Солтанов Барый Муллағәли улы

Солтанов Барый Муллағәли улы (13 октябрь 1907 йыл21 ғинуар 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, пулемётсылар отделениеһы командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Барый Муллағәли улы Солтанов
Тыуған ваҡыты

13 октябрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе [1]Хәлит ауылы

Үлгән ваҡыты

21 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (37 йәш)

Вафат урыны

Польша

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание
Өлкән сержант
Өлкән сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Дан ордены
Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Барый Муллағәли улы Солтанов 1907 йылдың 13 октябрендә Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Хәлит ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.

1929—1941 йылдарҙа «Донбасс» колхозында[2] бригадир, рәйес булып эшләй. 1941 йылдан — Ҡыҙыл Армияла.

1942 йылдың ғинуарынан Калинин һәм Брянск фронттарында хеҙмəт итə, дүрт тапҡыр яралана, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

2‑се Белоруссия фронтында 50‑се армия 380‑се уҡсылар дивизияһы 1264‑се уҡсылар полкының пулемёт отделениеһы командиры була.

1944 йылдың 26—30 мартында Белорус ССР-ы Могилёв өлкәһе Виляга утары тирәһендәге хәрби операциялары осоронда өлкән сержант Солтанов үҙенең станок пулемёты уты менән 20-гә яҡын немец һалдаттарын һәм офицерҙарын юҡ итә.

1944 йылдың 31 мартында 380‑се уҡсылар дивизияһы буйынса 83-сө һанлы приказға ярашлы III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 6—7 июлендә Белорус ССР-ы Минск өлкәһе Смолевич районы Пятигодка (Пятилетка) совхозы тирәһендә 1264‑се уҡсылар полкының пулемёт отделениеһы командиры өлкән сержант Солтанов пулемёт расчёты менән дошмандың контрһөжүмдәрен умело ҡаға, үҙенең һалдаттары сафтан сыҡҡас, пулемёттан бер үҙе ут асыуын дауам итә, ҡамауҙан сығырға ниәтләгән дошмандың һигеҙ контрһөжүмен кире ҡаға һәм 150 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Был алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1945 йылдың 24 мартында, Барый Солтанов үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[3].

Артабан 269-сы уҡсылар дивизияһы 1020-се уҡсылар полкы взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың 21 ғинуарында Белорус ССР-ы Белосток өлкәһе Говоров районы (хәҙерге Польша Подляск воеводствоһы) Винна-Посвентна ауылы янындағы алышта батырҙарса һәләк була[4]. Залендже ауылында ерләнә[3].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[5]
  • Ленин ордены (24.03.1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • III дәрәжә Дан ордены (31.03.1944)[6]
  • Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Хәлит ауылы урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, уға һәйкәл һәм ул йәшәгән йортҡа һәм мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Мәскәүҙең Еңеү паркындағы Бөйөк Ватан һуғышы үҙәк музейы Дан залында ҡаһармандың исеме алтын хәрефтәр менән уйылып яҙылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Силәбе өлкәһе, Ҡоншаҡ районы
  2. Башҡорт АССР-ы, 1934 йылдан — Силәбе өлкәһе составында.
  3. 3,0 3,1 Булатов Ғ. Һ. Солтанов Барый Муллағәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Султанов Барый //Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Олег Кожухарь. Солтанов Барый Муллағәли улы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 16 март 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә