Яңыбай (Балаҡатай районы)
Яңыба́й (рус. Яныба́ево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 884 кеше[2]. Почта индексы — 452594, ОКАТО коды — 80210840001.
Ауыл | |
Яныбаево башҡ. Яңыбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34750 |
Почта индексы |
452594 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 20 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 56 км
Яңыбай ауылы Әй бассейнына ҡараған Исҡуш йылғаһы тамағында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 20 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Балаҡатай районының өс ауылы — Монас, Миҙәт, Яңыбай Дыуан улусына ҡараған. Яңыбай ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылға старшина ярҙамсыһы Яңыбай Ҡалмаҡҡолов исеме бирелгән. Урыҫ сығанаҡтарында шулай уҡ Еныбаево тип тә теркәлгән. Яңыбай ауылы өс өлөштән тора: арғы, урта Яңыбай һәм Миҙәт ауылдары. Миҙәт ауылы Салауат яуына тиклем билдәле булған.
Яңыбай Ҡалмаҡ улы — Яңыбай ауылының старшина ярҙамсыһы, Салауат Юлаевтың көрәштәше.
1778-1779 йылдарҙа Дыуан улусының старшина вазифаһын башҡарған.
Йәниҫәп материалдарында уның улдары күрһәтелгән: иң өлкәне Ноғоман Яңыбаев (1761 йылда тыуған, уның улдары Ғәҙелша, Мөхәмәтвәли, Хәбибулла), уртансы улы — Абдулатиф Яңыбаев (1769 йылда тыуған, уның улдары — Ғәбит, Хәлит, Шәмит), кинйә улы, старшина ярҙамсыһы, йорт есаулы Сәғитдин Яңыбаев (1778—1828, уның улдары Йосоп, Фәйзулла).
1795 йылда Яңыбай ауылының 25 йортонда 100 кеше йәшәгән.
Ауылдың тәүге старшинаһы: Миңдейәр Арыуҡай улы. 1735—1740 йылдарҙағы күтәрелеш ваҡытында хөкүмәт яғында хеҙмәт иткән. Баш күтәреүселәр менән уларҙы баҫтырыусылар араһында тәржемәсе вазифаһфн башҡарған.
1765 йылдан Дыуан улусы старшинаһы, баш күтәреүселәрҙең етәксеһе булған. 1774 йылдың көҙ аҙағына тиклем хөкүмәт ғәскәрҙәренә, каратель-ҡырғындарға ҡаты ҡаршылыҡ ҡүрһәткәндәр.
1774 йылдын 5 июнендә Пугачёв Әй йылғаһы буйында барған һуғышта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн старшина Миңдейәр Арыуҡайҙың улы Миҙәткә полковник дәрәжәһен бирә. 1776 йылда элекке старшина тип теркәлә.
Миҙәт ауылы хәҙерге ваҡытта Яңыбай ауылының бер өлөшө булып тора. Тирмәндәр ҡороу өсөн уңайлы Оло Ыҡ һәм Исҡуш йылғалары буйында урынлашҡан Миҙәт фермаһы ҡасабаһын батыр исеме менән атағандар. Ер биләмәләре ауыл янында бер урында булған. Яҡындағы тигеҙлектә һәм һөҙәк тау битләүҙәрендә һөрөнтө ерҙәре урынлашҡан. Ерҙәр элек-электән һөрөлгән һәм эшкәртелгән. Арыш, һоло, борай, тары, етен, борсаҡ, бойҙай сәскәндәр.
1842 йылда 90 кешегә 1080-әр сирек ужым ашлығы һәм яҙғы иген сәселгән. Яландарҙы ике һәм өс атлы һабан менән һөргәндәр. XIX быуат аҙағында өс хужа ғына баҫыуҙарын тиреҫ менән ашлаған. 4 хужалыҡта елгәргес булған. Һөрөнтө ерҙәрҙе хужалыҡтар участкаларына бүлгәндәр, һәр участкала — 3-әр баҫыу. Үҙҙәре өсөн баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтергәндәр. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
1842 йылда Миҙәт ауылының 15 йортонда йәшәгән 90 кешегә 89 йылҡы малы, 69 һыйыр, 50 һарыҡ, 20 кәзә тура килгән. Май айынан башлап иген уңышын йыйғанға тиклем малдар көтөүҙә булған. Һәр баш мал өсөн көтөүсегә 15 тин түләгәндәр. Ҡыш көндәрендә халыҡ йөк ташыу эшенә, йәйге осорҙа ауыл хужалығы эштәренә ялланған[4].
