Бибиков Александр Ильич

Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре

Бибиков Александр Ильич (10 июнь 1729 йыл — 20 апрель 1774 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал-аншеф, Уложенный комиссия рәйесе (маршал), сенатор; поляк конфедераттары менән көрәштә һәм Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа баш командующий.

Бибиков Александр Ильич
Рәсем
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 10 июнь 1729({{padleft:1729|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Мәскәү, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3][1]
Вафат булған көнө 20 апрель 1774({{padleft:1774|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2] (44 йәш)
Вафат булған урыны Бөгөлмә ҡалаһы, Бөгөлмә өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[3][1][2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Ваба
Ерләнгән урыны Стрелка[d]
Атаһы Илья Александрович Бибиков[d][1][4]
Бер туғандары Екатерина Ильинична Голенищева-Кутузова[d] һәм Евдокия Ильинична Бибикова[d]
Хәләл ефете Анастасия Семеновна Козловская[d]
Балалары Александр Александрович Бибиков[d][5][6][7] һәм Аграфена Александровна Бибикова[d]
Нәҫеле Бибиковы[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание генерал-аншеф[d]
Һуғыш/алыш Ете йыллыҡ һуғыш, Бар конфедерацияһы[d] һәм 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Святого Александра Невского орден Белого орла орден Святого апостола Андрея Первозванного
 Бибиков Александр Ильич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Ильич Бибиков 1729 йылдың 10 июнендә Мәскәүҙә тыуған. Сығышы менән дворян Бибиковтар нәҫеленән. Инженер-генерал поручик Бибиков Илья Александровичтың[8] һәм уның Писаревтар нәҫеленән булған ҡатынының улы. Бибиков өй тәрбиәһен ала, әммә әсәһенең вафатынан һәм атаһының икенсе никахынан һуң туғандары, Мәскәүҙәге Зачатьев монастыры монахинялары, ҡарамағына бирелә. Ун биш йәшендә (1744) Артиллерия һәм инженер шляхта кадет корпусына инә.

Дәүләт һәм хәрби карьераһы үҙгәртергә

  • 1746 — инженер-прапорщик чины Петербургта хеҙмәт итеү урыны бирелә
  • 1748 — Мәскәүгә күсерелә
  • 1749 — генерал Люберас командалығы аҫтында Кронштадт каналы төҙөлөшөнә ебәрелә, аподпоручик булып артиллерияға күсерелә
  • 1751 — поручик дәрәжәһенә һәм тырышлығы һәм «фәндәре белеүе» өсөн аудиторлыҡҡа лайыҡ була, сөнки 1749 йылдан үҙенең һөнәре буйынса әҫәрҙәрҙе француз теленән тәржем итеү менән шөғөлләнә; княжна Козловскаяға өйләнә
  • 1753 — хеҙмәте буйынса тәүге махсус йомоштар ала башлай: уларҙың береһе — Саксон һарайына урыҫ илсеһенә командировка
  • 1756 — Пруссияға, Бранденбургка һәм Померанияға ғәскәрҙәрҙең һәм аҙыҡ-түлек магазиндарының торошон тикшереү өсөн ебәрелә; Ете йыллыҡ һуғышта подполковник чинында ҡатнаша.
  • 1758 — Цорндорф алышында шәхси батырлыҡ күрһәткән өсөн полковник дәрәжәһенә күтәрелә
  • 1759 — Одерҙағы Франкфуртта алышта яралана, ҡаланы яулағандан һуң комендант вазифаһын башҡара
  • 1761 — Кольбергтың өсөнсө ҡамауында 31 августа Бибиковтың отряды Пруссия деташементы командиры генерал Варнериҙы әсирлеккә ала

Ете йыллыҡ һуғыш тамамланыуға генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә һәм Чернигов пехота полкының шефы итеп тәғәйенләнә. Һуғыш осоронда Бибиков полковник Михельсон менән таныша, ағалы-ҡустылы Паниндар (Никита Иванович һәм Петр Иванович) менән яҡынлаша.

 
XVIII быуаттағы парад портреты

Екатерина II бер нисә тапҡыр Бибиковҡа яуаплы эштәр йөкмәтә:

  • 1763 — Холмогорға принц Антон Ульрих Брауншвейгский менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ебәрелә;
  • 1763—1764 — батшабикә Ҡаҙан һәм Сембер губерналарҙағы заводтарҙа крәҫтиәндәр болаларын баҫтырыу өсөн саҡыртып ала;
  • 1765 — поляк болалары менән бәйле генерал-поручик Веймарн менән Рәсәйҙең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш сиктәрендәге частар смотрын үткәрә;
  • 1767 — Уложенный комиссияның рәйесе (маршалы) итеп тәғәйенләнә;
  • 1769—1771 — Рәсәй һәм Финляндия араһындағы сиктәрҙең смотрын үткәр;ә
  • 1771 — 20 июндә Польшала генерал-поручик чинында армия командующийы итеп тәғәйенләнә (Веймарн урынына); Поляктарға ҡаршы көрәшә (Бар конфедерацияһы);
  • 1771—1772 — Изге Александр Невский ордены менән бүләкләнә, генерал-аншеф дәрәжәһенә күтәрелә;
  • 1773 — Пугачёв ихтилалын баҫтырыуға ебәрелә.

Пугачев болаһын баҫтырыуға үҙгәртергә

1773 йылдың ноябрендә боланы баҫтырыу өсөн генерал-майор Ҡарҙы ғәскәрҙәрҙең баш командующийы вазифаһында алмаштыра. Бибиковҡа болаларҙы баҫтырыу өсөн ысулдар һайлауҙа тулы азатлыҡ бирелә. Указға ярашлы уға крайҙағы бөтә хәрби, граждандар һәм рухани властары уның ҡарамағында була. Бибиковты оҙатып йөрөгән кешеләр араһында шағир Державин була, ул ваҡытта Преображенск полкының лейб-гвардия подпоручигы.

Башта Бибиковтың ғәскәрендә 1500 атлылар һәм 2500 пехотасылар була. Көстәре бигүк ҙур булмауына ҡарамаҫтан, Бибиковтың ғәскәре боласыларҙан һаҡланыуға һәм хатта һөжүм ғәмәлдәренә лә әҙер була. Бибиков, дворян милицияһын ойоштороп, ғәскәрҙәрен көсәйтә. Ҡаҙан дворянлығы 300 кешелек атлы ҡораллы корпус төҙөй һәм уны үҙ ҡарамағына ала. Ҡаҙан дворянлығынан Ҡаҙан магистраты үрнәк алып, гусар атлы эскадронын булдыра, шулай уҡ Сембер, Свияжск, Пенза дворянлыҡтары. Башҡортостанды баҫтырыу эше подполковник Лазаревҡа йөкмәтелә. Ҡаҙан корпусы менән командалыҡты Бибиковтың туғаны генерал-майор Ларионов үҙ өҫтөнә ала. 1774 йылдың 24 мартында генерал-майор Мансуров, генерал-майор кенәз Голицын, полковник Бибиков, генерал-майор Фреймандарҙың көстәре менән Татищев ҡәлғәһе алына; 24 мартта Ларионовты алыштырған подполковник Михельсон Өфөнө боласыларҙан азат итә. Силәбе, Екатеринбург һәм Көңгөр азат ителә. Пугачевтың 1 апрелдәге Бәрҙе биҫтәһе тирәһендәге еңелеүе, үҙ сиратында, Ырымбурҙы азат итергә ярҙам итә. Пугачев Башҡортостанға ҡаса, әммә Бибиков үҙенең эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен күрә алмай. Бәрҙе эргәһендәге еңеү тураһында ишеткәс, ул Ҡаҙандан Ырымбурға юллана. Юлда ауырып китеп, Бөгөлмәлә туҡтай.

Г. Р. Державин
Ода на смерть Бибикова

Он был искусный вождь во брани,
Совета муж, любитель муз,
Отечества подпора тверда,
Блюститель веры, правды друг;
Екатериной чтим за службу,
За здравый ум, за добродетель,
За искренность души его.
Он умер, трон обороняя.
Стой, путник! стой благоговейно.
Здесь Бибикова прах сокрыт.

  • 1774 — сенатор дәрәжәһенә лайыҡ була һәм Изге апостол Андрей Перзованный ордены менән бүләкләнә.

Чинын һәм наградаһын иҫән саҡта ала алмай.

  • 1774 йылдың 20 апрелендә Бөгөлмәлә вафат була. Рәсми рәүештә ваба ауырыуынан үлгән тип иғлан ителә (рәсми рәүештә булмаған версия буйынса: поляк конфедераттарының вәкиле тарафынан ағыуланған). Кострома губернаһының Кинешма өйәҙендәге Борщёвка-Богородское (Стрелка) усадьбаһында сиркәүҙә ерләнә[9] (хәҙер Иванов өлкәһенең Вичуг районы Стрелка ауылы).

Наградалары үҙгәртергә

  • Изге апостол Андрей Первозванный ордены (1774)
  • Изге Александр Невский ордены (1772 тирәһе)
  • Изге Анна ордены (1762)
  • Аҡ бөркөт ордены (Речь Посполитая)

Ғаилә хәле үҙгәртергә

Бибиковтың бер туған һеңлеһе Екатерина Ильинична (1754—1824) 1776 йылда М. И. Кутузовҡа кейәүгә сыға.

Княжна Анастасия Семёновна Козловская (6.12.1729 — 4.05.1800), кенәз Семен Борисович Козловскийҙың ҡыҙы. Ҡаҙан дворянлығы Бибиковты Ҡаҙанда ерләргә тәҡдим итә, әммә тол ҡатын уны Борщевкала ерләргә була.

  • Ҡыҙы Аграфена Александровна (1755—1812) — Екатерина Икенсенең фрейлинаһы була.
  • Улы Павел Александрович (1764—1784) — флигель-адъютант.
  • Улы Александр Александрович (1765—1822) — Наполеон осорондағы Рәсәй командиры.
  • Улы Илья Александрович (мәғлүмәттәр юҡ)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Полиевктов М. Бибиков, Александр Ильич (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1908. — Т. 3. — С. 16—20.
  2. 2,0 2,1 2,2 Бибиков, Александр Ильич (урыҫ) // Военная энциклопедияСПб.: Иван Дмитриевич Сытин, 1911. — Т. 4. — С. 528—529.
  3. 3,0 3,1 Бибиков Александр Ильич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Бибиков, Александр Ильич (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1892. — Т. IIIа. — С. 659.
  5. Бибиков, Александр Александрович (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1908. — Т. 3. — С. 14—16.
  6. Бибиков, Александр Александрович (урыҫ) // Военная энциклопедияСПб.: Иван Дмитриевич Сытин, 1911. — Т. 4. — С. 528.
  7. Бибиков, Александр Александрович (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1892. — Т. IIIа. — С. 658—659.
  8. Бибиков Александр Ильич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Владимир Владимирович Шереметевский. Бибиков Александр Ильич // Русский провинциальный некрополь / Издатель вел. кн. Николай Михайлович. — М.: Типо-лит. т-ва Кушнерёв Иван Николаевич и К°, 1914. — Т. 1. — С. 84. — IX, 1008 с.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә