Күсей

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы ауыл

Күсей (рус. Кусеево) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 508 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80206831001.

Ауыл
Күсейо
рус. Кусеево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ

Ауыл советы

Күсей

Координаталар

52°59′02″ с. ш. 58°25′31″ в. д.HGЯO

Ауыл с

2005

Халҡы

450[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453644

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 831 001

ОКТМО коды

80 606 431 101

ГКГН номеры

0524606

Күсейо (Рәсәй)
Күсейо
Күсейо
Күсей (Башҡортостан Республикаһы)
Күсейо

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 450 230 220 51,1 48,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бикҡужа исеме менән 1736 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1737 йылда) Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы 2-се Этҡол ауылы ерҙәрендә нигеҙләнгән. 1795 йылда Күсей(ауылға тәүге булып төпләнгән кеше исеме) атамаһы менән теркәлгән. 20 йортта 143 кеше йәшәгән, 1866 йылда 50 йорт теркәлгән һәм унда 394 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсете, мәҙрәсәһе (1900 йылда) булған, шулай уҡ тирмәне теркәлгән.

Күсей ауылы тарихы

үҙгәртергә

Ирәндек тауҙарының Күсем ташы тигән түбәһе Баймаҡ районының Әбйәлил районы сигенә яҡын булған Күсей ауылы тапҡырында. Күсем ташы Ирәндек тауҙарының иң гүзәл, иң матур урындарының береһе. Уның көньяҡ һәм төньяҡ итәгенән урғылып шишмәләр сыға. Был тирәлә урман булып ҡайын, уҫаҡ ағастары үҫә. Шулай уҡ ҡарағай, ҡарағас һәм башҡа ағастарҙы ла осратырға була. Һутлы үләнле туғайлыҡтар, аҡландар емеш-еләктәргә лә бай. Ни өсөн Күсем ташы тип аталған һәм Күсей ауылы исеме менән берәй бәйләнеш бармы икән?

Был хаҡта яҡшыраҡ белер өсөн Урал Ғазин Күсей ауылының оло быуын кешеләре менән осрашып һөйләшә. Уларҙың һөйләүе буйынса, Күсем ташының тарихта билдәле булған Күсем батыр менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Ә бына Күсем ташы менән Күсей ауылы исемдәрендә бәйләнеш бар.

Бынан өс-дүрт быуат элек хәҙерге Бөрйән районы яҡтарынан Бөрйән ырыуы башҡорттары Ирәндек тауҙарының көнсығыш итәгенә килеп сығып, йәйләү ҡора. Бөрйән яҡтарынан килеп йөрөгән һунарсылар был яҡтарҙа Бөрйәнгә ҡарағанда ҡар бер айға һуң яуып, бер айға иртәрәк иреп бөтөүен белгән. Бына шуның өсөндә Бөрйән ырыуы башҡорттары иртә яҙҙан малдарын Ирәндек буйына ҡыуып, ҡара көҙгә тиклем шунда булғандар. Уларҙың араһында Күсей исемле кеше лә була. Ул малын хәҙерге Күсем ташы тип йөрөтөлгән ҡая аҫтындағы юл булап ҡыуа торған булған. Йәйләү өсөн уңайлы урындарҙы ла шул ҡаялы тауҙан һайлаған. Сөнки тау башынан тирә яҡ ус төбөндәге кеүек күренеүе менән уға оҡшаған.

Бер ваҡыт, көҙ еткәс, Күсей үҙенең малын Бөрйән яҡтарына ҡыуып алып ҡайтырға була. Ләкин йылҡылары теүәл булмай, оҙаҡ ҡына эҙләү ҙә файҙаһыҙ була. Ахырҙа ҡайтып китәләр. Ҡыш етә. Күсей айырылып ҡалған йылҡыларын табыуҙан бөтөнләй төңөлә.

Март айҙарында Бөрйән яҡтарынан килгән һунарсылар Ирәндек тауҙарының көньяҡ итәгендә, Күсейҙең йәйләүе тирәһендәге аҡланда, бер өйөр йылҡы малын күрә. Үҙҙәренең күргәндәре тураһында ҡайтып Күсейгә һөйләйҙәр. Был ҡыуаныслы хәбәрҙе ишеткәс тә, ике улы менән йылҡыларҙы эҙләргә китә. Күсем ташына күтәрелһәләр, урман араһындағы йәйләгән аҡланда йылҡыларын күрәләр. Йылҡы өйөрө ысынлап та Күсейҙеке булып сыға. Йылҡыларын Бөрйәнгә ҡыуа алмай, сөнки ул яҡтарҙа ҡар ҡалын була. Өҫтәүенә, яҙ ҙа яҡынлашып килә. Улар яҙ еткәнсе алмашлап йылҡыларҙы көтөргә ҡарар итәләр.

Яҙ етә. Ҡарҙар ирей. Күсей үҙенең йылҡы өйөрө ҡышлаған ергә бөтөнләйгә күсеп килергә була. Бар мөлкәтен, мал-тыуарын, ғаиләһен Күсем ташының аҫтындағы һуҡмаҡ буйлап Ирәндек тауының көньяҡ итәгенә күсерә. Ирәндектең шул ҡая ташлы түбәһен күсеү һүҙенән алып, Күсем ташы тип йөрөтә башлайҙар. Ул юл хәҙер ҙә бар. Йәй көндәре әле лә унан кеше өҙөлмәй.

Күсей ҡарт үҙенең йылҡы өйөрө ҡышлаған аҡланға барып төпләнгәс, ул урында ауыл барлыҡҡа килә. Ул ауылды Күсей ауылы тип йөрөтәләр.

Тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе, уҡытыусы Урал Газиндың яҙмаларынан Күсей ауылы тарихы тураһында бына ошоларҙы белергә була. (Урал Ғазиндың шәхси архивынан алынды)

Ә бына уның архивында «Күсем ташы» мәҡәләһенә өҫтәмә мәғлүмәт биреп китеүсе Сибай ҡалаһында йәшәүсе ветеран уҡытыусы, Күсей ауылы кешеһе Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова бына нимәләр яҙған:

«Бөрйән ырыуы башҡорто Күсей ҡарт йылҡылары төйәк иткән ерҙе үҙ итеп, хәҙерге Күсей ауылына нигеҙ һалыуы У. Ғазин мәҡәләһе аша мәғлүм инде беҙгә. Күсей Тирмеш хәҙерге Бөрйән районының Миңдеғол (уны Ҡалдырғол тип тә атағандар) ауылынан күсеп килгән. Мал ҡышлатыр өсөн үҙенең утарын Ҡуштүбәлә нигеҙләгән.

Билдәле булыуынса, тәүҙә атай-олатайҙар малсылыҡ, игенселек менән көн иткәндәр. Һауаһы, тәбиғәте кешене арбап тороусы урында ауылдар ишәйә башлаған. Аҙмы-күпме ваҡыт үткәс Иҫәнбәт, Басай һәм башҡа ауылдар барлыҡҡа килгән.

XVII быуатта уҡ Ирәндек буйҙарында алтын ятҡылыҡтары барлығы Рәсәй батшаһына ғына түгел, инглиз эшҡыуарҙарына ла билгеле булған. Алтын приискыларын иң тәүҙә Бощев, Новолихин тигән урыҫтар асып ебәрә.

XIX быуат аҙағында алтын сығарыу эштәре татар эшҡыуарҙары Зәкир һәм Шәкир Рәмиевтарға күсә. Приискыла эшләү өсөн күпләп башҡа милләт кешеләре күсеп килә. Күсей эргәһендәге Солтан приискыһы урынындағы хәҙер ҙә һаҡланған тирәк ағастары, нигеҙ таштары, урыҫ һәм татар зыяраттары ошоно дәлилләй.

Беҙ бәләкәй саҡта татар зыяратындағы ҡәберлектәрҙең ҡайһы берҙәре буш, исем өсөн генә ерләнгән, тип һөйләй торғайнылар. М. Ғафуриҙың күптәргә билгеле Шағирҙың алтын приискаһында исемле әҫәрендә шахтаның емерелеүе арҡаһында тотош бер смена эшселәре күмелеп ҡалыуы һүрәтләнә. Үрҙә әйтелгән хәбәр ошондай хәлгә бәйлелер инде. Һәләк булған кешеләрҙе юллап килгән туғандарына прииск хужалары буш ҡәберлекте күрһәтеп ҡотолоп ҡалғандар.

1921 йылғы йот йылында ситтән килгән эшселәр таралып китеп бөтәләр. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар башына тиклем Свердловск өлкәһе Күсей алтынын ҡулланып, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте тәләфләү кеүек күренештәргә әсенә Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова. Хәҙерге көндә алтын йыуылмай был ерҙәрҙә.

Алтынға бай Күсей ауылы Башҡортостанға һәм Рәсәйгә бик күп шәхестәр, оло талант эйәләрен сығарған. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан бил¬дәле Бирғәле сәсән, мәшһүр ҡу¬райсы Хәмит Әхмәтов, исеме милли бейеү сәнғәте классикаһына ингән хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, башҡорт теле ғалимы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы "Әлифба"ның авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, күренекле яҙыусы һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова һәм башҡалар…

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 84 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 47 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Администрация городского округа г. Сибай. Официальный сайт Почётные гражданы: Байназаров Азамат Хажмухаметович 2021 йыл 25 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2021)
  4. https://vk.com/wall-53797991_27248 Азамат Байназаров: «Меня испытывали на каждом шагу». Газета «Сибайский рабочий», 14 янв 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2021)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә