Мостафа (Ауырғазы районы)

Ауырғазы районындағы ауыл, Башҡортостан

Мостафа (рус. Мустафино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 432 кеше[1]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80205804004.

Ауыл
Мостафа
Мостафа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Батыр

Координаталар

54°04′07″ с. ш. 56°06′31″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 804 004

ОКТМО коды

80 605 404 116

Мостафа (Рәсәй)
Мостафа
Мостафа
Мостафа (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мостафа

Географик урыны

үҙгәртергә
 

Күҙйылға йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 8 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Көйәҙебаш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 23 км

1760 йылдың 14 декабрендә сотник Төрөмбәт Ырыҫҡолов етәкселегендә Меркет-Мең улусының Төрөмбәт, Дәүләт, Өнгәр, Буран ауылдарының аҫаба башҡорттары Ҡарамалы ауылынан яһаҡлы татарҙарҙан биш йорто менән Мостафа Дүсмәтовты (унан тыш мулла Ғүмәр Абдуллин, Исай Рысаев, Собханғол Мырҙаҡаев, Әҙилморат Мәмәдилиндарҙы), Ырымбур ҡалаһы Сәйет слободаһынан татар Үтәгән Бигәшевты, шулай уҡ Юрматы улусынан башҡорт Иҙелбәковты, Тамьян улусынан Ғәбделсәләм Күсәрбаевты һәм Кәлсер-Табын улусынан Яҡшыбай Рәхимҡоловты индерә. Бөтә был керҙәштәр һәр йорттан бер тапҡыр 8-шәр һум түләп күсеп ултыра, башҡаса уларҙан бер ниндәй ҙә түләү талап ителмәй. Шулай итеп, ауыл яһаҡлы татар Мостафа Дүсмәтов исеме менән атала башлай, ә икенсе исеме Ҡарамалы булып ҡала. Һуңынан Мостафа Дүсмәтов башҡалар менән бергә типтәр ҡатламына күсеп, типтәр старшинаһы булып китә. Уның улдары ла билдәле. Башҡа документта был ауылда типтәрҙәрҙең барлыҡҡа килеү ваҡыты Меркет-Мең улусы аҫабалары менән керҙәшлек килешеүе төҙөгән 1747 йыл тип күрһәтелгән. Тимәк, типтәрҙәр яһаҡлы татар һәм ерһеҙ башҡорттарға ҡарағанда иртәрәк барлыҡҡа килгән. IV рәүиз буйынса 1783 йылда типтәр ир-ат — 73, 1834 йылда 123 кеше иҫәпләнгән. 1811 йылда бында Түбәнге Новгород губернаһының Сергач өйәҙе Әхтәр ауылынан 15 яһаҡлы татар күсеп ултыра. X рәүиз буйынса 1859 йылда 33 йорт типтәрҙәр (210 ир-ат һәм 207 ҡатын-ҡыҙ) һәм 5 йорт башҡорттар (30 ир-ат һәм 33 ҡатын-ҡыҙ) була. Өҫтәүенә башҡорттар - аҫаба, ә типтәрҙәр керҙәш итеп күрһәтелгән.[2]. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда 2 мәсет, мәктәп, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 432 201 231 46,5 53,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (64 % %), башҡорттар (34 %)[4].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео 275 летие д.Мустафино Аургазинского района

Урамдары

үҙгәртергә
  • 1 Май урамы (рус. улица 1 Мая)
  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
  • Ғ.Туҡай урамы (рус. улица Г.Тукая)
  • Киров урамы (рус. улица Кирова)
  • Космонавтар урамы (рус. улица Космонавтов)
  • М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә