Толстой Лев Николаевич

рус яҙыусыһы
(Лев Толстой битенән йүнәлтелде)

Лев Николаевич Толстой (28 август (9 сентябрь) 1828(18280909) — 7 (20) ноябрь 1910) — граф, рус әҙәбиәтендә һәм рус фәлсәфәһендә киң билдәле, бар донъяға танылған яҙыусы.[21] Севастополь оборонаһында ҡатнашыусы (1854—1855). Мәғрифәтсе, публицист, дини — фәлсәфәүи фекерләүсе, «Толстовсылыҡ» тигән яңы ағым барлыҡҡа килтереүсе. 1873 йылдан Санкт-Петербург Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, һүҙ сәнғәтендә маҡтаулы академик (1900).

Толстой Лев Николаевич
рус. Толсто́й Лев Никола́евич
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы[4][5]
 Рәсәй[6]
Патронимы йәки матронимы Николаевич[d][6]
Титул граф
Псевдоним Л. Н. Т. һәм Л. Н.[7]
Тыуған көнө 28 август (9 сентябрь) 1828[8][9][10][…]
Тыуған урыны Ясная Поляна[d], Крапивенский уезд[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы[10][11][12][…]
Вафат булған көнө 7 (20) ноябрь 1910[9][12][13][…] (82 йәш)
Вафат булған урыны Астапово[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы[14][15]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны Ясная Поляна[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Николай Ильич Толстой[d]
Әсәһе Мария Николаевна Волконская[d]
Бер туғандары Мария Николаевна Толстая[d] һәм Толстой, Николай Николаевич[d]
Хәләл ефете Софья Андреевна Толстая[d][16][6]
Балалары Сергей Львович Толстой[d], Татьяна Львовна Сухотина-Толстая[d][6], Илья Львович Толстой[d][6], Лев Львович Толстой[d][17], Мария Львовна Толстая[d], Андрей Львович Толстой[d], Михаил Львович Толстой[d][6] һәм Александра Львовна Толстая[d][6]
Нәҫеле Толстые[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле һәм урыҫ теле
Өсөн хөкөм ителгән Мөртәтлек
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург, фәлсәфәсе, романист, уҡытыусы, эссеист, балалар яҙыусыһы, автор дневника, прозаик, публицист, Эсперантсы, пацифист, шағир, новеллист
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә, художественная литература[d], творческое и профессиональное письмо[d][18], драма[d][18], публицистика[d][18] һәм педагогика[18]
Эш урыны Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто Ҡаҙан Император университеты
Уҡыусылар Василий Степанович Морозов[d] һәм Исаак Борисович Фейнерман[d]
Әүҙемлек урыны Рәсәй империяһы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1910
Сәләмәтлек торошо Быума
Әҫәрҙәр исемлеге Библиография Льва Толстого[d]
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d]
Ойошма ағзаһы Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d] һәм Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Сәйәси идеология Христианский анархизм[d], пацифизм[d] һәм Джорджизм[d]
Жанр хикәйә, повесть[d] һәм драма[d]
Йоғонто яһаусы Пушкин Александр Сергеевич, Гоголь Николай Васильевич, Достоевский, Фёдор Михаил улы, Кропоткин Пётр Алексеевич, Африкан Александрович Шпир[d], Генри Дэвид Торо[d], Пётр Хельчицкий[d], Стендаль, Гаутама Будда, Платон, Джордж Элиот[d], Шопенгауэр Артур, Аристотель, Жан-Жак Руссо, Чарльз Диккенс, Пьер Жозеф Прудон[d], Виктор Гюго, Генри Джордж[d], Лоренс Стерн[d] һәм Гарриет Бичер-Стоу[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 4-й степени медаль «За защиту Севастополя» медаль «В память войны 1853—1856» медаль «В память 50-летия защиты Севастополя»
Ҡайҙа өйрәнелә Толстоведение[d]
Рәсми сайт tolstoy.ru
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d], Тейт[d] һәм Городской музей[d][19]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][20]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Leo Tolstoy
 Толстой Лев Николаевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Л. Н. Толстойҙың генеалогик ағасы

Лев Никола́евич Толсто́й 1828 йылдың 9 сентябрендә Рәсәй империяһы Тула губернаһының Ясная Поляна усадьбаһында тыуған. Толстойҙарҙың дворян нәҫеленән, Петр Беренсе көрәштәше П. А. Толстой нигеҙ һалған графтар заты вәкиле. Яҙыусының юғары аристократия ҡатламдарында ҡәрҙәшлек бәйләнештәре күп. Ағалы-ҡустылы һәм апалы-һеңлеле ике туғандары араһында — авантюрист һәм бретер Ф. И. Толстой, рәссам Ф. П. Толстой, сибәркәй М. И. Лопухина, билдәле аҡ һөйәк ҡатын А. Ф. Закревская, камер-фрейлина А. А. Толстая. Шағир Алексей Константинович Толстой (1817—1875) Лев Толстойҙың өс туған ағаһы. Әсәһе яғынан ике туғандар араһында — генерал-лейтенант Дмитрий Волконский һәм бай эмигрант Н. И. Трубецкой. А. П. Мансуров һәм А. В. Всеволожский әсәһенең ике туған һеңлеләренә өйләнгән була. Толстой министрҙар А. А. Закревский һәм Л. А. Перовский (уның ата-әсәһенең ике туған һеңлеләренә өйләнгәндәр), 1812 йылдың генералдары Л. И. Депрерадович (оләсәһенең һеңлеһенә өйләнгән) һәм А. И. Юшков (бер инәһенең ҡайнағаһы), шулай уҡ канцлер А. М. Горчаков менән туғанлыҡ бәйләнештәре була. Лев Толстойҙың һәм Пушкиндың дөйөм ата-бабаһы адмирал Иван Головин, ул Петр Беренсегә рус флотын төҙөргә ярҙам иткән.

Олатаһы Илья Андреевичтың һыҙаттарын «Һуғыш һәм солох» әҫәрендәге эскерһеҙ, тәжрибәһеҙ ҡарт граф Ростовҡа бирә. Илья Андреевичтың улы, Николай Ильич Толстой (1794—1837), Лев Николаевичтың атаһы була. Характерының ҡайһы бер үҙенсәлектәре һәм биографияһының факттары менән ул «Бала саҡ» һәм «Үҫмерлек» әҫәрҙәрендәге Николеньканың атаһына, өлөшләтә «Һуғыш һәм солох» әҫәрендәге Николай Ростовтың атаһына оҡшай. Әммә реаль тормошта Николай Ильич Николай Ростовтан яҡшы белеме менән генә түгел, Николай Беренселә хеҙмәт итергә мөмкин булмаған ҡараштары менән айырыла. Рус армияһының сит илгә Наполеонға ҡаршы походында ҡатнашыусы, шул иҫәптән Лейпциг янында «халыҡтар алышында» ҡатнашҡан һәм француздарҙа әсирлектә булған, әммә ҡасып китә алған, солох төҙөлгәндән һуң Павлоград гусар полкының подполковнигы чинында отставкаға китә. Енәйәт эштәре тикшереүе аҫтында үлеп ҡалған атаһының, Ҡазан губернаторының хеҙмәттәге бурыстары арҡаһында бурыс төрмәһенә эләкмәҫ өсөн, отставканан һуң бер аҙҙан чиновник хеҙмәтенә барырға мәжбүр була. Атаһының кире өлгөһө Николай Ильичҡа үҙенең тормош идеалын — ғаилә шатлыҡтары менән бойондороҡһоҙ шәхси тормош булдырырға ярҙам итә. Үҙенең емерек эштәрен тәртипкә килтереү өсөн, Николай Ильич 1822 йылда (Николай Ростов кеүек), Волконскийҙар нәҫеленән булған инде йәш түгел кенәз ҡыҙы Мария Николаевнаға өйләнә, никах бәхетле була. Ғаиләлә биш бала тыуа: Николай (1823—1860), Сергей (1826—1904), Дмитрий (1827—1856), Лев, Мария (1830—1912).

Толстойҙың әсәһе яғынан олатаһы, Екатерина генералы, кенәз Николай Сергеевич Волконский, «Һуғыш һәм солох» әҫәрендәге ҡырыҫ ригорист Болконский менән күпмелер оҡшашлыҡҡа эйә. Лев Николаевичтың әсәһе «Һуғыш һәм солохта» һүрәтләнгән кенәз ҡыҙы Марияға оҡшап китә, ул да иҫ киткес һөйләү һәләтенә эйә була.

Бала сағы

үҙгәртергә
 
М. Н. Волконскаяның силуэты — яҙыусының әсәһенең берҙән-бер һүрәте. 1810 й.й.
 
Николай Ильич Толстой, яҙыусының атаһы. Билдәһеҙ рәссам. Ҡағыҙ, акварель. 1823 йыл

Лев Толстой 1828 йылдың 28 авгусында Тула губернаһының Крапивен өйәҙендә — әсәһенең нәҫелдән-нәҫелгә килгән имениеһы Ясная Полянала тыуа. Ғаиләлә дүртенсе бала була. Әсәһе 1830 йылда, ҡыҙы тыуып ярты йыл үткәс, өҙлөгөүҙән вафат була. Левҡа ул саҡта ике йәш тә тулып өлгөрмәй.

Етем ҡалған балаларҙы тәрбиәләү менән йыраҡ туғандары Т. А. Ергольская шөғөлләнә. 1837 йылда ғаилә Мәскәүгә күсеп килә, Плющихала урынлаша, сөнки өлкән улына университетҡа инеү өсөн әҙерләнергә кәрәк була. Тиҙҙән ҡапыл ғына аталары, Николай Ильич эштәрен тамамламай вафат булып ҡала (шул иҫәптән милек менән бәйле ғаиләнең бурыстары буйынса), һәм өс кесе бала яңынан Ясная Полянаға күсә, унда улар Ергольская һәм атаһы яғынан инәһе, графиня А. И. Остен-Сакен күҙәтеүе аҫтында йәшәй. Бында Лев Николаевич 1840 йылға тиклем ҡала, Остен-Сакен вафат булғас, балалар Ҡазанға, яңы опекунға, — атаһының һеңлеһе П. И. Юшковаға күсә.

Юшковтарҙың йорто Ҡазанда иң күңеллеһе булып һанала, ғаиләнең бөтә ағзалары ла тышҡы ялтырауыҡты юғары баһалай. «Минең йомшаҡ күңелле инәйем, — тип һөйләй Толстой, — изге йән эйәһе, һәр ваҡыт миңә минең өсөн ирле-ҡатын менән бәйләнеш булдырыуҙы теләмәҫ инем тип һөйләй»[22].

Лев Николаевичтың йәмғиәттә айырылып торғоһо килә, әммә уға тәбиғи тартыныусанлығы һәм тышҡы һөйкөмлөлөгөнөң булмауы ҡамасаулай. Беҙҙең йәшәйештең төп мәсьәләләре — бәхет, үлем, Аллаһ, мөхәббәт, мәңгелек тураһындағы төрлө, үҙе әйткәнсә аҡыл һатыуҙар, ул дәүерҙә уның тормошоноң характерына йоғонто яһай. «Үҫмерлек», «Йәшлек» повестарында, «Терелеү» романында ул һөйләгән Иртеньевтың һәм Нехлюдовтың үҙ-үҙен камиллаштырыуға ынтылыштары тураһында Толстой тарафынан үҙенең был ваҡыттың аскетлыҡ уҡталыуҙары тарихынан алына. Былар бөтәһе лә, тип яҙа тәнҡитсе С. А. Венгеров, Толстойҙың, «Үҫмерлек» повесынан әйтелгәнсә, «хистәрҙең сафлығын һәм аңдың асыҡлығын юҡ итеүсе даими әхлаҡи анализлау ғәҙәтен»[22] булдыра. Был осорҙоң үҙ-үҙен анализлау миҫалын килтереп, үҙенең үҫмерлек фәлсәфәүи мин-минлегенең ҡабартылыуы тураһында көлөп әйтә һәм шул уҡ ваҡытта реаль кешеләр менән аралашҡанда, уларға игелек күрһәтеүсе булып күренеп, «үҙенең һәр һүҙе һәм хәрәкәте өсөн уңайһыҙланмаҫҡа күнегергә» һәләтһеҙлеген билдәләп китә.

 
Л. Н. Толстой тыуған йорт 1828 й.1854 йылда йорт яҙыусы тарафынан кәрткә отторола, ҡутарып алына һәм Долгое ауылына сығарыла. 1913 йылда һүтелә

Тәүҙә уның белеме менән йомшаҡ күңелле немец Россельманын (уны Карл Иванович исеме аҫтында Толстой «Бала саҡ» повесында күрһәтә) алмаштырыусы гувернер-француз Сен-Тома ("Үҫмерлек"повесында St.-Jérôme прототибы) шөғөлләнә.

1843 йылда П. И. Юшкова, бәлиғ булмағандар туғандарының опекуны ролен үҙ өҫтөнә алып, (өлкән Николай ғына бәлиғ була) уларҙы Ҡазанға килтерә. Лев ағалары Николай, Сергей һәм Дмитрий кеүек Ҡазан Император университетына (ул ваҡытта иң данлыҡлы) уҡырға инергә ҡарар итә, унда математика факультетында Лобачевский, ә Көнсығыш факультетында Ковалевский эшләй. 1844 йылдың 3 октябрендә Лев Толстой көнсығыш (ғәрәп-төрөк) теле төркөмөнә үҙе түләп уҡыу сифатында ҡабул ителә[23]. Имтихан биргәндә, уҡырға инеү өсөн мотлаҡ «төрөк-татар теленән» яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Йыл һөҙөмтәләре буйынса тейешле предметтарҙан өлгәшмәй, күсерелеш имтиханын бирә алмай һәм беренсе курс программаһын яңынан үтергә мәжбүр була.

Курсты тулыһынса ҡабатлауҙан ҡотолоу өсөн юридик факультетҡа күсә, унда ла ҡайһы бер предметтарҙан баһалар буйынса проблемалар дауам итә. 1846 йылдың күсерелеш май имтихандары ҡәнәғәтләндерерлек тапшырыла (бер биш ала, өс дүртле, дүрт өслө; уртаса һөҙөмтә өс килеп сыға), һәм Лев Николаевич икенсе курсҡа күсерелә[24]. Юридик факультетта Лев Толстой ике йылдан әҙерәк уҡый: «башҡалар тарфынан Һәр төрлөсә көсләп бирелгән белемде ул ауыр ҡабул итә, һәм тормошта өйрәнгәндәренең барыһына ла ул үҙе — ҡапыл, тиҙ һәм көсөргәнешле хеҙмәте менән өйрәнә», — тип яҙа С. А. Толстая үҙенең «Л. Н. Толстойҙың биографияһына материалдарҙа»[25]. 1904 йылда Толстой былай тип хәтерләй: "…тәүге йылда… мин бер нәмә лә эшләмәнем. Икенсе йылда мин шөғөлләнә башланым… унда профессор Мейер бар ине, ул… миңә эш бирҙе — Екатеринаның «Наказы» менән Монтескье. Esprit des lois <"Дух законов" сағыштырырға…был эш мине мауыҡтырҙы, мин ауылға киттем, Монтескьены уҡый башланым, был уҡыу миңә сикһеҙ горизонттар асты, мин Руссоны уҡый башланым һәм университетты ташланым, сөнки ысынында шөғөлләнгем килде"[26].

Әҙәби эшмәкәрлегенең башланыуы

үҙгәртергә
 
Үҙенең көндәлеген Л. Н. Толстой йәш сағынан алып ғүмере ахырына тиклем алып бара. 1891—1895 й.й. дәфтәренән яҙмалар

1847 йылдың 11 мартынан Толстой Ҡазан госпиталендә була. 17 марттан көндәлек алып бара, унда, Бенджамин Франклинға оҡшатып, үҙ-үҙен камиллаштырыу буйынса үҙ алдына бурыс һәм маҡсаттар ҡуя һәм уларҙың үтәлешен билдәләй, уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын, фекерҙәр барышын, ҡылыҡтарының мотивтарын анализлай[27]. Был көндәлекте ҙур булмаған тәнәфестәр менән ғүмере буйына алып бара.

1847 йылдың яҙында дауаланыуын тамамлап, Толстой университетта уҡыуын ҡалдыра һәм Ясная Полянаға китә[28], ундағы эшмәкәрлеге өлөшләтә «Алпауыт иртәһе» әҫәрендә һүрәтләнә: Толстой крәҫтиәндәр менән яңыса мөнәсәбәттәрҙе яйларға тырыша. Йәш алпауыттың халыҡ алдында ғәйеп хисен нимә менән булһа ла юйырға маташыу Д. В. Григоровичтың «Антон-хәсрәт тоҡсайы» повесы һәм Иван Сергеевич Тургеневтың «Һунарсы яҙмалары» барлыҡҡа килгән йылға ҡарай.

Көндәлегендә Толстой үҙенә күп һанлы тормош ҡағиҙәләре һәм маҡсаттар ҡуя, әммә уларҙың тик аҙ өлөшөнә генә өлгәшә. Насип булғандары араһында — инглиз теле, музыка, юриспруденция менән етди шөғөлләнеү. Бынан тыш, 1849 йылда тәүге тапҡыр крәҫтиән балалары өсөн мәктәп асһа ла, Толстойҙың педагогика һәм хәйриә менән шөғөлләнә башланыуы был көндәлектә лә, хаттарында ла яҙылмаған. Төп уҡытыусыһы булып, крепостной Фока Демидович була, ләкин Толстой үҙе лә йыш ҡына дәрестәр үткәрә.

1848 йылдың октябрь урталарында Толстой Мәскәүгә китә, шунда төпләнә, унда—Арбат районында күп туғандары һәм таныштары йәшәй. Сивцево Вражекта ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн Иванованың фатирына инә. Мәскәүҙә ул кандидатлыҡҡа имтихандар тапшырырға әҙерләнә башлай, әммә дәрестәр башланмай ҡала. Бының урынына уны тормоштоң бөтөнләй башҡа яғы — донъяуи тормош йәлеп итә. Донъяуи тормоштан тыш, Мәскәүҙә Лев Николаевичтың 18481849 йылдың ҡышында беренсе тапҡыр кәрт уйыны менән мауығыуы барлыҡҡа килә. Бик ҡомарлы уйнағаны һәм йөрөштәрҙе һәр ваҡытта ла төптән уйламағаны арҡаһында йыш ҡына еңелә[29].

1849 йылдың февралендә Петербургҡа китеп, буласаҡ ҡатынының ағаһы К. А. Иславин менән ваҡытты типтереп үткәрә («Иславинға булған ғишыҡ минең өсөн 8 ай Петербургтағы ғүмеремде боҙҙо»). Яҙ еткәс, Толстой хоҡуҡ кандидатына имтихан тапшыра башлай; енәйәт хоҡуғынан һәм енәйәт суд эшмәкәрлегенән ике имтиханды уңышлы тапшыра, ләкин өсөнсө имтиханды тапшырып тормай һәм ауылға күсеп китә[30].

Һуңыраҡ тағы Мәскәүгә килә, унда ваҡытын йыш ҡына ҡомарлы уйындарҙа үткәрә, был уның финанс хәленә кире йоғонто яһай. Ғүмеренең был осоронда Толстой бигерәк тә музыка менән ҡыҙыҡһына (үҙе роялдә һәйбәт уйнай һәм яратҡан әҫәрҙәрен башҡалар башҡарыуында юғары баһалай). Музыка менән мауығыуы һуңыраҡ уны «Крейцер сонатаһын» яҙыуға дәртләндерә[31].

Толстойҙың яратҡан композиторҙары Йоһанн Себастьян Бах, Георг Фридрих Гендель һәм Фредерик Шопен була. Толстойҙа музыкаға ҡарата һөйөү уяныуына уның 1848 йылда Петербургҡа сәфәре ваҡытында бейеү класының бик үк уңайлы булмаған шарттарында һәләтле, әммә юлдан яҙған немец музыканты менән осрашыу булышлыҡ итә, ул музыкантты һуңынан Толстой «Альберт» повесында һүрәтләй. 1849 йылда Лев Николаевич үҙенең янына музыкант Рудольфты саҡырып ала, уның менән Ясная Полянала дүрт ҡул менән фортепианола уйнай. Шул уҡ ваҡытта музыка менән мауығып, көнөнә бер нисә сәғәт Роберт Шуман, Фредерик Шопен, Вольфганг Амадей Моцарт, Феликс Мендельсон әҫәрҙәрен уйнай. 1840 йылдар аҙағында Толстой үҙенең танышы Зыбин менән авторҙашлыҡта вальс ижад итә, уны 1900 йылдар башында композитор Сергей Иванович Танеевҡа уйнап ишеттерә. күрһә янында башҡара, Танеев Толстойҙың берҙән-бер музыкаль әҫәрен нотаға һала[32]. Вальс Л. Н. Толстойҙың повесы буйынса төшөрөлгән «Отец Сергий» фильмында яңғырай[33].

Күп ваҡыты шулай уҡ күңел асыуға, уйынға һәм һунарға китә.

18501851 йылдарҙа «Бала саҡ» повесын яҙа башлай. 1851 йылдың мартында «Кисәге көндөң тарихын» яҙа. Уның университетты ҡалдырыуына 4 йыл үткәс, Ясная Полянаға Лев Николаевичтың Кавказда хеҙмәт иткән ағаһы Николай килә, ул ҡустыһын Кавказдағы хәрби хеҙмәткә ҡушылырға саҡыра. Лев ҡапыл ғына риза булмай, әммә Мәскәүҙәге ҙур отолоу һуңғы ҡарарҙы тиҙләтә. Яҙыусының биографтары ағаһы Николайҙың йәш, тормош тәжрибәһе булмаған Левҡа ыңғай йоғонтоһон билдәләй. Өлкән ағаһы ата-әсәһе булмаған саҡта уға дуҫ һәм остаз була[34].

Бурыстары буйынса иҫәпләшеү өсөн, үҙ сығымдарын минимумға тиклем ҡыҫҡартырға кәрәк була —һәм 1851 йылдың яҙында Толстой Мәскәүҙән Кавказға бер маҡсатһыҙ сығып китә. Тиҙҙән ул хәрби хеҙмәткә урынлашырға ҡарар итә, ләкин уның өсөн кәрәкле документтар етмәй, улар Мәскәүҙә ҡала, Толстой биш ай самаһы Пятигорскиҙа ябай өйҙә документтарының килгәнен көтөп йәшәй. Ваҡытының байтаҡ өлөшөн казак Елишка даирәһендә һунарҙа үткәрә, ул «Казактар» повесында Ерошка исеме аҫтында бер геройҙың прототибы була[22].

 
Толстой һәм уның ағаһы Николай Кавказға китерҙән алда, 1851

1851 йылдың көҙөндә Толстой, Тифлиста имтихандар тапшырып, Терек ярындағы Кизляр янындағы казактар станицаһында урынлашҡан 20-се артиллерия бригадаһының 4-се батареяһына юнкер булып инә. Ҡайһы бер үҙгәрештәр менән ул «Казактар» повесында һүрәтләнә. Повесть Мәскәү тормошонан ҡасып киткән йәш бариндың эске йәшәү рәүеше картиналарын тергеҙә. Толстой казактар станицаһында ҡабаттан яҙа башлай һәм 1852 йылдың июлендә, ул ваҡытта популяр булған «Современник» журналы редакцияһына, буласаҡ «Бала саҡ» автобиографик трилогияһының беренсе өлөшөн ебәрә[22], уға «Л. Н. Т.» инициалдары менән генә ҡул ҡуя. Ҡулъяҙманы журналға ебәргән сағында Лев Толстой хат яҙа: «…мин һеҙҙең хөкөмдө түҙемһеҙлек менән көтәм. Ул мине яратҡан шөғөл менән дауам итеүгә дәртләндерер, йәки башланған эште яндырырға мәжбүр итер»[35].

«Современник» журналының мөхәррире Н. А. Некрасов, «Бала саҡ» ҡулъяҙмаһын алғас, шунда уҡ уның әҙәби ҡиммәтен таный һәм авторға уны дәртләндереүсе яғымлы хат яҙа. И.С. Тургеневҡа яҙған хатында Н. А. Некрасов былай ти: «Был яңы, һәм, күрәһең, ышаныслы талант». Әлегә тиклем билдәһеҙ булған авторҙың ҡулъяҙмаһы шул уҡ йылдың сентябрендә баҫылып сыға. Ысынында яңы башлаусы һәм илһамланған автор «Осорҙоң дүрт үҫеше» тетралогияһының дауамы өҫтөндә эшләй, һуңғы өлөшө— «Йәшлек»— яҙып бөтөлмәй. Ул «Алпауыт иртәһе», «Һөжүм», «Казактар» әҫәрҙәренең фабулаһын төптән уйлай (тамамланған хикәйә «Урыҫ алпауытының романы» фрагментынан ғибәрәт"). 1852 йылдың 18 сентябрендә «Современник» журналында баҫылып сыҡҡан «Бала саҡ» ҙур уңышҡа эйә була; баҫылып сыҡҡандан һуң авторҙы киң әҙәби билдәлелек яулаған Иван Сергеевич Тургенев, Гончаров, Д.В. Григорович, Островскийҙар менән бер рәттән йәш әҙәбиәт мәктәбенең корифейҙарына беркетәләр. Тәнҡитселәр Аполлон Григорьев, Анненков, Дружинин, Чернышевский психологик анализ тәрәнлеген, төплө авторлыҡ ниәтен һәм реализмдың сағыу баҙыҡлығын баһалай[22].

Сағыштырмаса һуң яҙа башлағанлыҡтан Толстой үҙен бер ҡасан да профессиональ әҙип тип һанамай, профессионаллекте һөнәр мәғәнәһендә түгел, ә әҙәби ҡыҙыҡһыныуҙарҙың өҫтөнлөгө мәғәнәһендә аңлай. Ул әҙәби партияларҙың мәнфәғәттәрен йөрәгенә яҡын ҡабул итмәй, әҙәбиәт тураһында теләр-теләмәҫ әңгәмәләшә, әхлаҡ, иман, ижтимағи мөнәсәбәт мәсьәләләре тураһында һөйләшеүҙәргә өҫтөнлөк бирә[22].

Хәрби хеҙмәттә

үҙгәртергә

Юнкер булараҡ, Лев Николаевич Кавказда ике йыл була, унда Шамил етәксеһе аҫтында күп кенә тау кешеләре менән бәрелештәрҙә ҡатнаша, һәм хәрби кавказ тормошоноң хәүефтәренә дусар була. Георгий тәреһе хоҡуғына эйә була, әммә үҙенең ҡараштарына ярашлы уны хеҙмәттәш һалдатҡа «тапшыра», хеҙмәттәштең хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү шәхси шөһрәткә ынтылыусанлыҡтан юғары тора, тип һанай. Ҡырым һуғышы башланыу менән Толстой Дунай армияһына күсә, Ольтениц алышында һәм Силистрия ҡамауында ҡатнаша, ә 1854 йылдың ноябренән 1855 йылдың авгусына тиклем Севастополдә була[22].

Оҙаҡ ваҡыт йыш ҡына һөжүмгә дусар булған 4-се бастионда йәшәй, Черная янындағы алышта батарея менән командалыҡ итә, Малахов Курганын штурмалау ваҡытында утҡан тотҡан ерҙә була. Ҡамауҙың бөтә ауырлыҡтары һәм ҡурҡыныстарына ҡарамаҫтан, Толстой был осорҙа «Урман киҫеү» хикәйәһен яҙа, унда кавказ тәьҫораттары сағыла, һәм 1854 йылдың декабрендә" өс "Севастополь хикәйәләре"нең беренсеһен — "Севастополь хикәйәһен яҙа. Был хикәйәне «Современник» журналына ебәрә. Ул тиҙ арала баҫтырып сығарыла, һәм Севастополь һаҡсыларының өлөшөнә төшкән ҡот осҡос картиналары менән тетрәндергес тәьҫир яһап, бөтә Рәсәй уҡыусылары тарафынан ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Хикәйәне Рәсәй императоры Александр II күреп ҡала[36][К 1]; ул һәләтле офицерҙы һаҡларға ҡуша[22].

Толстой Севастополь оборонаһы өсөн «Батырлыҡ өсөн» яҙыуы менән 4-се дәрәжәләге Изге Анна ордены, «1854—1855 йылдарҙа Севастополде һаҡлаған өсөн» һәм «1853—1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнә, Һуңынан ул «Севастополде яҡлауҙың 50-йыллығы иҫтәлегенә» тигән ике миҙал менән[37] : Севастополь оборонаһының ҡатнашыусыһы булараҡ көмөш һәм «Севастополь хикәйәләренең» авторы булараҡ бронза миҙалдар менән бүләкләнә.

Толстой батыр офицер абруйы менән файҙалана һәм билдәлелек менән уратып алынғанға күрә, уның карьера өсөн бөтә мөмкинлектәре була. Шуға ҡарамаҫтан, һалдат стиленә һалынған бер нисә сатирик йыр яҙыуы карьераһының боҙолоуына килтерә. Йырҙарҙың береһе 1855 йылдың 4 (16) авгусында Черная йылғаһы эргәһендә үткән алыштағы уңышһыҙлыҡҡа арнала, унда генерал Реад баш командующийҙың бойороғон дөрөҫ аңламай Федюхин бейеклектәренә һөжүм итә. Бер нисә мөһим генералдың намыҫына тейгән «Как четвёртого числа, нас нелёгкая несла горы отбирать» тип аталған йыры ҙур уңышҡа эйә була, Ул йыр өсөн Лев Николаевичҡа штаб начальнигы ярҙамсыһы А. А. Якимах алдында яуап бирергә тура килә. Штурмдан һуң 27 августа (8 сентябрь) Толстой Петербургҡа курьер итеп ебәрелә, унда 1855 йылдың майында «Севастополь» хикәйәһен тамамлай һәм 1855 йылдың авгусында" "Севастополь хикәйәһен яҙа, улар 1856 йылда авторҙың тулы ҡултамғаһы менән «Современник» журналының беренсе һанында сыға. «Севастополь хикәйәләре» уның яңы әҙәби быуын вәкиле булыу абруйын тулыһынса нығыта, һәм яҙыусы 1856 йылдың ноябрендә поручик званиеһында хәрби хеҙмәтте бөтөнләйгә ҡалдыра[22].

Европа буйлап сәйәхәте

үҙгәртергә

Петербургта йәш яҙыусыны аҡһөйәктәр салонында һәм әҙәби түңәрәктәрҙә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар. Ул бигерәк тә Иван Сергеевич Тургенев менән тиҙ дуҫлаша, уның менән күпмелер ваҡыт бер фатирҙа йәшәй. Тургенев уның менән «Современник» түңәрәгендә таныша, бынан һуң Толстой Н. А. Некрасов, И. С. Гончаров,И. И. Панаев, Д. В. Григорович, А. В. Дружинин, В. А. Соллогуб кеүек билдәле яҙыусылар менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдыра[22].

Был ваҡытта «Буран», «Ике гусар» яҙыла, «Севастополь августа» һәм «Йәшлек» әҫәрҙәре тамамлана «Казактар» дауам ителә[30].

Әммә күңелле һәм бай тормош Толстойҙың күңелендә әсе тәьҫир ҡалдыра, был ваҡытта уның өсөн яҡын булған яҙыусылар түңәрәге менән аңлашылмаусанлыҡ башлана. Һөҙөмтәлә ул кешеләрҙән дә, үҙ-үҙенән дә ялҡа. 1857 йылдың башында Толстой Петербургты ҡалдыра һәм сәйәхәткә сығып китә[22].

Көнбайыш Европа — Германия, Франция, Англия, Швейцария, Италия буйлап сәйәхәте (1857 һәм 1860—1861 йылдарҙа) унда кире тәьҫир ҡалдыра. Европа мәҙәниәтенең тышҡы ялтырауыҡ ҡатламы араһынан күргән фәҡирлек менән байлыҡ араһындағы тәрән ҡапма-ҡаршылыҡ яҙыусыла ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра һәм ул ундағы йәшәү рәүешен «Люцерн» хикәйәһендә әйтеп бирә[22].

Лев Николаевич «Альберт» повесын яҙа. Яҙыусы беренсе һәм икенсе сәфәрҙәре араһында «Казактар» хикәйәһе өҫтөндә эшләй, «Өс үлем» хикәйәһен һәм «Ғаилә бәхете» романын яҙа.

 
«Современник» нәшриәтендә әҙиптәрҙе фотоға төшөрөү көнөндә Левицкий үҙенең ательеһында һәр яҙыусының айырым портретын эшләй. Толстойҙа Ҡырым ҡатнашыусыһы мундиры
 
«Современник» журналы даирәһендәге рус яҙыусылары. И. А. Гончаров, И. С. Тургенев, Л. Н. Толстой, Д. В. Григорович, А. В. Дружинин и А. Н. Островский. 1856 йылдың 15 феврале. С. Л. Левицкий фотографияһы

Һуңғы романы Михаил Катковтың «Русский вестник» журналында баҫылып сыға. «Современник» менән 1852 йылдан алып хеҙмәттәшлек итеүе 1859 йылда тамамлана. Ошо уҡ йылда Толстой Әҙәби фонд ойошмаһында ҡатнаша. Әммә уның тормошо әҙәби ҡыҙыҡһыныуҙар менән генә тамамланмай: 1858 йылдың 22 декабрендә айыуға һунарҙа саҡ һәләк булмай ҡала.

Яҡынса ошо уҡ ваҡытта уның крәҫтиән ҡатын Аксинья Базыкина менән романы башлана[38], уға өйләнергә уйлай.

Киләһе сәфәрендә уны, башлыса, халыҡтың белем кимәлен күтәреү маҡсатында халыҡ мәғарифы һәм учреждениелары ҡыҙыҡһындыра. Халыҡ мәғарифы мәсьәләләрен Франция һәм Германияла ул теоретик яҡтан ентекләп өйрәнә, практик яҡтан белгестәр менән әңгәмәләшә. Уны Германияның иң күренекле кешеләре араһынан, халыҡ көнкүрешенә арналған «Шварцвальд хикәйәләре» авторы һәм халыҡ календарҙарын нәшер итеүсе булараҡ, Бертольд Ауэрбах күберәк ҡыҙыҡһындыра. Толстой уға визит яһай һәм уның менән дуҫлашырға тырыша. Бынан тыш Толстой немец педагогы Дистервег менән осраша. Брюсселдә булған сағында Толстой прудон һәм Лелевель менән таныша. Лондонда А. И. Герценға бара, Чарльз Диккенстың лекцияһында була[22].

Францияның көньяғы буйлап икенсе сәйәхәте ваҡытында яратҡан ағаһы Николайҙың туберкулездан вафат булып ҡалыуы Толстойҙың кәйефенә етди йоғонто яһай. Ағаһының үҙ ҡулында тиерлек үлеүе Толстойға ныҡ тәьҫир итә[22].

Яйлап, бер 10-12 йыл тирәһе «Һуғыш һәм солох» әҫәре барлыҡҡа килгәнсә, Лев Толстойға тәнҡит эләкмәй башлай. Ул үҙе лә әҙиптәр менән яҡынайырға ынтылмай, тик Афанасий Фетҡа ғына ташлама яһай. Был ситләшеүгә Толстойҙың И. С. Тургенев менән араларының боҙолоуы сәбәпсе була, был хәл улар икеһе лә 1861 йылда Феттың иемниеһы Степановкала ҡунаҡта булғанда килеп сыға. Талаш саҡ дуэль менән тамамланмай һәм яҙыусылар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе оҙайлы 17 йылға тиклем боҙа[39].

Башҡорт йәйләүе Кәрәлектә дауаланыуы

үҙгәртергә

1862 йылдың май айында депрессия менән яфаланыусы Лев Николаевич[40], табиптарҙың тәҡдиме буйынса шул ваҡытта яңы һәм киң билдәле алым һаналған ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн Һамар губернаһындағы башҡорт утары Кәрәлеккә сығып китә. Башта ул Постниковтың ҡымыҙ дауаханаһына барырға йыйына, әммә шул уҡ ваҡытҡа күп һанлы юғары вазифалы чиновниктар килергә тейеш булғанын белеп (аҡһөйәктәр йәмғиәтен йәш граф ене һөймәй), Һамарҙан 130 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Кәрәлек йылғаһы буйындағы башҡорт йәйләүе Кәрәлеккә юллана. Толстой үҙе башҡорт тирмәһендә йәшәй, һарыҡ ите менән туҡлана, ҡояш ванналары ҡабул итә, ҡымыҙ, сәй эсә, шулай уҡ башҡорттар менән шашкала уйнап, күңел аса. Тәүге тапҡыр ул бында ай ярым була. 1871 йылда «Һуғыш һәм солохто» яҙып бөткәс, һаулығы насарйыу сәбәпле Кәрәлеккә тағы ла килә. Үҙенең тәьҫораттары тураһында ул былай тип яҙа: «Эс бошоу һәм битарафлыҡтар үтте, үҙемде скиф хәленә килгән кеүек тоям, бөтә нәмә ҡыҙыҡ һәм яңы…. Яңы һәм ҡыҙыҡ барыһы: Геродот еҫе аңҡыған башҡорттар һәм урыҫ крәҫтиәндәре, ауылдар, бигерәк тә ябайлығы һәм халыҡтың изгелеге менән матурҙар»[41].

Кәрәлек менән хайран ҡалып, Толстой был урында имение һатып ала, һәм икенсе йәйҙе инде, 1872 йылда, ул бөтә ғаиләһе менән бергә бында үткәрә[41].

Башҡортостанға ҡағылышлы әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Толстой 1873—74 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында матбуғатта «Нәшер итеүселәргә хат» («Письмо к издателям») менән сығыш яһай, унда батша хөкүмәте тарафынан яҙмыш ҡосағына ташланған Һамар губернаһының урыҫ крәҫтиәндәре һәм башҡорттары араһындағы ҡот осҡос аслыҡ картинаһын һүрәтләй. Һөҙөмтәлә асығыусылар өсөн байтаҡ аҡса һәм иген йыйып бирелә. Башҡорттар тураһындағы бай тәьҫораттары «Дошмандыҡы йәбешкәк, ә Алланыҡы ныҡлы» («Вражье лепко, а божье крепко»; 1886), «Ни өсөн?» («За что?», 1906; башҡортса тәржемәһе 1978), «Төшөмдә мин нимә күрҙем?» («Что я видел во сне?»; 1906) һ.б. хикәйәләренең материалы булып тора. «Ильяс» (1885; башҡортса тәржемәһе 1978) әҫәренең нигеҙендә — толстойса «яуызлыҡҡа ҡаршылашмау» идеяһы, яҙмышҡа буйһоноу, «Кешегә күпме ер кәрәк» («Много ли человеку земли нужно», 1886; башҡортса тәржемәһе 1954; шулай уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлгән, 1915, реж. В. Р. Гардин) хикәйәһендә — ер алыу менән бәйле башҡорт йолаларын тасуирлай. 1876 йылда Толстой Ырымбур ҡалаһына килә, Н. А. Крыжановский, М. М. Биксурин менән осраша, В. А. Перовский тураһында материалдар йыя. 1877 йылда башҡорт далаларына күсеп килеүселәр тураһында тарихи роман планы өҫтөндә әүҙем эшләй.

Педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Толстойҙың икенсе журналы «Военный листок» журналынан уңышлыраҡ була, әммә бер йыл ғына сыға
 
Л. Н. Толстой, 1862. М. Б. Тулинов фотоһүрәте. Мәскәү

1859 йылда крәҫтиәндәрҙе азат иткәнгә тиклем Толстой үҙенең Ясная Полянаһында һәм бөтә Крапивен өйәҙендә ең һыҙғанып мәктәп ойоштороу менән шөғөлләнә[42].

Ясная Поляна мәктәбе үҙенсәлекле педагогик тәжрибәләр һанына ҡарай: немец педагогик мәктәбе алдында баш эйеү дәүерендә Толстой һәр регламентация һәм мәктәптәге дисциплинаға ҡаршы сыға. Уның фекере буйынса уҡытыуҙа барыһы ла индивидуаль булырға тейеш — уҡыусы ла, уҡытыусы ла һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте лә. Ясная Поляна мәктәбендә балалар ҡайҙа, нисек, күпме теләй, шулай ултыра. Уҡытыуҙың билдәле программаһы булмай. Уҡытыусының берҙән-бер бурысы класты ҡыҙыҡһындырыу була. Дәрестәр уңышлы бара. Уларҙы Толстой бер нисә яҡын таныш, даими һәм осраҡлы уҡытыусылар ярҙамында үҙе алып бара[22].

1862 йылдан Толстой «Ясная поляна» тип аталған педагогик журнал сығара башлай, төп хеҙмәткәр булып үҙе тора. Нәшер итеү һәләте булмағанлыҡтан, Толстой журналдың 12 һанын ғына сығара[43]. Теоретик мәҡәләләрҙән тыш, ул башланғыс мәктәп өсөн ябайлаштырылған бер нисә хикәйә, нәҫер, күсермәләр яҙа. , Толстойҙың бергә берләштерелгән педагогик мәҡәләләре бер том йыйылма әҫәрҙе тәшкил итә. Үҙ ваҡытында улар иғтибарһыҙ ҡала. Мәғариф тураһында Толстой идеяларының социологик нигеҙенә, Толстойҙың белемлелектә, фәндә, сәнғәттә һәм техника уңыштарында юғары ҡатлам тарафынан халыҡты эксплуатациялауҙа камиллаштырылған алымдар күреүенә бер кем дә иғтибар итмәй. Бынан тыш, Толстойҙың европа белемлелегенә һәм үҫешенә ғәйеп ташлауҙан тыш, уны «консерватор» тип һығымта яһайҙар[22].

Тиҙҙән Толстой педагогика эшен ҡалдыра. Өйләнеүе, балалары тыуыу, «Һуғыш һәм солох» романын яҙыу менән бәйле пландары, уның педагогик ғәмәлдәрен ун йылға кисектерә. Тик 1870 йылдың башында ғына үҙенең «Әлифбаһын» булдырыуға тотона һәм уны 1872 йылда баҫтырып сығара, ә һуңынан «Яңы әлифба» һәм "Уҡыу өсөн урыҫ китаптары"ның дүрт серияһын сығара[44], улар оҙайлы михнәттәрҙән һуң башланғыс уҡыу йорттары ҡулланмаһы сифатында Халыҡ мәғарифы министрлығы тарафынан хуплана. 1870 йылдар башында Ясная Полянала ҡабаттан оҙайлы булмаған уҡыу дәрестәре тергеҙелә[45][46].

Ясная Поляна мәктәбе тәжрибәһе артабан ҡайһы бер ватан педагогтарына ярҙам итә. С. Т. Щацкий, 1911 йылда үҙенең «Йәнле тормош» мәктәп-колонияһын ойоштороп, Лев Толстойҙың хеҙмәттәшлек педагогикаһы өлкәһендәге тәжрибәгә таяна[46].

1860 йылдарҙа йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1861 йылдың майында Европанан әйләнеп ҡайтҡас, Толстойға Тула губернаһы Крапивен өйәҙенең 4-се участкаһы буйынса мировой аралашсы булырға тәҡдим итәләр. Халыҡҡа бәләкәй ҡустыға ҡараған һымаҡтарҙан айырмалы рәүештә, Толстой киреһенсә уйлай, уныңса халыҡ мәҙәни синыфтарҙан сикһеҙ юғары һәм байҙарға рух күтәренкелеген ябай кешенән алырға кәрәк тип уйлай, шуға күрә аралашсы вазифаһын ҡабул итеп, йыш ҡына батша указдарын боҙоп, крәҫтиәндәрҙең ер мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлай. «Аралашсы булыу ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс, ләкин дворянлыҡтың бөтә йәне менән мине күрә алмауы яҡшы түгел, ул бөтә яҡлап тәгәрмәскә таяҡ тығырға маташа». Аралашсы эше яҙыусының крәҫтиәндәр тормошон күҙәтеү даирәһен киңәйтә, әҙәби ижады өсөн уға материал бирә[47].

1866 йылдың июлендә Толстой хәрби-ялан судында Мәскәү пехота полкының рота писары Василий Шабуниндың яҡлаусыһы сифатында сығыш яһай. Иҫерек хәлдә булғаны өсөн Шабунинды офицер сыбыҡ менән һуҡтырыуға бойороҡ бирә, Шабунин офицерға һуға. Толстой Шабуниндың иҫһеҙлек хәлен иҫбатлай, әммә суд уны ғәйепле тип таный һәм үлем язаһына тарттыра. Шабунин атып үлтерелә. Был эпизод Толстойға ныҡ тәьҫир итә, сөнки был ҡурҡыныс күренештә ул йәбер-золомға нигеҙләнгән хөкүмәттең рәхимһеҙ көсөн күрә[48].

Ижадының алға китеше

үҙгәртергә
 
Л. Н. Толстой (1876)

Өйләнгәндән һуң 12 йыл эсендә ул «Һуғыш һәм солох», «Анна Каренина» әҫәрҙәрен ижад итә. Толстойҙың әҙәби тормошоноң икенсе дәүере сигендә 1852 йылда уйланылған һәм 1861—1862 йылдарҙа тамамланған «Казактар» әҫәрен яҙа, был әҫәрҙә өлгөргән Толстойҙың таланты асыҡ сағыла.

Толстойҙың төп ижади ҡыҙыҡһыныуы «характерҙарҙың тарихында», уларҙың ҡатмарлы һәм өҙлөкһөҙ үҫешендә". Уның маҡсаты шәхестең әхлаҡи үҫешенә һәләтен, камиллашыуын, рухи көсөнә таяныуын күрһәтеү була[49].

«Һуғыш һәм солох»

үҙгәртергә
 
1873 йыл баҫмаһының тышлығы

«Һуғыш һәм солох» әҫәренең донъя күреүенә «Декабристар» (1860—1861) романы өҫтөндәге әҙерлек эше булышлыҡ итә, автор уға бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайта, әммә роман тамамланмай ҡала. Ә «Һуғыш һәм солох» өлөшөнә иҫ китмәле уңыш яуа. Роман «1805 йыл» исеме аҫтында 1865 йылда «Русский вестник» журналында баҫылып сыға; 1868 йылда уның өс өлөшө, тиҙҙән башҡа ике өлөшө лә баҫылып сыға. Романдың тәүге дүрт томы тиҙ тарала, һәм тағы икенсе баҫма кәрәк була, ул 1868 йылдың октябрендә сығарыла. Бишенсе һәм алтынсы томдары күп һанлы тираж менән бер баҫмала сыға[50].

«Һуғыш һәм солох» рус әҙәбиәтендә лә, сит ил әҙәбиәтендә лә уникаль күренеш була. Был әҫәр психологик романдың тәрәнлеген һәм эпик фресканың киңлеген, күп фигуралылығын үҙ эсенән ала. В. Я. Лакшин һүҙҙәре буйынса, яҙыусы «героик 1812 йылда халыҡ аңының айырым торошона мөрәжәғәт итә, был осорҙа халыҡтың төрлө ҡатламдары сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы берләшә», был үҙ сиратында эпопея өсөн ерлек тыуҙыра"[51].

Рус милли һыҙаттарҙы автор «йәшерен патриотик йылылыҡ» менән, яһалма героикаға сирҡанып, ябай һалдаттарҙың ябайлығында һәм батырлығында күрһәтә. Рәсәйҙең наполеон ғәскәрҙәре менән һуғышын бөтә халыҡ һуғышы итеп һүрәтләй. Әҫәрҙең эпик стилен һүрәтләүҙең тулылылғы һәм һығылмалылығы, яҙмыштарҙың киҫелеше һәм тармаҡлығы аша бирә[51].

Толстой романында йәмғиәттең төрлө ҡатламдары киң күрһәтелә, Александр I батшалыҡ иткән арауыҡтағы император һәм королдәрҙән алып һалдаттарға тиклем, бөтә йәштәгеләр һәм бөтә темпераменттар ҡатнаша.

Анна Каренина

үҙгәртергә

Мөхәббәт тураһында драматик һәм етди роман булып «Анна Каренина» әҫәре тора (1873—1876 йыл). Алдағы романдан айырмалы рәүештә, унда йәшәйеш менән сикһеҙ ләззәткә урын юҡ. Левин менән Китиның автобиографияға оҡшаған романында әле шатлыҡлы кисерештәр бар, әммә Доллиның ғаилә тормошон һүрәтләүҙә күберәк әсенеү, ә Анна Каренина менән Вронскийҙың мөхәбәтенең бәхетһеҙ тамамланыуында шул тиклем күңел тынысһыҙлығы бар, был Толстой әҙәби эшмәкәрлегенең өсөнсө осорға, драматик осорға күсеүе тураһында һөйләй[22].

Әҫәрҙең төп геройҙарының характерҙары ҡатмарлыраҡ һәм нескәрәк. Автор мөхәбәттең, күңел ҡайтыуҙың, көнсөллөктөң, өмөтһөҙлөктөң рухи аныҡлыҡтың нескә нюанстарын күрһәтергә тырыша[51].

Был әҫәрҙең проблематикаһы Толстойҙы туранан-тура 1870 йылдар аҙағындағы идеяһы һынылышына алып килә[51].

Башҡа әҫәрҙәре

үҙгәртергә

1879 йылдың март айында Мәскәүҙә Лев Толстой Щеголенок Василий Петрович мнән таныша, ул шул уҡ йылда Толстой саҡырыуы буйынса Ясная Полянаға килә, унда ай-ай ярым тирәһе була. Щеголенок Толстойға күп кенә халыҡ хикәйәттәре, легендалар һәм былиналар һөйләй, шуларҙың егерменән ашыуын Толстой яҙып ала (улар Толстойҙың йыйылма әҫәрҙәре баҫмаһында сыға), ә ҡайһыларының сюжетын Толстой иҫендә ҡалдыра: Толстой тарафынан яҙылған алты әҫәрҙең сығанағы булып Щеголенок хикәйәләре була (1881 — «Чем люди живы», 1885 — «Два старика» и «Три старца», 1905 — «Корней Васильев» и «Молитва», 1907 — «Старик в церкви»). Бынан тыш, Толстой Щеголенок һөйләгән күп мәҡәлдәрҙе, айырым һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе яҙып ала[52].

Толстойҙың донъяға яңы ҡарашы «Исповедь» (1879—1880, 1884 йылда баҫылып сыға) һәм «В чём моя вера?» (1882—1884) әҫәрҙәрендә тулыраҡ сағыла. Эскерһеҙ булған мөхәбәттең христиан башланғысы темаһына «Крейцерова соната» (1887—1889, 1891 йылда баҫылып сыға), «Дьявол» (1889—1890, 1911 йылда баҫылып сыға) повестарын яҙа. 1890 йылдарҙа сәнғәткә ҡарашын «Нимә ул сәнғәт?» трактатында белдерә.(1897—1898). Әммә шул уҡ йылдарҙа уның төп художество эше булып «Воскресение» романы була (1889—1899), сюжеты ысын суд эшенә нигеҙләнгән. Был әҫәрҙә сиркәү йолаларын ҡырҡа тәнҡитләүе арҡаһында 1901 йылда Толстой Изге синод тарафынан православие сиркәүенән ҡыуыла. 1900 йылдар башында Толстойҙың юғары ҡаҙанышы булып «Хаджи-Мурат» повесы һәм «Живой труп» драмаһы тора. «Живой труп» пьесаһы Толстойҙың чехов драмаһына яҡын яңы художестволы эҙләнеүҙәренең дәлиле.

Мәскәү халҡы иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы

үҙгәртергә

Л. Н. Толстой 1882 йылда Мәскәү халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша[53]. Сөнки ул Мәскәүҙә күпме ярлы барлығын асыҡлап, уларға аҡса менән дә,эше менән дә ярҙам итергә теләй.

Толстой иң ҡатмарлы участкаларҙың береһен ала, һәм иҫәп алғанға тиклем бер нисә көн алда план буйынса участкаларын ҡарап сыға. Бәләкәй, бысраҡ тыҡрыҡта урынлашҡан ҡараңғы ике ҡатлы бина «Ржан ҡәлғәһе» тип атала, хәйерселектең төбөнә төшкән өмөтһөҙ кешеләр менән тулған был ҡуналҡа Толстойҙы үҙенең билдәле «Мәскәү иҫәбен алыу тураһында» мәҡәләһен яҙырға мәжбүр итә[54].

Лев Николаевич байҙарҙа ҡала ярлыларына ҡарата мәрхәмәтлелек уятырға, аҡса йыйырға, был эшкә булышлыҡ итеүсе кешеләрҙе тупларға һәм иҫәп алыу менән бергә бөтә фәҡирҙәрҙең ояларын йөрөп сығырға өмөт итә. Иҫәп алыу бурысынан тыш, яҙыусы бәхетһеҙҙәр менән аралашырға, мохтажлыҡтарының нескәлектәрен белергә һәм уларға аҡса, эш менән ярҙам итергә, балаларҙы мәктәптәргә, ҡарт-ҡороларҙы приюттарға урынлаштырырға теләй[55].

Мәскәүҙә

үҙгәртергә
 
Мәскәүҙә Болконскийҙар йорто» (ул. Воздвиженка, 9)

Мәскәү тарихын өйрәнеүсе Александр Васькин Толстойҙың Мәскәүгә йөҙ илле тапҡырҙан ашыу килгәнен яҙа.

Уның Мәскәү тормошо менән танышыуының дөйөм тәьҫораттары, ҡағиҙә булараҡ, кире була, ә ҡаланың социаль хәл-торошо тураһындағы фекерҙәре — ҡырҡа тәнҡитле. Мәҫәлән, 1881 йылдың 5 октябрендә ул үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа:

"Һаҫыҡ еҫ, таштар, байлыҡ, хәйерселек. Аҙғынлыҡ. Халыҡты талаусы яуыздар йыйылған, уларҙың оргияһын һаҡлаусы һалдаттарҙы, судьядарҙы туплаған. Һәм һыйланалар. Халыҡҡа был кешеләрҙең теләктәре менән файҙаланып, таланған әйберҙәрен кире хәйләләп алыуҙан башҡа юл ҡалмай.

Яҙыусының ижады һәм тормошо менән бәйле күп кенә биналар һаҡланып ҡалған. Яҙыусы йыш ҡына ҡатынының ғаиләһе — Берстар йәшәгән Кремлдә була. Толстой Мәскәү буйлап, хатта ҡышын да йәйәү йөрөргә яратҡан. Һуңғы тапҡыр ул Мәскәүгә 1909 йылда килә[56].

Бынан тыш, Воздвиженка, 9 урамында Лев Николаевичтың олатаһының — кенәз Волконский Николай Сергеевичтың 1816 йылда һатып алған йорто урынлашҡан, ул уны Прасковья Васильевна Муравьева-Апостолдан (генерал-поручик В. В. Грушецкийҡыҙы, яҙыусы-сенатор И. М. Муравьев-Апостолдың ҡатыны, өс бер туған декабрист Муравьев-Апостолдарҙың әсәһе) һатып ала. Кенәз Волконский йортҡа биш йыл хужа була, шуға күрә был йорт Мәскәүҙә кенәз Волконскийҙарҙың төп усадьбаһы йәки Балконскийҙар йорто булараҡ та билдәле. Йорт Толстой тарафынан Пьер Безуховтың йорто кеүек һүрәтләнә. Лев Николаевичҡа был йорт яҡшы таныш — йәш сағында ул бында балдарҙа йыш була, сибәр кенәз ҡыҙы Прасковья Щербатова артынан йөрөй. Прасковья һыҙаттарын «Анна Каренина» романында Кити Щербацкаяға бирә[57].

1886, 1888 һәм 1889 йылдарҙа Л. Н. Толстой Мәскәүҙән өс тапҡыр Ясная Полянаға йәйәүләп ҡайта.

Дингә өндәүе һәм рухи кризисы

үҙгәртергә

Лев Николаевичты йыш ҡына балаларҙы тәрбиәләү, халыҡты етеш тормошта йәшәтеүгә өлгәшеүе кеүек хәл иткеһеҙ мәсьәләләр борсой башлай. Был өлкәлә ярҙам итә алмауына эсе боша һәм хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыу һымаҡ уйҙар ҙа килә. Үҙен борсоған һорауҙарға һәм икеләнеүҙәргә яуап табыу өсөн, Толстой дин тәғлимәттәрен тикшерергә тотона һәм 1891 йылда Женевала «Догматик дини тәғлимәтте тикшереү» эшен баҫтырып сығара һәм митрополит Макарийҙың (Булгаков) «Догматик-православие дини тәғлимәтен» тәнҡитләй. Руханиҙар һәм монахтар менән әңгәмәләшә, Оптина Пустынгә ҡарт монахтарға бара (1877, 1881 һәм 1890 й.й), дини тәғлимәт трактаттарын уҡый, ҡарт монах Амвросий менән осраша, Толстойҙың тәғлимәттәренә ҡаршы сыҡҡан К. Н. Леонтьев менән һөйләшә. 1890 йылдың 14 мартында Т. И. Филипповҡа хатында Леонтьев Толстой менән һөйләшеүе ваҡытында былай тип әйткәнен яҙа: «Йәл, Лев Николаевич, миндә фанатизм әҙ. Минең бәйләнештәрем булған Петербургҡа яҙырға кәрәк ине, һеҙҙе Томскҡа һөргөнгә ебәрһендәр тип, һәм ҡатынығыҙға ла, ҡыҙҙарығыҙға ла һеҙгә барып йөрөмәҫкә һәм аҡсаны ла әҙ генә һалырға тип. Юғиһә һеҙ ыңғай зарарлы кеше». Быға яуап итеп Лев Николаевич ҡыҙыулыҡ менән ҡысҡырып ебәрә: «Ҡәҙерлем, Константин Николаевич! Яҙығыҙ, аллаһы тәғәлә өсөн, мине һөргөнгә ебәрһендәр тип. Был минең хыялым. Хөкүмәт алдында үҙемдең абруйымды төшөрөү өсөн мин мөмкин булғандың барыһын да эшләйем, һәм барыһы ла язаһыҙ ҡала. Яҙығыҙ инде, зинһар өсөн»[58]. Христиан тәғлимәтен төп нөсхәһендә өйрәнер өсөн боронғо грек һәм боронғо йәһүд телен өйрәнә (өйрәнеүҙә уға Мәскәү раввины Шломо Минор ярҙам итә)[59]). Шуның менән бергә ул старообрядсылар менән таныша, дингә өндәүсе крәҫтиән Василий Сютаев менән яҡынлаша, молокан, штундистар менән әңгәмәләшә. Лев Николаевич философияла, теүәл фәндәрҙең һөҙөмтәләре менән танышыуҙа тормош мәғәнәһен эҙләй. Ул мөмкин тиклем тормошто ябайлаштырырға, тәбиғәткә һәм игенселеккә яҡын булған тормош менән йәшәргә тырыша[22].

 
Лев Толстой Мәскәү грамоталылыҡ йәмғиәтенең Ясная Поляна ауылында Халыҡ китапханаһын асыу тантанаһында А. И. Савельев фотоһы

Толстой яйлап бай тормоштан һәм уңайлыҡтарҙан баш тарта башлай, физик хеҙмәт менән күп шөғөлләнә, ябай кейем кейә, вегетариан булып китә, ғаиләһенә үҙенең бөтә эре милеген тапшыра, әҙәби милек хоҡуғынан баш тарта. Әхлаҡи камиллашыуына ихлас ынтылышында әҙәби эшмәкәрлегенең өсөнсө осоро башлана, уның айырым һыҙаттары булып дәүләт, ижтимағи һәм дини тормоштоң нығынған формаларын инҡар итеү була[22].

Александр III хакимлығы башында Толстой батша үлтереүселәрҙе инжил рухында аҡлау үтенесе менән яҙма рәүештә императорға мәрәжәғәт итә. 1882 йылдың сентябренән уның артынан сектанттар менән мөнәсәбәттәрен асыҡлау маҡсатында йәшерен күҙәтеү ойошторола[60]; 1883 йылдың сентябрендә ул присяжный вазифаһын үтәүҙән баш тарта, үҙенең был ҡылығын донъяға дини ҡарашының тап килмәүе менән аңлата. Шул ваҡытта уға, Тургеневтың үлеме менән бәйле, асыҡ сығыш яһау тыйыла. 1885 йыл башында Рәсәйҙә Толстойҙың дини ҡараштарына һылтанып хәрби хеҙмәттән баш тартыу осрағы башлана. Толстой ҡараштарының байтаҡ өлөшө Рәсәйҙә асыҡтан-асыҡ белдерелмәй һәм уның дини-социаль трактаттарында тик сит ил баҫмаларында ғына тулыһынса яҙыла[22].

 
Л. Н. Толстой и уның ярҙамсылары ярҙамға мохтаж крәҫтиәндәрҙең исемлеген төҙөй. Һулдан уңға: П. И. Бирюков, Г. И. Раевский, П. И. Раевский, Л. Н. Толстой, И. И. Раевский, А. М. Новиков, А. В. Цингер, Т. Л. Толстая. Рязань губернаһының Бегичевка ауылы. П. Ф. Самарин фотоһүрәте, 1892 й.

18911892 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында Толстой Рязань губернаһында асығыусыларға һәм мохтаждарға ярҙам учреждениелары ойоштора. Уның тарафынан 187 ашхана асыла, унда 10 мең кеше ашай, шулай уҡ балалар өсөн бер нисә ашхана аса, утын таратыла, сәсеү өсөн картуф орлоғо бирелә, игенселәргә аттар һатып алынып таратыла (аслыҡ йылында бөтә хужалыҡтарҙа тиерлек аттар бөтә), яҡынса 150 000 һум иғәнә йыйыла[61].

«Царство Божие внутри вас…» трактаты тәнәфес менән 3 йыл тиерлек яҙыла. Трактат тәнҡитсе В. В. Стасовтың һәм И. Е. Репиндың һоҡланыуын тыуҙыра. Цензура арҡаһында уны Рәсәйҙә баҫтырып сығарыуы мөмкин булмай, һәм ул сит илдә баҫылып сыға. Китап Рәсәйҙә күп һанлы экземплярҙа йәшерен рәүештә тарала башлай. Трактат Толстойҙың әҫәрҙәр йыйынтығына инә, ул авторҙың үлеменән һуң 1911 йылда баҫылып сыға[62].

Һуңғы ҙур әҫәрендә, 1899 йылда нәшер ителгән «Воскресение» романында Толстой суд практикаһын һәм аҡһөйәктәр көнкүрешен ғәйепләй, руханиҙарҙың һәм ғибәҙәт ҡылыуҙың донъяуи властар менән берләшкәнлеген һүрәтләй.

1908 йылдың 6 декабрендә Толстой көндәлегенә шулай тип яҙа: «Мине кешеләр уларға мөһим булып күренгән „Һуғыш һәм солох“ һ.б. ваҡ-төйәктәр өсөн ярата»[63].

1909 йылдың йәйендә Ясная Полянаға килеүселәрҙең береһе «Һуғыш һәм солох», «Анна Каренина» әҫәрҙәре өсөн үҙенең һоҡланыуын белдерә һәм рәхмәт әйтә. Толстой яуап бирә: «Был, Эдисонға кемдер берәйһе килеп: „Мин һеҙҙе мазурканы яҡшы бейегәнегеҙ өсөн бик хөрмәт итәм“ тип әйтеүгә тиң. Мин үҙемдең бөтөнләй башҡа китаптарыма әһәмиәт бирәм (дини!)»[64]. Шул уҡ йылда Толстой үҙенең әҙәби әҫәрҙәренең ролен былай тип билдәләй: «Улар минең етди әйберҙәргә иғтибарымды йәлеп итә»[65].

Ҡайһы бер тәнҡитселәр Толстойҙың әҙәби эшмәкәрлегенең һуңғы этабында уның художество көсө теоретик ҡыҙыҡһыныуҙарҙан зыян күрә һәм уға ижад тик ижтимағи-дини ҡараштарын һәр кем аңларлыҡ формала пропагандалау өсөн генә кәрәк тип билдәләй. Икенсе яҡтан, Владимир Набоков, мәҫәлән, Толстойҙың дингә аныҡ өндәүе юҡ һәм уның ижадының ҡеүәте һәм бөтә кешелек өсөн уртаҡ мәғәнәһе сәйәсәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡҡа эйә түгел һәм ысынын әйткәндә, уның тәғлимәтен ҡыҫырыҡлай, тип билдәләй: «Асылда Толстойҙы һәр ваҡыт ике генә тема ҡыҙыҡһындыра: Йәшәү һәм Үлем. Ә был темаларҙан бер ниндәй ҙә ижадсы ҡотола алмай»[66]. Шундай фекер ҙә әйтелә, йәнәһе «Нимә ул сәнғәт?» әҫәрендә Толстой бер ни тиклем Дантеның, Рафаэльдың, Гетеның, Шекспирҙың, Бетховендың художество әһәмиәтен кәметә, ул ижадтың әхләҡи тупланмаһының эстетиканан өҫтөнлөгөн раҫлап, туранан-тура «беҙ ни тиклем күберәк матурлыҡҡа бирелһәк, шул тиклем күберәк изгелектән алыҫлашабыҙ» тигән һығымтаға килә[67].

Сиркәүҙән ҡыуылыуы

үҙгәртергә
 
Синодтың ҡарары 1901 йылдың 24 февралендә иғлан ителә һәм «Церковные ведомости» гәзитендә баҫылып сыға

Тыуғандан һуң Толстой христиан диненә суҡындырыла. Үҙ ваҡытының белемле йәмғиәте вәкилдәре кеүек үҫмер һәм йәш сағында дини мәсьәләләргә битараф була, әммә уға 27 йәш булғанда көндәлегендә шундай яҙыу барлыҡҡа килә: «Алла, дин тураһында һөйләшеү миндә бөйөк фекер тыуҙыра, уны тормошҡа ашырыу өсөн ғүмеремде бағышлауға үҙемде һәләтле итеп тоям[68]. Был фекер — кешелектең үҫешенә, Ғайса пәйғәмбәр диненә тап килеүсе, әммә серлелектән таҙарынған, ғәмәли дин, киләсәк хозурлыҡты вәғәҙә итмәгән, ләкин ерҙә хозурлыҡ биреүсе яңы диндең нигеҙе». 40 йәшендә әҙәби эшмәкәрлегендә уңыштарға ирешеп, йәмғиәттә күренекле урын биләп һәм мул ғаилә тормошо менән йәшәп, ул тормоштоң мәғәнәһеҙлеген кисерә башлай. Үҙ-үҙенә ҡул һалыу кеүек уйҙар уны эҙәрлекләй. Һуңынан ул хәҡикәтте тик халыҡ тормошонда күрә һәм ябай халыҡтың дине менән берләшергә тырыша. Ошо маҡсат менән ул ураҙалар тота, ғибәҙәт ҡылыуҙарҙа ҡатнаша һәм христиан сиркәүенең йолаларын үтәй.

Күп йылдарҙан һуң уның беренсе ҡушылыуы онотолмаҫ ғазаплы хис тыуҙыра. Һуңғы тапҡыр Толстой 1878 йылда ҡушыла, шунан һуң ул тулыһынса сиркәү диненән күңеле ҡайтып, сиркәү тормошонда ҡатнашыуҙы туҡтата[69]. Уның өсөн христиан сиркәүе тәғлимәтенән ситкә боролош булып 1879 йылдың икенсе яртыһы тора. 1880—1881 йылдарҙа Толстой «Четвероевангелие: Соединение и перевод четырёх Евангелий» эшен яҙа, унда ул донъяға хөрәфәтһеҙ һәм бер ҡатлы хыялһыҙ динде таратыу буйынса күптәнге теләген башҡара[70]. Шулай итеп, 1880 йылдарҙа ул сиркәү дини ҡағиҙәләрен инҡар итеү позицияһына күсә.

Толстойҙың ҡайһы бер әҫәрҙәренең баҫмалары дин цензураһы яғынан да, донъяуи цензура яғынан да тыйыла. 1899 йылда Толстойҙың «Воскресение» романы сыға, унда автор заманының төрлө социаль ҡатламдарын күрһәтә, руханиҙар йолаларҙы ашыҡ-бошоҡ күрһәтеүсе итеп һүрәтләнә, ә әҙәпһеҙ Топорковты күптәре Изге Синодтың обер-прокуроры К. П. Победоносцевҡа карикатура тип ҡабул итә.

Лев Толстойҙың тормош рәүеше тураһында төрлө баһалар бар. Юғары ҡатлам йәмғиәтенең уңайлыҡтарынан баш тартыу, вегетарианлыҡ, физик хеҙмәт менән шөғөлләнеү һәм киң шәфҡәтлелек үҙенең тормошона ҡарата уның тәғлимәтенең ихлас сағылышы кеүек фекер таралған. Бының менән бер рәттән яҙыусының әхлаҡи позицияларының етдилегенә шикләнгән тәнҡитселәр ҙә бар. Дәүләтте инҡар итеп, ул юғары ҡатлам аристократияһының күп кенә өҫтөнлөктәре менән файҙаланыуын дауам итә. Алпауыт хужалығын ҡатынына тапшырыу, тәнҡитселәр фекеренсә, «милектән баш тартыуҙан» алыҫ. Иоанн Кронштадтский граф Толстойҙың "йәш сағындағы тәрбиәһеҙлегендә һәм хәтерһеҙлегендә, мажаралы тиккә үткән ғүмерендә «ҡәтғи динһеҙлек» сығанағы күрә[71]. Ул үлемһеҙлектең сиркәү аңлатыуын кире ҡаға һәм сиркәү авторитетын танымай, дәүләт хоҡуғын инҡар итә, сөнки ул (уның фекеренсә) мәжбүр итеүгә һәм көс ҡулланыуға ҡорола. Лев Толстой сиркәүҙең кеше тыуғандан алып үҙ асылында гонаһлы һәм әҙәпһеҙ була тигән тәғлимәте менән риза түгел, сөнки, уның фекренсә, ундай тәғлимәт «кеше тәбиғәтендәге бөтә яҡшы нәмәне тамырынан киҫеп ташлай». Сиркәүҙең халыҡҡа йоғонтоһоноң юғалтыуын күреп, яҙыусы, К. Н. Ломунов фекеренсә, «Бер йәнлелек тә —сиркәүҙән тормай» тигән һығымтаға килә[72].

1901 йылдың 24 февралендә синодтың рәсми органы булған «Церковные ведомости» баҫмаһында граф Лев Толстой сиркәү йолаларын кире ҡаҡҡаны, һәм әҙәби эшмәкәрлеген һәм алланан бирелгән талантын халыҡ араһында Пәйғәмбәргә һәм Сиркәүгә ҡаршы таратҡан тәғлимәте өсөн сиркәүҙән ҡыуыла тигән ҡарар сығара.

 
«Лев Толстой тамуҡта». Дин һәм атеизм тарихы дәүләт музейы йыйынтығы. 1883 й. Тазово ауылы сиркәүенең стена биҙәлеше фрагментынан. Курск губернаһы. Толстой иблес ҡосағында
 
В. И. Россинский. Толстой ҡыҙы Александра менән хушлаша. Ҡағыҙ, ҡәләм. 1911

«Синодҡа яуабында» Лев Толстой үҙенең сиркәү менән араны өҙөүен былай тип раҫлай: «Үҙен христиан тип атаған сиркәү менән ара өҙөүөм төптән ғәҙел. Мин уның менән Аллаһҡа ҡаршы сығыуым өсөн өҙмәнем, ә киреһенсә, бөтә йәнем менән уға хеҙмәт итеү өсөн өҙҙөм»[73].

 
Ясная Поляна, бында яҙыусы ғүмеренең күп өлөшөн үткәрә

1910 йылдың 28(10) октябрендәге төндә Л. Н. Толстой, һуңғы йылдарын үҙенең ҡараштарына ярашлы йәшәргә ҡарар итеп, үҙенең шәхси табибы Д. П. Маковицкий оҙатыуында Ясная Полянаны йәшерен рәүештә мәңгелеккә ҡалдырып китә. Шул уҡ ваҡытта Толстойҙың билдәле эш итеү планы булмай. Ул үҙенең һуңғы сәйәхәтен Щекино станцияһынан башлай. Шул уҡ көндө Горбачево станцияһында башҡа поезға күсеп ултыра һәм Тула губернаһының Белево ҡалаһына барып етә, артабан — шулай уҡ, тик башҡа поезда Козельск станцияһына тиклем бара, ямсы яллай һәм Оптин Пустынгә юллана, ә унан икенсе көнөнә — Шамордин монастырына, унда апаһы Мария Николаевна Толстая менән осраша. Һуңыраҡ Шамординоға йәшерен рәүештә Толстойҙың ҡыҙы Александра Львовна килә[74].

31 октябрҙең иртәһендә (13 ноябрь) Л. Н. Толстой һәм уны юлда оҙатып барыусылары Шамординонан Козельскҡа юллана, унан көнсығыш юнәлешендәге 12-се «Смоленск — Раненбург» юнәлешендәге поезға ултыра.

Билет алып өлгөрмәгәнлектән, Белевола Волов станцияһына тиклем билет һатып алалар, унда көньяҡ юнәлештәге берәй поезға ултырырға ниәт итәләр. Толстойҙы оҙатып барыусылар һуңынан Толстойҙың билдәле сәйәхәт планы булмауы тураһында раҫлай. Кәңәшләшеп алғандан һуң Новочеркасск ҡалаһындағы ҡыҙ туғаны Денисенко Елена Сергеевнаға барырға ҡарар итәләр. Унда сит ил паспорты алып, Болгарияға сығырға, әгәр был мөмкин булмаһа— Кавказға юлланырға маташалар. Әммә юлда Л. Н. Толстой үҙен насар тоя, һалҡын тейеү үпкә шешеүенә килтерә, һәм оҙатып барыусылар шул уҡ көндә сәйәхәтте туҡтатып, ауырыу Толстойҙы тәүге тораҡ пункт эргәһендә сығарырға мәжбүр була. Был Астапово станцияһы була (хәҙер Лев Толстой станцияһы, Липецк өлкәһе)[75].

Лев Толстойҙың ауырыуы тураһында хәбәр юғары даирәләрҙә, шулай уҡ Изге Синод ағзалары араһында көслө шау-шыу тыуҙыра. Мәскәү тимер юлдары жандармы идаралығына һәм эске эштәр министрлығына уның һаулығы һәм хәленең торошон даими рәүештә шифрлы телеграммалар ебәрелә. Синод тарафынан йәшерен, ашығыс ултырыш саҡырыла, унда обер-прокурор Лукьянов инициативаһы буйынса, Лев Николаевичтың аяныслы үлем осрағы була ҡалһа, сиркәүҙең мөнәсәбәте тураһында мәсьәләләр ҡуйыла. Әммә мәсьәлә ыңғай хәл ителмәй[76].

Лев Николаевичты алты табип ҡотҡарырға тырыша, тик уларҙың ярҙам итеүенә ул былай тип яуап бирә: «Барыһын да Хоҙай башҡара». Шул ваҡытта унан нимә теләгәнен һорайҙар, ул: «Мине береһе лә маҙаһыҙламауын теләйем»,- тип яуаплай. Ул үлеренән бер нисә сәғәт алда һуңғы мәғәнәле һүҙҙәрен өлкән улына әйтә, уныһы тулҡынланыуынан бер нәмә лә аңламай, әммә уларҙы табип Маковицкий ишетә: «Сережа, хәҡиҡәтте… мин күп яратам, мин бөтәһен дә яратам…»[77].

1910 йылдың 7 (20) ноябрендә ауыр һәм ғазаплы ауырыуҙан һуң, Толстой Лев Николаевич 83-сө йәшендә станция начальнигы Озолин Ивандың йортонда вафат була[78].

1910 йылдың 9 ноябрендә Лев Толстойҙы ерләүгә Ясная Полянаға бер нисә мең кеше йыйыла. Йыйылғандар араһында яҙыусының дуҫтары һәм уның ижадына табыныусылар, урындағы крәҫтиәндәр һәм Мәскәү студенттары, шулай уҡ дәүләт органдары вәкилдәре һәм ерләү церемонияһының хөкүмәткә ҡаршы белдереүҙәренән, хатта демонстрацияға әүерелеүенән ҡурҡҡан властар тарафынан ебәрелгән урындағы полициейскийҙар була. Бынан тыш —был хәл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр билдәле кешене, Толстой үҙе теләгәнсә, христиан йолаһы менән булмаған асыҡ ерләү була (доғаларһыҙ, дин әһелдәр булмайынса, икона һәм шәмдәрһеҙ). Ерләү тантанаһы тыныс үтә, был полицияның рапортында билдәләнә. Оҙатырға килеүселәр, тулы тәртип һаҡлап, станциянан алып усадьбаға тиклем Толстойҙың кәүҙәһе менән табутты оҙата бара. Кешеләр сиратҡа теҙелеп, уның кәүҙәһе менән хушлашыу өсөн өндәшмәй генә бүлмәгә инә[79].

Ошо уҡ көндә гәзиттәрҙә эске эштәр министры докладында Николай Беренсенең Лев Николаевич Толстойҙың үлеме тураһында резолюцияһы нәшер ителә: «Үҙенең һәләтенең сәскә атҡан осоро ижадында рус тормошонда данлыҡлы йылдарҙың образдарын кәүҙәләндергән бөйөк яҙыусының үлеме менән бәйле ысын күңелдән үкенәм. Аллаһы тәғәлә уға үҙе мәрхәмәтле хөкөмдар булһын»[80][81].

 
Лев Толстойҙың ҡәбере
 
Апалы-һеңлеләр С. А. Толстая (һулда) һәм Т. А. Берс (уңда), 1860 йылдар.

Лев Николаевич үҫмер сағынан уҡ Любовь Александровна Иславина һәм уның ҡыҙҙары Лиза,Соня, Таня менән таныш була. Ҡыҙҙар үҫеп еткәс, ул башта өлкән ҡыҙ Лизаға өйләнергә уйлай, һуңынан уртансы ҡыҙ Софьяны һайлай. Өйләнгәндә Софья Андреевнаға 18, ә графҡа 34 йәш була, һәм Лев Николаевич уға 1862 йылдың 23 сентябрендә өйләнә. Уның тормошонда бер ни тиклем бәхетле осор башлана. Ҡатыны йөҙөндә ул бөтә эштәрендә лә, ғәмәли һәм әҙәби эштәрендә ярҙамсы таба. Әммә аңлашмаусынлыҡтар, әрләшеүҙәр арҡаһында был бәхет тиҙҙән боҙола һәм ул йылдар үтеү менән киҫкенләшә.

 
Л. Н. Толстой ҡатыны һәм балалары менән. 1887 йыл

Балалары:

  1. Сергей (1863—1947), композитор, музыка белгесе. Яҙыусының Октябрь революцияһын кисергән берҙән-бер балаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
  2. Татьяна (1864—1950). 1899 йылдан Михаил Сухотинда кейәүҙә. 1917—1923 йылдарҙа Ясная Поляна музей-усадьбаһының һаҡлаусыһы була. 1925 йылда ҡыҙы менән сит илгә китә. Ҡыҙы Татьяна Сухотина-Альбертини (1905—1996).
  3. Илья (1866—1933), яҙыусы, мемуарсы. 1916 йылдап Рәсәйҙе ташлап АҠШ-ҡа китә.
  4. Лев (1869—1945), яҙыусы, скульптор. 1918 йылдан сит илдә — Францияла, Италияла, һуңынан Швецияла.
  5. Мария (1871—1906).1897 йылдан Николай Леонидович Оболенскийҙа кейәүҙә (1872—1934). Үпкә шешенән вафат була. Крапивен өйәҙенең Кочаки ауылында ерләнә. (хәҙерге Тула өлкәһе, Щекин р-ны, Кочаки ауылы).
  6. Пётр (1872—1873).
  7. Николай (1874—1875).
  8. Варвара (1875—1875).
  9. Андрей (1877—1916), Тула губернаторы янында айырым йомоштар чиновнигы. Рус-япон һуғышы ҡатнашыусыһы. Ҡаны ағыуланып Петроградта вафат була.
  10. Михаил (1879—1944). 1920 йылда сит илгә сығып китә, Төркиәлә, Югославияла, Францияла һәм Мароккола йәшәй. 1944 йылдың 19 октябрендә Мароккола вафат була</ref>[82].
  11. Алексей (1881—1886).
  12. Александра (1884—1979). 16 йәшенән атаһының ярҙамсыһы була. Беренсе донъя һуғышында хәрби-медицина отрядының начальнигы була. 1920 йылда ВЧК тарафынан по делу «Тактик үҙәк» эше буйынса ҡулға алына, өс йылға хөкөм ителә, азат ителгәс, Ясная Полянала эшләй. 1929 йылда СССР-ҙан сит илгә китә, 1941 йылда АҠШ гражданлығы ала. 1979 йылдың 26 сентябрендә Нью-Йорк штатында Лев Толстойҙың барлыҡ балаларының һуңғыһы булып, 95 йәшендә вафат була.
  13. Иван (1888—1895).

Ғаиләгә ҡарашы. Толстой ижадында ғаилә

үҙгәртергә
 
Л. Н. Толстой ейәндәре Илюша менән Соняға ҡыяр тураһында әкиәт һөйләй, 1909 йыл, Крёкшино, В. Г. Чертков фотоһы. Софья Андреевна Толстая, киләсәктә Сергей Есениндың һуңғы ҡатыны

Лев Толстой шәхси тормошонда ла, ижадында ла, төп иғтибарҙы ғаиләгә бирә. Яҙыусының фекере буйынса, кеше ғүмеренең төп институты булып дәүләт йәки сиркәү түгел, ә нәҡ ғаилә тора. Толстойҙы әҙәби эшмәкәрлегенең башында ғаилә тураһында фекерҙәр биләй, уға ул үҙенең беренсе әҫәре «Бала саҡ» повесын арнай. Өс йылдан һуң 1855 йылда ул «Маркёр яҙмалары» хикәйәһен яҙа, бында әҙәбиәтсенең ҡомарлы уйындарға, ҡатын-ҡыҙҙарға тартылыуы күҙәтелә. Ошо уҡ уның «Ғаилә бәхете» романында сағыла, унда ир менән ҡатындың мөнәсәбәте Толстойҙың үҙенең һәм ҡатыны Софья Андреевнаның мөнәсәбәтенә иҫ киткес оҡшаш. Ғаиләнең бәхетле ғүмер иткән осоронда (1860 йыл), яҙыусының ике бөйөк әҫәре: «Һуғыш һәм солох», «Анна Каренина» әҫәрҙәре яҙыла. Әгәр ҙә «Һуғыш һәм солох» әҫәрендә Толстой ғаилә тормошоноң ҡиммәттәрен, яҡлаһа, «Анна Каренина» әҫәрендә идеалдарҙың тоғролоғона өлгәшеүгә шик белдерә. Шәхси тормошонда уның мөнәсәбәттәре ҡатмарлашҡан осорҙа, был киҫкенләшеүҙәр «Иван Ильичтың үлеме», «Крейцер сонатаһы», «Иблес» һәм «Отец Сергий» әҫәрҙәрендә сағыла[83].

Лев Николаевич Толстой ғаиләгә ҙур иғтибар бүлә. «Бала саҡ», «Үҫмерлек», «Йәшлек» трилогияһында автор бала саҡ донъяһының сағыу художестволы һүрәтләнешен бирә, уның тормошонда ата-әсәһенә ҡарата һәм үҙе уларҙан алған мөхәббәт мөһим урын ала. «Һуғыш һәм солох» әҫәрендә ғаилә мөнәсәбәттәренең һәм мөхәббәттең төрлө тибын асып һала. Ә «Ғаилә бәхете» һәм «Анна Каренина» әҫәрҙәрендә ғаиләләге мөхәббәттең төрлө аспекттары «eros» көсө аҫтында юғалып ҡала. «Һуғыш һәм солох» романы сыҡҡас, тәнҡитсе һәм философ Н. Н. Страхов Толстойҙың алдағы барлыҡ әҫәрҙәрен «ғаилә хроникаһы» менән тамамланған алдағы тикшеренеүҙәр категорияһына индерергә мөмкин тип билдәләй[83].

Библиография

үҙгәртергә

Толстойҙың яҙылған 174 әҙәби әҫәре, шул иҫәптән тамамланмаған әҫәрҙәре һәм ҡаралама һыҙмалары һаҡлана. Толстой үҙенең эштәренән 78 әҫәрен тулыһынса тамамланған тип иҫәпләй, улар ғына ул тере саҡта донъя күрә. Ҡалған 96 эше яҙыусының архивында ҡала һәм тик яҙыусы вафат булғас ҡына донъя күрә[84]. Баҫылып сыҡҡан беренсе әҫәре —"Бала саҡ" повесы 1852 йылда сыға. Тере сағында баҫылған беренсе китабы — «Граф Л. Н. Толстойҙың һуғыш хикәйәләре» 1856 йылда Санкт-Петербургта донъя күрә[85]; Шул уҡ йылда икенсе «Бала саҡ һәм үҫмерлек» китабы сыға. Үҙе тере сағында баҫылған һуңғы әҫәре «Уңдырышлы тупраҡ» 1910 йылда донъя күрә. Вафат булырынан бер ай элек Толстой «Донъяла ғәйеплеләр юҡ» повесының өсөнсө варианты өҫтөндә эшләй[84].

Тере сағында һәм үлгәндән һуң баҫма әҫәрҙәре йыйынтығы

үҙгәртергә
 
«Крейцерова соната». Михаил Элпидиндың цензура купюраларыһыҙ Женева баҫмаһы. 1901
 
Лев Толстойҙың 1987 йылғы әҫәрҙәре йыйынтығының төптәре

1886 йылда Лев Николаевичтың ҡатыны беренсе тапҡыр яҙыусының әҫәрҙәре йыйынтығын баҫтырып сығарыуға өлгәшә.Толстойҙың 90 томлыҡ әҫәрҙәре йыйынтығының баҫмаһы (1928—58) әҙәби фән өсөн әһәмиәтле була, ул яңы күп художестволы текстар, хаттар һәм яҙыусының көндәлектәрен үҙ эсенә ала. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының А. М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты яҙыусының 100 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырып сығарыуға әҙерләй (120 китап).

Бынан тыш һәм һуңынан уның әҫәрҙәр йыйынтығы бер нисә тапҡыр нәшер ителә:

  • 1951—1953 йылдарҙа «14 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Гослитиздат),
  • 1958—1959 йылдарҙа «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Гослитиздат),
  • 1960—1965 йылдарҙа «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Худ. литература),
  • 1972 йылда «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Худ. литература), 1978—1985 йылдарҙа «22 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы (20 китап)» (М.: Худ. литература),
  • 1980 йылда «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Современник),
  • 1987 йылда «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Правда), — 1 500 000 дана менән[К 2].

Әҫәрҙәре тәржемәһе

үҙгәртергә

Рәсәй империяһы ваҡытында Октябрь революцияһына тиклем 30 йыл дауамында Толстойҙың 10 миллион дана китабы 10 телдә баҫылып сыға. 1918—1986 йылдарҙа СССР-ҙа Лев Толстойҙың 436,261 дана китабы 114 телдә 3199 дөйөм тираж менән нәшер ителә, был уны СССР-ҙа иң уҡыла торған яҙыусы итә. Толстой әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын ҡытай теленә тәржемә итеү Цао Ин тарафынан башҡарыла, уның өҫтөндә ул 20 йыл эшләй.

Донъяға танылыуы. Хәтер

үҙгәртергә

Рәсәй территорияһында Лев Толстойҙың тормошо һәм ижадына арналған дүрт музей булдырылған. Ясная Поляна усадьбаһы музей-ҡурсаулыҡҡа әүерелә һәм уның филиалы Никольское-Вяземское ауылында музей-усадьбаһы бар. Владимир Ильич Ленин күрһәтмәһе буйынса мемориаль музейға әйләнгән Мәскәүҙәге йорт-усадьбаһы (Лев Толстой урамы, 21) дәүләт һағы аҫтына алынған. Мәскәү- Курск-Донбасс тимер юлы станцияһындағы (хәҙер Көньяк-көнсығыш тимер юлының Лев Толстой станцияһы) Астаповолағы (яҙыусы шунда вафат була) йорт шулай уҡ музейға әүерелә. Толстойҙың иң эре музейы, шулай уҡ яҙыусының тормошон һәм ижадын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса үҙәк Мәскәүҙә Дәүләт музейы булып һанала. (Пречистенка урамы, № 11/8 һанлы йорт). Рәсәйҙә яҙыусының исемен бик күп мәктәптәр, клубтар, китапханалар һәм башҡа мәҙәни учреждениелар йөрөтә. Уның исемен Липецк өлкәһенең район үҙәге һәм тимер юл станцияһы (элекке Астапово), Калуга өлкәһенең районы һәм район үҙәге; Грозный өлкәһе ҡасабаһы (элекке Иҫке Йорт), унда ул йәш сағында була) атала. Рәсәй ҡалаларының күп урамдары һәм майҙандары Лев Толстойҙың исемен йөрөтә. Рәсәйҙә һәм донъяның төрлө ҡалаларында яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған. Лев Николаевич Толстойҙың һәйкәле Мәскәү, Тула (Тула губернаһында тыуған), Пятигорск, Ырымбур ҡалаларында бар[86].

  • 1912 йылда йәш режиссёр Яков Протазанов Лев Николаевичтың ғүмеренең һуңғы осорон раҫлаусы мотивтарға таянып, 30 минутлыҡ «Уход великого старца» тауышһыҙ фильмын төшөрә. Фильм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә күрһәтелә.
  • Лев Толстой һәм уның ғаиләһенә арналған Сергей Герасимовтың «Лев Толстой» исемле совет тулы метражлы нәфис фильмы.

Совет телефильмы «Берег его жизни» (1985)

  • Рәсәй сериалы «Прощайте, доктор Чехов!» (2007), Толстой ролен Александр Пашутин башҡара.
  • Америка режиссёры Майкл Хоффмандың 2009 йылғы «Последнее воскресение» фильмында Лев Толстой ролен канадалы Кристофер Пламмер башҡара, был эше өсөн ул «Оскар» премияһының «Икенсе пландағы иң һәйбәт ир-аттар роле» номинацияһына лайыҡ була.
  • «О чём ещё говорят мужчины» (2011) фильмында Лев Толстойҙың эпизодик ролен Владимир Меньшов башҡара.
  • «Поклонница» (2012) фильмында яҙыусы ролен Иван Краско башҡара[87].
  • «Дуэль. Пушкинъ — Лермонтовъ» (2014) фильмында йәш Толстой ролендә — Владимир Балашов.
  • Режимссер Рене Ференың 2015 йылғы комедиялы фильмында «Антон Чехов — 1890» Лев Толстойҙы Фредерик Пьерро уйнай

Ижадының әһәмиәте һәм йоғонтоһо

үҙгәртергә

Лев Толстой Европа гуманизмы эволюцияһына, донъя әҙәбиәтенең реалистик традициялары үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Уның йоғонтоһо Францияла Ромен Роллан, Франсуа Мориака һәм Роже Мартен дю Гара ижадында, АҠШ-та Эрнест Хемингуэй һәм Томас Вулф, инглиз яҙыусылары Джон Голсуорси һәм Бернард Шоу, Германияла Томас Манн һәм Анна Зегерс, Швецияла Август Стриндберг һәм Артур Лундквист, Австрияла Райнер Рильке, Польшала Элиза Ожешко, Болеслав Пруско, Чехословакияла Мария Пуйманова, Ҡытайҙа Лао Шэ, Японияла Токутоми Рок ижадтарында һиҙелә. Өҫтәүенә, уларҙың һәр береһе был йоғонтоно үҙенсә кисерә[51].

Көнбайыш гуманист яҙыусылары Ромен Роллан, Анатоль Франс, Бернард Шоу, ағалы-ҡустылы Генрих һәм Томас Манндарҙың аңына Толстойҙың тәнҡитсел донъяға ҡарашы уның публицистикаһы һәм фәлсәфәүи хеҙмәттәре аша ғына түгел, шулай уҡ уның художестволы әҫәрҙәре аша ла үтеп инә. Толстойҙың донъяға ҡарашының эстетик идеялары Ромен Ролландың «Народный театр» китабында, Бернард Шоу менән Болеслав Прустың мәҡәләләре («Нимә ул сәнғәт?» мәҡәләһе) һәм Фрэнк Морристың «Ответственность романиста» китабында сағыла, бында автор бер нисә тапҡыр Толстойға һылтанма яһай[88].

Яҙыусылар, аҡыл эйәләре, дини эшмәкәрҙәр Толстой тураһында

үҙгәртергә
  • Француз яҙыусыһы һәм Француз академияһы ағзаһы Андре Моруа Лев Толстойҙы бөтә мәҙәниәт тарихында өс бөйөк яҙыусының береһе (Шекспир һәм Бальзак менән бер рәттән) тип раҫлай[35].
  • Немец яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты Томас Манн донъя Толстойҙыҡы һымаҡ эпик һәм гомерик башланғысы көслө булған рәссамды әле күргәне юҡ, уның әҫәрҙәрендә эпос стихияһы һәм ҡаҡшамаҫ реализм йәшәй тип билдәләй[89].
  • Һинд философы һәм сәйәси эшмәкәр Махатма Ганди Толстойҙы үҙ ваҡытының иң ғәҙел кешеһе, бер ҡасан да дөрөҫлөктө йәшерергә, үтә матурлап күрһәтергә маташмай, хәҡиҡәт өсөн дин һәм аҡһөйәктәр власынан ҡурҡмай, өгөт-нәсихәттәрен эш менән нығытып, теләһә ҡайһы ауырлыҡтарға бара тип әйтә[90].
  • Толстой поэманан тыш һүрәтләнәсәк ысынбарлыҡты (тарихи һәм ағымдағы) иң бәләкәй дөрөҫлөгөнә тиклем белә, тип әйтә 1876 йылда рус яҙыусыһы һәм аҡыл эйәһе Федор Достоевский[91].
  • Рус яҙыусыһы һәм тәнҡитсеһе Дмитрий Мережковский Толстой тураһында былай тип яҙа: «Уның йөҙө —кешелектең йөҙө. Әгәр икенсе донъяла йәшәүселәр беҙҙең донъянан һеҙ кем? тип һораһалар—кешелек Толстойға күрһәтеп: бына мин», -тиер ине[89].
  • Рус шағиры Александр Блок Толстойҙы былай тип баһалай: «Толстой —хәҙерге заман Европаһының бөйөк һәм берҙән-бер генийы, Рәсәйҙең иң ҙур ғорурлығы, исеме генә —хуш еҫ, ул сафлыҡтың һәм изгелектең яҙыусыһы»[89].
  • Рус яҙыусыһы Владимир Набоков ингизсә «Рус әҙәбиәте буйынса лекцияларында» Толстой тураһында былай тип яҙа: «Толстой — тиңе булмаған рус прозаигы. Бер яҡ ситтә алдан булған Пушкинды һәм Лермонтовты ҡалдырып, бөтә бөйөк рус яҙыусыларын ошондай эҙмә-эҙлектә теҙергә була: беренсе —Толстой, икенсе—Гоголь, өсөнсө—Чехов, дүртенсе—Тургенев»[92].
  • Рус дини философы һәм яҙыусы Василий Розанов Толстой тураһында: «Толстой — тик әҙәбиәтсе, әммә пәйғәмбәр, әүлиә түгел һәм шуға күрә уның тәғлимәте береһен дә ҡанатландырмай»[89].
  • Толстой әлеге көнгә тиклем намыҫ тауышы һәм әхлаҡи принциптарға ярашлы йәшәйем тип үҙенә ныҡ ышанған кешеләрҙе фашлай, тип билдәләй билдәле дин белгесе Александр Минь[89].

Портреттар галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. BeWeB
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #11864291X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. http://www.tandfonline.com/doi/pdf/10.1080/00905999708408490
  5. http://www.tandfonline.com/doi/pdf/10.1080/13507486.2011.574682
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  7. Л. Н. История моего детства (урыҫ) // Современник / под ред. А. С. Пушкин, П. А. Плетнёв, А. А. Краевский, В. Ф. Одоевский, П. А. ВяземскийСПб.: Иван Иванович Панаев, Николай Алексеевич Некрасов, 1852. — Т. XXXI, вып. 9. — С. 5—104.
  8. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  9. 9,0 9,1 Morson G. S., Bell A. Leo Tolstoy / Russian writer / Arts & Culture > Literature > Novels & Short Stories > Novelists > L-Z / Also known as: Count Lev Nikolayevich Tolstoy, Leo Tolstoi // Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  10. 10,0 10,1 Венгеров С. Толстой, Лев Николаевич (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1901. — Т. XXXIII. — С. 448—457.
  11. Толстой Лев Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  12. 12,0 12,1 Лакшин В. Я. Толстой Л. Н. // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 7.
  13. Толстой Лев Николаевич // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
  14. http://www.biography.com/people/leo-tolstoy-9508518
  15. Archivio Storico Ricordi — 1808.
  16. Родовод (билдәһеҙ) — 2005.
  17. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  19. Anna Karenina by Leo Tolstoy
  20. https://data.performing-arts.ch/a/ecf64a41-eea4-4965-be0b-da271c8db763 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  21. «Is Tolstoy the greatest writer of all time?» The Guardian (London). January 6, 2010.
  22. 22,00 22,01 22,02 22,03 22,04 22,05 22,06 22,07 22,08 22,09 22,10 22,11 22,12 22,13 22,14 22,15 22,16 22,17 22,18 22,19 Венгеров С. А. Толстой, Лев Николаевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  23. Эйхенбаум Б. М., 1969, с. 92
  24. Бирюков П. Н., 2000, Глава 6. Юность
  25. ЛМ, 1978, Том 1. Материалы к биографии Л. Н. Толстого и сведения о семействе Толстых и преимущественно гр. Льва Николаевича Толстого, с. 34
  26. Эйхенбаум Б. М., 1969, с. 97
  27. Алексеева Г., Пешкова М. Лев Толстой. Американские диалоги. Эхо Москвы (19 сентябрь 2010). Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  28. Краткий биографический очерк, написанный со слов графа Л. Н. Толстого его женой гр. С. А. Толстой 25 октября 1878 года. — 1910. — С. 510.
  29. Гусев Н. Н. 1828 — 1855, 1954, Глава шестая. От выхода из университета до отъезда на Кавказ (1847—1851) VII, с. 251—253
  30. 30,0 30,1 Эйхенбаум Б. М., 1969
  31. Биографический словарь. Толстой Лев Николаевич. Slovarus.ru. Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  32. Эйгес Иосиф Романович. Воззрение Толстого на музыку. — С. 242—245. — 308 с.
  33. Отец Сергий. 2015 йыл 22 ноябрь архивланған.
  34. Толстой С. М., 1990, Глава VIII. Николай Николаевич Толстой, с. 166—169
  35. 35,0 35,1 Калюжная Л. С. Лев Николаевич Толстой (1828—1910). Великие писатели. Дата обращения: 3 май 2013. Архивировано 3 май 2013 года.
  36. Бурнашева Н. И., 2002
  37. Кузнецов А. А., Чепурнов Н. И. Награды Крымской войны 1853–1856 гг. // Наградная медаль. В 2-х томах. — М.: Патриот, 1992. — Т. 1 (1701—1917). — ISBN 5-7030-0452-7.
  38. Толстовские героини и непреодолимые «границы» // Лев Толстой. Сквозь рубежи и межи / Под редакцией Т. Накамура. — Саппоро: Slavic Research Center, Hokkaido University, 2011. — С. 5. — 88 с.
  39. Фет А.А. XII // Мои воспоминания 1848—1889. — М.: Правда, 1983.
  40. Сегалин Г.В. 3. Приступы патологического изменения настроения. Приступы депрессии // Эвропатология личности и творчества Льва Толстого. — 1930.
  41. 41,0 41,1 Ерофеев В.В. Заволжская жизнь Льва Толстого. портал «Самарская губерния: история и культура». Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  42. Шкловский В. Б. Лев Толстой. — М.: Мол. гвардия, 1963. — 864 с. — («Жизнь замечательных людей»).
  43. Педагогика общеобразовательной школы. Ясная Поляна. Издательство "Просвещение". Дата обращения: 9 июль 2013. Архивировано 10 июль 2013 года. 2015 йыл 25 сентябрь архивланған.
  44. Гусев Н. Н. 1869 — 1881, 1963, Глава вторая. «Азбука» (1871—1872), с. 57—58
  45. Каменев А.И. Мысли М.И.Драгомирова о долге, чести и доблести русского офицера / Записи из тетради 1891—1895 гг. Правда Драгомирова И "кривда" Толстого (31 ғинуар 2013). Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  46. 46,0 46,1 Фомичёв А.В., Сергеенкова Е. Г., Максимова А. А., Орлова Е. В. Педагогическая деятельность Л.Н. Толстого. История отечественного образования. Московская школа: от цифирной до цифровой. Методический центр Северного учебного округа Департамента образования города Москвы (2011). Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  47. Собр. соч., 22 т., 1978—1985, Том XVIII. Письма, с. 572
  48. Гусев Н. Н. 1855 — 1869, 1957, Глава двенадцатая. Л. Н. Толстой в 1863—1869 годах. XIV, с. 658—663
  49. Опульская Л. Д. Роман-эпопея Л. Н. Толстого «Война и мир»: Кн. для учителя. — М.: Просвещение, 1987. — С. 16—17. — 176 с.
  50. Гусев Н. Н. 1855 — 1869, 1957, Глава двенадцатая. Л. Н. Толстой в 1863—1869 годах. XVIII, с. 676—678
  51. 51,0 51,1 51,2 51,3 51,4 БСЭ, 1977
  52. Соколов Ю. М. Лев Толстой и сказитель Щеголёнок // Л. Н. Толстой: К 120-летию со дня рождения. (1828—1948) / Коммент. и ред. Н. Н. Гусева. — М.: Гос. лит. музей, 1948. — Т. II. — С. 200—207. — (Летописи Государственного литературного музея; Кн. 12)
  53. Собр. соч., 22 т., 1978—1985, Том XVI. «О переписи в Москве», с. 424—425
  54. Собр. соч., 22 т., 1978—1985, Том XVI. «О переписи в Москве», с. 97—104
  55. Собр. соч., 22 т., 1978—1985, Том XVI. «Так что же нам делать?», с. 176
  56. Васькин А. А. Московские адреса Льва Толстого. — М.: Спутник+, 2012. — ISBN 978-5-9973-1700-3.
  57. Дом Болконских на Воздвиженке, 9. Воздвиженка. Достопримечательности Москвы. Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  58. К. Н. Леонтьев (старец Климент) — письмо священнику И. И. Фуделю от 28 февраля 1890 г. Оптина Пустынь
  59. Минор Шломо Залман — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  60. Блок А. А. Солнце над Россией (Восьмидесятилетие Льва Николаевича Толстого) // Л. Н. Толстой в русской критике: Сборник статей. — 2-е, доп.. — М.: Гос. изд-во худож. лит., 1952. — С. 358.
  61. Зверев А. М., Туниманов В. А. Часть третья. Переворот. Голод // Лев Толстой. — М.: «Молодая гвардия», 2006. — С. 140. — 816 с. — ISBN 5-235-02912-7.
  62. «Царство Божие внутри вас…»
  63. ПСС, 90 т., 1928—1958, Серия вторая. Дневник, записные книжки и отдельные записи 1907—1908. Т. 56, с. 162
  64. Гусев Н.Н. Два года с Л. Н. Толстым. — М.: «Художественная литература», 1973. — С. 273. — 462 с. — (Серия литературных мемуаров).
  65. Бирюков П. Н., 2000, Глава 15
  66. Набоков В. В. Лекции по русской литературе / переводчик: И. Н. Толстой. — 1981. — 440 с. — 7000 экз. — ISBN 5-86712-025-2. // — Лекция была прочитана на Празднике Искусств в Корнеллском университете 10 апреля 1958 года. Стр. 215—216.
  67. Бартов А.А. И. С. Тургенев, Л. Н. Толстой и маркиз Астольф де Кюстин / Лев Николаевич Толстой — в сторону славянофилов // Нева : журнал. — СПб., 2008. — № 10.
  68. Бирюков П. И. Часть 1 // Биография Л. Н. Толстого. — М.: Директ-Медиа, 2014. — Т. 1. — С. 80. — 206 с. — ISBN 978-5-4460-9711-1.
  69. Толстой Л. Н. Ответ Синоду (4 апрель 1901). Архивировано 11 май 2013 года.
  70. Толстой Л. Н. Исповедь, глава XVI.
  71. Шуляк С. «Богоискательство» и богоборчество Л. Н. Толстого. http://hram-troicy.prihod.ru. Дата обращения: 30 сентябрь 2017.
  72. Собр. соч., 22 т., 1978—1985, Том XV, с. 388
  73. Толстой Л. Н. Ответ Синоду (4 апрель 1901). Дата обращения: 31 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  74. Шифман А. И., 1978, Глава VIII, с. 41
  75. Шифман А. И., 1978, Глава VIII, с. 42
  76. Петров Г. И. Болезнь и смерть Толстого // Отлучение Льва Толстого / Под ред. В. Ф. Реута. — М.: Знание, 1964. — 128 с. — 75 000 экз.
  77. Маковицкий Д. П., 1979—1981, Т. 90, кн. 4, с. 430
  78. Шифман А. И., 1978, Глава 4. Уход и смерть Л. Н. Толстого, с. 156
  79. Никелл У. Смерть Толстого и жанр публичных похорон в России. Дата обращения: 3 май 2013. Архивировано 7 май 2013 года.
  80. «Правительственный вестник», 1910, № 242, от 9 ноября
  81. Лифшиц Г. М., 1961, Том 2, с. 324
  82. 83,0 83,1 Маартен М. Проблема семьи в творчестве Л. Н. Толстого, 1850—1870-е гг.. — М.: МГУ, 2000. — С. 211.
  83. 84,0 84,1 Жданов, Зайденшур, 1961, с. 437—438
  84. Смирнов-Сокольский Н.П. Ещё о прижизненных изданиях (1983). Дата обращения: 3 май 2013. Архивировано 3 май 2013 года.
  85. Виды г. Оренбурга. Министерство культуры и внешних связей Оренбургской области. Дата обращения: 13 апрель 2012. Архивировано 17 апрель 2013 года. 2014 йыл 11 сентябрь архивланған.
  86. Цулая, Дарико Кинопоиск. Известные писатели в кино: Самые яркие образы (8 октябрь 2012). Дата обращения: 2 март 2014.
  87. Мотылёва, 1961
  88. 89,0 89,1 89,2 89,3 89,4 «Всё о нём». Современники писателя. Толстой.ru. Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2009 йыл 27 декабрь архивланған.
  89. Ганди М. Мой Толстой (выдержка из речи М. Ганди в связи со столетием со дня рождения Л. Н. Толстого, заимствованная из сборника его работ и высказываний, вышедшего в Индии под названием «Все люди — братья» (на английском языке) в 1960 году) (1960). Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2013 йыл 15 ғинуар архивланған.
  90. Достоевский Ф. М. Полн. собр. соч.: В 30 т. — Л.: Наука, 1976. — т. 17. — с. 142—143.
  91. Набоков В. В. Лекции по русской литературе. — М., 2001.
  1. Сам Толстой впоследствии был убеждён, что его рассказ читал Николай I, но Николай I умер 18 февраля 1855 года, а рассказ был напечатан в июньском номере «Современника» за 1855 год. Однако Толстой допускал, что Николай мог читать рассказ в рукописи. Биограф писателя П. И. Бирюков в 1905—1906 годах, обращаясь к Толстому, писал: «Хочется раз навсегда решить вопрос о том, читал ли Николай I Ваши „Севастопольские рассказы“; я склонен думать, что нет…»Бурнашева Н. И. Комментарии. Севастополь в декабре месяце // Толстой Л. Н. Полное собрание сочинений: В 100 т. — Художественные произведения: В 18 т. — М.: Наука, 2002. — Т. II. — С. 393—394. — 567 с.
  2. Согласно выходным сведениям.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Толстой Лев Николаевич

Китаптар

үҙгәртергә
Яҙыусыларҙың китаптары
Әҙәбиәт белгестәренең хеҙмәттәре
Толстойсыларҙың эштәре
Анархик һәм марксистик тәнҡит
  • Пётр Алексеевич Кропоткин] Моральный выбор Л. Н. Толстого // Кропоткин П. А. Этика: Избранные труды. — М.: Политиздат, 1991. — С. 317—330.
  • Ленин В. И.: ПСС.
  • Толстой Л. Н. // Литературная энциклопедия / Под ред. А. В. Луначарского. — М. : Гослитиздат, 1939. — Т. XI. — 824 с.
Тематик күҙәтеү һәм мемуарҙар
  • Русское православие: вехи истории / Науч. ред. А. И. Клибанов. — М., 1989. — С. 433—434.
  • Толстой С. М. «Толстой и Толстые». Очерки из истории рода = „Tolstoï et les Tolstoï“. Essais de histoire de la famille / Пер. с фр. Н. И. Азаровой. — М. : Сов. Россия, 1990. — 228 с.
  • Л. Н. Толстой в воспоминаниях современников : в 2 т / Ред. С. А. Макашин; сост., подгот. текста и комм. Г. В. Краснова и Н. М. Фортунатова. — М. : Худ. лит, 1978. — Т. 1—2. — 623 + 672 с. — (Лит. мемуары).
  • Лев Толстой в Иерусалиме: Материалы международной научной конференции «Лев Толстой: После юбилея» / Сост. Е. Д. Толстая. — М.: Новое литературное обозрение, 2013. — 432 с., ил. — (Научная библиотека). 1500 экз., ISBN 978-5-4448-0111-6

Мәҡәләләр

үҙгәртергә

Академик тикшеренеүҙәр

үҙгәртергә

Тәнҡитселәрҙең һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең баһаламалары

үҙгәртергә