Ишбирҙе (Баймаҡ районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы ауыл

Ишбирҙе (рус. Ишберда) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 666 кеше[4]. Почта индексы — 453677, ОКАТО коды — 80206828001.

Ишбирҙе
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ишбирҙе ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ишбирҙе ауыл советы
Халыҡ һаны 679 кеше (2002)[2],
666 кеше (2009)[2],
638 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453677
Карта
 Ишбирҙе Викимилектә

Ауыл Советы үҙәге. Ауылда түңгәүер ырыуы башҡорттары йәшәй. Тораҡ пунктына яҡынса 1770-се йылдарҙа нигеҙ һалынған. Беренсе күсеп килеүсе, йорт старшинаһы ярҙамсыһы Ишбирҙе (1768 йылғы, шәжәрә буйынса Тулыбай улы) исеме менән аталған[5]. Тулыбай — Хәсән улы, уның улдары: Этҡол, Ҡыуат, Айса, Ҡотлобулат, Тулыбай, Юлдыбай, Биҡҡол. Ошо исемдәрҙең күбеһе артабанғы нәҫелдәргә фамилия булып китә. Ауылға нигеҙ һалыусылар сығышы менән Ҡыуат ауылынан икәне билдәле[6].

Төп шөғөлдәре — малсылыҡ, урман эшкәртеү, күмер яндырыу, дегет эшләү, тал ҡабығын эшкәртеү һәм солоҡсолоҡ.

1930 йылда Салауат исемендәге колхоз ойошторола, 1947 йылда Салауат исемендәге сәнәғәт артеленә үҙгәртелә. 1968 йылдан Баймаҡ урман сәнәғәт хужалығына (леспромхоз) әүерелә. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре — ағас, пиломатериалдар, райондың ялан зонаһы хужалыҡтары һәм халҡы өсөн утын әҙерләү[7]. Бында хәҙерге ваҡытта Баймаҡ урман хужалығының урмансылығы бар[8].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 638 325 313 50,9 49,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан[9].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 56 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 97 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • З. Биишева урамы — рус.  З. Биишевой улица
  • Йылайыр урамы — рус. Зилаир улица
  • Ишбирҙе урамы — рус.  Ишберда улица
  • К. Минһажев урамы — рус.  К. Мингажева улица
  • Йәштәр урамы — рус.  Молодежная улица
  • Салауат Юлаев урамы — рус.  Салавата Юлаева улица

[10]

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

үҙгәртергә
  • Мөхәмәтшина Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы (15.06.1953) — журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
  • Маликов Х. М. — билогия фәндәре кандидаты;
  • Иҙелбаев М. Х. — филология фәндәре докторы, БДУ профессоры;
  • Биҡҡолов В. Т. — физика-математика фәндәре кандидаты, СДПИ доценты;
  • Биҡҡолов Т. Ш. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрист;
  • Иҙелбаева Ф. М. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Иҙелбаева Р. Х. — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (Иҫке Сибай);
  • Маликова Г. Х. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (Башҡорт дәүләт академия драма театры);
  • Хәсәнов М. И. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (Стәрлетамаҡ филармонияһы).

Шулай уҡ уҡығыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978—5—295—04683—4 (рус.)