙерләү буйынса курс тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронтҡа китә. Дошманға ҡаршы яуҙарҙа Көнбайыш, Брянск һәм 1-се Белоруссия фронттары составында ҡатнаша. 1942 йылда ВКП (б) сафына ҡабул ителә. 1-се Белоруссия фронты составындағы 65-се армияның артиллерия батареяһының командиры була. Хәрби архив документарында әйтелеүенсә, капитан Шәриф Сөләймәнов 1943 йылдың 18—19 ноябрендә Гомель өлкәһенең Короватичи ауылы өсөн барған ҡаты алыштарҙа күрһәткән тиңдәшһеҙ батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[2]. Был ваҡытта яугир егткә ни бары 23 йәш була.
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ батырлығы» тигән электрон документтар базаһында Яңы Ҡайынлыҡ егетенең ҡаһарманлығы хаҡында түбәнге юлдар бар:
«…Иптәш Сөләймәнов батареяһы Короватичи ауылында 18 ноябрҙә ҡурғау (оборона) тотто. Ауылды алыу һәм Речица менән Калинковичи ҡалаларын тоташтырған мөһим коммуникацияларҙы ҡулға төшөрөү маҡсатында немецтар был көндө беҙҙең ғәскәрҙәргә ҡаршы һөжүм башланы. Сөләймәнов асыҡ позициянан дошманды туранан-тура утҡа ҡойондорҙо һәм уларға алға барырға мөмкинлек бирмәне. 19 ноябрҙә немецтәр бер-бер артлы һигеҙ тапҡыр танк һөжүме ойошторҙо. Сөләймәновтың батареяһы танктар һәм пехотаға ҡаршы тороусы төп көс булды. Юҡ итеү маҡсатында немецтар батареяны ҡамай башлағас, Сөләймәнов һуғышсыларҙы ҡаршылыҡты дауам итергә, Ватан өсөн үлгәндә лә дошманды үткәрмәҫкә саҡырҙы. Артиллерия туптары немец танктарын туранан-тура утҡа тотоуын дауам итте. Ҡаты бәрелеш көнө буйы барҙы һәм ахыр сиктә батареяның тулы еңеүе менән тамамланды. Алыш барышында биш танк, бер үҙ йөрөшлө „Фердинанд“ үҙ йөрөшлө пушкаһы, ротанан артыҡ дошман һалдаты һәм офицеры юҡ ителде. Сөләймәнов ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, ут позицияһында яу менән шәхсән етәкселек итте. Короватичи ауылының беҙҙең ҡулда һаҡлап ҡалыныуы, артабан яңы көстәр килтереп, дошманды көнбайышҡа сигендерергә мөмкинлек бирҙе…»
Был батырлығы өсөн батарея командиры капитан Шәриф Сөләймәновҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме 1943 йылдың 24 декабрендә бирелә[2]. Был оло бүләктән ошо йылда башҡа ҡыйыу башҡорт егете тағы ла Ҡыҙыл Байраҡ[3] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ[4] ордендарына лайыҡ була.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, ҡаһарман ир-уҙаман «майор» хәрби дәрәжәһендә тыныс хеҙмәткә ҡайта. Артабан, биләгән вазифаларына ярашлы, запастағы полковник дәрәжәһе ала, 60 йәше еткәс, хәрби иҫәптән төшөрөлә.
Алған һөнәре буйынса эшен дауам итеп, СССР Финанс министрлығының Юғары финанс курстарын һәм Бөтә союз юридик институтын тамамлай.
Уҙған быуаттың 50—60-сы йылдарында Шәриф Сөләймән улы совет һәм партия органдарында эшләй: 1954 йылдан Дүртөйлө район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1956-64 йылдарҙа КПСС-тың Кушнаренко район комитетының беренсе секретары була. Артабан ҡасандыр үҙе хеҙмәт юлын башлаған Саҡмағош районын етәкләй — 1964 йылдан 1971 йылға тиклем район Советы башҡарма комитеты рәйесе һәм КПСС-тың район комиетының беренсе секретары була.
1971—1988 йылдарҙа Шәриф Сөләймәнов Башҡорт АССР-ының финанс министры. Алда әйтелгән вазифаларҙы һәм һуңғыһын биләгәндә ул БАССР-ҙың ете (IV—XI) саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушарып ултырмай Герой. Вафат булғанға тиклем (1994 йыл, 12 февраль) Башҡортостандың Балалар фонды рәйесе йөгөн тарта.
Хәрби батырлыҡтары өсөн бирелгән «Алтын Йондоҙ» миҙалына, Ленин, II дәрәжә Богдан Хмельницкий, Ҡыҙыл Йондоҙ, ике I һәм бер II дәрәжә Ватан һуғышы ордендарына яуаплы һәм бер ҙә еңел булмаған етәкселек эшендәге ҡаҙаныштары өсөн Шәриф Сөләймән улының күкрәген тағы ла бер Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе»ордендары биҙәй. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны шулай уҡ бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ауылдаштары хәтерләүенсә, ниндәй генә яуаплы вазифа башҡармаһын, Шәриф Сөләймән улы үҙ төйәгенең тоғро улы булып ҡала, тыуған яҡтарын онотмай: мөмкинлек булғанда, туғандары һәм яҡташтары янына даими ҡайтып йөрөй, көсөнән килгәнсә ауылдағы һәм райондағы төрлө мәсьәләрҙе хәл итеүҙә лә ярҙам ҡулы һуҙа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (24.12.1943)[2]
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.12.1943, № 2993)
- Ике Ленин ордены (24.12.1943; 1966)
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.11.1943)[3]
- II дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (31.05.1945)[5]
- Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (31.08.1944[6]; 06.04.1985[7])
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (08.08.1944)[8]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1986)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.07.1943)[4]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1957)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (09.03.1945)[9]
- «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941—1945 йй.» миҙалы (31.08.1945)[10]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Уның тураһында гәзит һәм журналдар
үҙгәртергә- Осенева К. Достояние Республики. Герой по всем статьям. Этого человека знают и помнят в Министерстве финансов Башкортостана. «Республика Башкортостан» гәзите, 2015, 8 октябрь (рус.)[11].
- Нуретдинов А. Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ. Бәләкәй Ватанын һис ҡасан онотмай «Башҡортостан» гәзите, 2015, 28 август[12].
Хәтер
үҙгәртергә- Герой үҙе тере саҡта уҡ уның ата-әсәһе нигеҙенә йорт һалынып, унда Шәриф Сөләймән улының йорт-музейы асыла.
- Шәриф Сөләймәновҡа уның тыуған ауылы Яңы Ҡайынлыҡта[13] (2003) һәм Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовкала (2005) һәйкәлдәр ҡуйылған.
- Яңы Ҡайынлыҡ мәктәбенә Герой исеме бирелгән.
- Өфөлә Шәриф Сөләймәнов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Краснокама районы.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ 3,0 3,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ 4,0 4,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ «Республика Башкортостан» гәзите, 2015, 8 октябрь(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 28 август 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ В Краснокамском районе открыт памятник Герою Советского Союза Шарифу Сулейманову. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2003, 4 ноябрь (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Нургалиев Д. С. По ступеням бессмертия: Историко-публицистическое издание. — Краснокама, МУП Николо-Березовская типография, 2005. — 315 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы . «Герои страны» сайты.
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 21 август 2015.