1811 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Миҙәт ауылы:
№ | Исем шәрифтәре | Нисә йәш |
1 | Нурали Миҙәт Миндияр улы: | 58 |
балалары | ||
2 | Мөхәмәтғәле | 31 |
3 | Килдейәр | 19 |
Мөхәммәтғәленең балалары | ||
4 | Мөхәмәткәрим | 4 |
5 | Мөхәмәтғәле | 1 |
6 | Апыш (Итйән) Битал улы | 64 |
7 | Күнбәк (Ҡуйбаҡ) Алмаҡай улы | 53 |
Күнбәктең малайы | ||
8 | Тажетдин | 19 |
9 | Сынбулат Аҡҡуғлан улы | 40 |
10 | Аҙнабай Ҡускар улы | 31 |
Аҙнабайҙың энеһе | ||
11 | Ғабдулхалиҡ | 17 |
12 | Ғәбит Ғәбдрәхим улы | 54 |
13 | Ғәҙелшә Ғилметдин улы (Алмаҡаев) | 49 |
улы | ||
14 | Батырша | 6 |
15 | Ҡарабай Алмаҡай улы | 42 |
улдары | ||
16 | Хисаметдин | 13 |
17 | Фәрхетдин | 4 |
18 | Әхри Әлимбай улы | 3.8 |
ағаһы | ||
19 | Әхрәзей | 31 |
20 | Ҡотлоғилде Әлимтәев | 35 |
21 | Сурағол Әлимтәев | 42 |
21 | Иҫәт Бейғолов | 63 |
23 | Бөркөт Ишбирҙе (Ишмырҙа) улы | 36 |
энеләре | ||
24 | Әбләй (Әхли) | 33 |
25 | Абделмән | 20 |
26 | Абдулбәшир | 13 |
27 | Үтәғол Ҡалтаев | 45 |
28 | Шәғәли Ҡалтаев | 37 |
29 | Бүләк Байназаров | |
30 | Абдулбасир Бүләков |
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Дыуан улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Яңыбай ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Яңыбай ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Яңыбай ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Әлкә ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Яңыбай ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергәЯңыбай ауылында 1859 йылда — 34 йортта 382 кеше, 1865-1870 йылдарҙа — 75 хужалыҡта 336 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1895 йылда — 105 хужалыҡта 572 кешк йәшәгән.
XIX быуаттың 1870-се йылдарында Яңыбай ауылында запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе, дауахана, 2 сауҙа кибете, мәсет, 1905 йылдан мәҙрәсә булған[5].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергә1905 йылда Яңыбай ауылындағы 83 йортта 627 кеше йәшәгән. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе иҫәпкә алынған. 1920 йылда — 127 йортта 705 кеше донъя көткән.
XX быуаттың 30—50‑се йылдарында Яңыбай Үрге һәм Түбәнге Яңыбай тип теркәлгән, ртабан икеһе бер ауыл итеп иҫәпкә алынған. XX быуаттың 70‑се йылдарында XVIII быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән Миҙәт ауылы Яңыбай ауылына ҡушылған[6]. Миҙәт ауылында артист М. И. Ғәйнитдинов тыуған.
Яңыбай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәЯңыбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 705 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 689 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 728 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 817 | 396 | 421 | 48,5 % | 51,5 % |
2002 йыл 9 октябрь | 907 | 444 | 463 | 49,0 % | 51,0 % |
2010 йыл 14 октябрь | 844 | 433 | 411 | 51.3 % | 48.7 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Ғәлимов Рәшит Мәхмүт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
- Ғәйнетдинов Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы (22 апрель 1946 йыл) — баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡалаһы, 1986), Халыҡ-ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. СССР Тыныслыҡ фонды лауреаты.
Урамдары
үҙгәртергә- Яр урамы (рус. Береговая (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Ялан урамы (рус. Полевая (улица)
- Төньяҡ тыҡрығы (рус. Северный (переулок)
- Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный (переулок)
- Туғай урамы (рус. Луговая (улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Рәшит Ғәлимов урамы (рус. Рашита Галимова (улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)
- Миҙәт урамы (рус. Медятова (улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)[10]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Остотау - ослайып торған ҙур булмаған тау.
Йылғалар:
- Ыҡ, Исҡуш
Шишмәләр:
- Ҡорйылға (урыҫтар — Сухая Санарка тип йөрөтә). Был шишмә ваҡыты-ваҡыты менән ҡороп ҡала, бер ни тиклем ваҡыттан тағы аға башлай.
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары: Яңыбай ауылы эргәһендә ер мәсьәләләре буйынса бәхәстәрҙе хәл итә торған Тирмәнҡул яланы булған. Урыҫтар уны торговая поляна (сауҙа аҡланы) тип йөрөткәндәр. Унда күмәк халыҡ, аҡһаҡалдар кәңәшен тыңлап, ерҙе ҡуртымға биреү, һатыу, сиктәрен билдәләү ҡарарҙарын ҡабул иткән. Бындай йыйындарҙа тирә-яҡтан килгән бик күп старшиналар ҡатнашҡан. Архив мәғлүмәттәрендә йыйын Ҡыҙылъярҙа үткәрелгән тип ҡүрһәтелгән [11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Яңыбай (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Яңыбай (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Д. 345. Д. 774. МИБ. Т. 5. С. 80, 90,91. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 485
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Яңыбай (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый портал культуры народов РБ. Гайнетдинов Минниахмет Ишмухаметович
- ↑ Уфагид. Гайнетдинов Минниахмет Ишмухаметович
- ↑ Карта д. Яныбаево. Улицы
- ↑ Миҙәт ауылы Хилажев Әхтәмйәндан (1927 йылғы) яҙып алынды
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |