Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы

Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы (10 июнь 1945 йыл, Батыр (Фёдоровка районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй фәлсәфәсеһе, социологы, уҡытыусы. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004).

Басир Ғәйфулла улы Аҡсурин
Тыуған көнө

10 июнь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (79 йәш)

Тыуған урыны

Батыр (Фёдоровка районы), БАССР, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

философия, социология

Эшләгән урыны

БДМУ

Альма-матер

П. Ф. Лесгафт ис. Ленинград физик культура институты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре докторы
социология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Басир Аҡсурин

Биографияһы

үҙгәртергә

Басир Ғәйфулла улы Аҡсурин 1945 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Фёдоровка районы Батыр ауылында тыуа.

1975 йылда Ленинград ҡалаһында П. Ф. Лесгафт исемендәге физик культура институтын тамамлай. Шул уҡ йылдан алып Өфө авиация институтында эшләй башлай.

1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта башлай. 1986 йылдан башлап Басир Ғәйфулла улы Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй, бер үк ваҡытта 1992—1994 йылдарҙа Өфө механика-технология колледжында эшмәкәрлеген алып бара.

1996 йылда социология фәндәре кандидаты исемен яулай. 1997 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының социаль эштәр кафедраһында эшләй. 2004 йылда философия фәндәре докторы исемен яҡлай.

Аҡсуриндың ғилми эшмәкәрлеге валеология, сәләмәтлек социологияһы, йәмғиәттең рухи тормошо мәсьәләләренә бағышланған. Ул 60‑тан артыҡ ғилми эш авторы була.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Социальные условия и факторы формирования валеологической культуры. Өфө, 2006
  • Духовная и телесная организация человека. Өфө, 2007

Һылтанмалар

үҙгәртергә