Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы

дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы (10 июнь 1942 йыл — 1 март 2015 йыл) — ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Кушнаренко район хакимиәтенең элекке башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2012).

Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июнь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Байталлы, Рәсәй
Вафат булған көнө 1 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Кушнаренко районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән, ауыл хужалығы һөнәре
Биләгән вазифаһы хакимиәт башлығы[d]
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ВДНХ-ның алтын миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Рафаэль Сәлихан улы Фәттәхов 1942 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Байталлы ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында «Востокнефтепроводстрой» тресының 1-се автобазаһында слесарь булып башлай. Һуңынан Өфө телефон аппаратуралары заводында слесарь була. 1968 йылдан ВЛКСМ-дың Кушнаренко район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы, 2-се секретарь булып эшләй[1]. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1971 йылдан ВЛКСМ-дың Кушнаренко район комитетының 1-се секретары[1]. 1973 йылдан Ленин исемендәге колхоздың партия комитеты секретары. 1980 йылда икенсе юғары белем ала — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Шул уҡ йылда тыуған районында «Большевик» колхозы рәйесе итеп һайлана. 1985 йылдан инде район хакимиәтен етәкләй. 1999 йылдан — икмәк бешереү предприятиеһы директоры, 2001 йылда Кушнаренко район советы рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 12-се, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-2-се саҡырылыштары депутаты. Рафаэль Сәлихан улы 2015 йылдың 1 мартында Кушнаренко районында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994)
  • «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы (1993)
  • СССР Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалы (1984)
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
  • Кушнаренко районының почетлы гражданы (2012)[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә