Түбәнге Әрмет (рус. Нижнеарметово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 590 кеше[1]. [[Әрмет ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453238, ОКАТО коды — 80231805001.

Ауыл
Түбәнге Әрмет
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°39′56″ с. ш. 56°30′02″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 805 001

ОКТМО коды

80 631 405 101

ГКГН номеры

0525259

Түбәнге Әрмет (Рәсәй)
Түбәнге Әрмет
Түбәнге Әрмет
Түбәнге Әрмет (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Әрмет
Түбәнге Әрмет (Ишембай районы)
Түбәнге Әрмет

Тарихи Әрмет — башҡорт ауылы. 1772 йылдың 21 июлендә унда йәшәүселәр үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен ерһеҙ башҡорттарға, мишәрҙәргә һәм татарҙарға, барлығы 60 ихатаға, рөхсәт итә. Бында индергән өсөн 500 һум аҡса алғандар. Бөгөнгө көндә керҙәштәрҙең исемдәренең күбеһе фамилия булараҡ билдәле. XVIII быуаттың 70-се йылдарында Әрмет исемле өс ауыл булған: Түбәнге Әрмет, Иҫке Әрмет, Үрге Әрмет. 1839 йылда улус ауылдары исемлегендә улар дүртәү була: Стәрлетамаҡтан 40 километрҙа урынлашҡан яңы ауыл Урта Әрмет барлыҡҡа килә. Уны 1834 йылдағы VIII ревизия күрһәтмәй. Шулай итеп, ул был даталар араһында барлыҡҡа килгән. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа 5 ауыл бар: Әрметрәхим (Губейкино, Моськино), Үрге Әрмет, Түбәнге Әрмет, Иҫке Әрмет, Урта Әрмет. Түбәнге Әрмет ауылы элегерәк Рәхимибрай исемен йөрөткән (исеменең тәүге теркәлеүе — 1795 йыл), 1774 йылда улус старшиналарының береһе булған Әрмет ауылы аҫабаһы Мөхәмәтрахим Ибраев хөрмәтенә аталған. Уның улдары 1816 йылда ауылда йәшәгәндәр: 39 йәшлек Мөхәмәт (уның балалары Әбдрәхим, Әбдрахман), 28 йәшлек Әбделмәнмөхәмәт (улы Әлмөхәмәт), 30 йәшлек Ғәбделваһап, 25 йәшлек Абдулла Рәхимовтар. 9-сы тирмә халҡы йәйләүҙәргә сыҡмаған, ауылдағы өйҙәрендә йәшәгән. 1842 йылда ауылдың тик 123 аҫаба-башҡорттары ғына 224 бот көҙгө һәм 1072 бот яҙғы иген сәскәндәр.

V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда башҡорттар һәм типтәрҙәр йәшәгәндәр: 26 йортта 151 кеше йәшәгән, 20 ихатаны 122 типтәр биләгән, шуларҙың 71-е Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан. 1834 йылда 52 ихатала 147 аҫаба-башҡорт һәм ерһеҙ башҡорттар һәм татарҙар араһынан 169 керҙәш йәшәй. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 150 ихатала 400 аҫаба-башҡорт һәм 356 керҙәш күрһәтелгән. Ике мәсет эшләгән (1839 й.). 1920 йылға типтәрҙәр өҫтөнлөк итә, шуға күрә ауыл типтәрҙәр ауылы тип атала: 1102 кеше һәм 227 йорт[2].

2009 йылда «Ихлас» мәсете асыла. 1839 йылда ике мәсет булыуы билдәле.

Ауыл бөгөн

үҙгәртергә

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе, ведомство янғын һүндереү бүлеге, И. Ғ. Ғиззәтуллин музейы, мәсет бар[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1102
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1731
1959 йыл 15 ғинуар 1128
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 783
2002 йыл 9 октябрь 754
2010 йыл 14 октябрь 590

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй (100 %)[4].

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Кесе Әрмет йылғаһының ярында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[6]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Баҙар урамы (рус. улица Базарная)
  • Ғиззәтуллин урамы (рус. улица Гиззатуллина)
  • Ҡаран урамы (рус. улица Каран)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Туғай урамы (рус. улица Тугая)
  • Тирәкле урамы (рус. улица Тополиная)


Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

үҙгәртергә

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 122. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Түбәнге Әрмет // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Әрмет ауылы