Степанов Никита Андреевич

Степанов Никита Андреевич (13 октябрь 1913 йыл — 22 сентябрь 1953 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. 16-сы гвардия кавалерия (Башҡорт атлы) дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Степанов Никита Андреевич
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 13 октябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Йәрмәкәй районы, Йәрмәкәй ауыл Советы (Йәрмәкәй районы),Васильевка
Вафат булған көнө 22 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йәрмәкәй районы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

БиографияһыҮҙгәртергә

Никита Андреевич Степанов[1] 1913 йылдың 13 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2]Васильевка ауылында тыуған. Урыҫ. Мәктәптә башланғыс белем ала. Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда эшләй.

1942 йылдың ғинуарында Йәрмәкәй районы хәрби комиссриаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.

1943 йылдың мартынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була.

58-се кавалерия полкының ҡылыслылар взводы командиры ярҙамсыһы (Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия өлкән сержанты Н. А. Степанов, 1943 йылдың 26 сентябрендә Гомель өлкәһенең Нивки ауылы янында Днепр йылғаһын һуғышып аша сығыуға әҙерлек барышында, разведкала айырыуса ҡатмарлы бурысты үтәгәндә батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң тыуған ауылы Васильевкаға ҡайта, Йәрмәкәй лесничествоһында урман ҡарауылсыһы булып эшләй.

1953 йылдың 22 сентябрендә вафат була, Васильевка ауылында ерләнгән.

БатырлығыҮҙгәртергә

«…Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда… …иптәш Степанов төн ҡараңғылығы аҫтында иптәше менән балыҡсы кәмәһендә йылғаның уң ярына сыға, һаҡ һәм ҡыйыу эш итеп, дошман траншеяһына үтеп инә һәм дошмандың береһен бысаҡ менән сәнсеп үлтерә, икенсеһен әсирлеккә ала һәм Днепр аша сығарып полк штабына алып бара.

Галки тораҡ пункты өсөн барған һуғышта иптәш Степанов иптәше менән икәүләп дошмандың тылына үтеп инергә һәм уның ут нөктәләренең урынын асыҡларға задание ала. Төндә улар бурыстарын үтәргә сыға. Ике кешене тауышһыҙ юҡ итеп, ҡыйыу разведчиктар фашистарҙың тылына үтеп инә… Ут нөктәләренең урынын теүәл асыҡлап, разведчиктәр иртәнсәк полкка әйләнеп ҡайта, ә ярты сәғәттән һуң артиллеристар дошмандың ут нөктәләрен ҡыйрата».

1944 йылдың 15 ғинуарында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Бәләбәй өйәҙеаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ХәтерҮҙгәртергә

Йәрмәкәй ауылында урам Герой исемен йөрөтә. Уның исеме Белоруссияның дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы музейының бер залында ҡуйылған мәрмәр плитала уйылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Степанов Никита Андреевич. «Герои страны» сайты.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/45, л. 29/331, 332).

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә