Горошек Павел Антонович

Горошек Павел Антонович(10 июнь 1925 йыл — 19 октябрь 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, мотоуҡсылар батальоны санитары, рядовой. 1950‑се йылдар аҙағынан — 1980‑се йылдарғаса Белорус ССР-ы Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1943)[1].

Горошек Павел Антонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 июнь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Николаевка, Покровка ауыл Советы (Фёдоровка районы), Федоровка районы
Вафат булған көнө 19 октябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Минск, Беларусь
Ерләнгән урыны Чижовское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Стәрлетамаҡ медицина колледжы
юридический факультет БГУ[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө танковые войска СССР[d] һәм Ғәскәр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Антонович Горошек (ысын фамилияһы — Горощик)[2][3]) 1925 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы) Николаевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Белорус.

Күрше Покровка ауыл мәктәбендә 7-се класты тамамлай. 1941 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡ фельдшерлыҡ мәктәбенә уҡырға инә, уның икенсе курсынан 1943 йылда Башҡорт АССР-ы Федоровка районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла һәм Стәрлетамаҡта эвакуацияла урынлашҡан Рига пехота училищеһының пулемётсылар курсына уҡырға юнәлтелә.

Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта рядовой П. А. Горошек 1943 йылдың сентябрь айынан Воронеж фронтында 3-сө гвардия танк армияһының 9-сы механизацияланған корпусы 69-сы механизацияланған бригадаһының 1-се мотоуҡсылар батальоны составында пулемёт расчеты командиры вазифаһында була (1943 йылдың 20 октябрендә — 1-се Украина фроны). Днепр өсөн һуғышта ҡатнаша. 1943 йылдың 22 сентябрендә 69-сы бригаданың алғы частәре Днепрға сыға һәм ҡул аҫты саралар менән Украина ССР-ы Черкассы өлкәһенең Канев районы Зарубинцы[4] ауылы эргәһендә йылғаны аша сыға. Алғы төркөмдә рядовой Горошек та була. Иртәнге сәғәт етегә Днепрҙы бөтә 1-се мотоуҡсылар батальоны аша сыға. Немецтар яуға пехотаһының күп өлөшөн, танк һәм авиацияһын ташлап, плацдармды юҡ итергә тырыша. Әммә киске сәғәт етегә дошмандың бөтә атакалары ла кире ҡағыла. Һуғыш барышында батальондың санинструкторы ауыр яралана. Павел Антонович плацдармда берҙән-бер медик булып ҡала һәм санитар итеп күсерелә. Алты сәғәт барған хәрби хәрәкәттә рядовой Горошек 26 яугиргә ярҙам күрһәтә, атыш зонаһынан ҡорал менән 32 яралы һалдатты сығара. Һуғыш барышында 9 немец һалдатын юҡ итеп, хәл талап иткәндә ҡулына автомат ала.

 
Минск ҡалаһының Чижов зыяратында Горошектың ҡәбере.

Павел Антонович артабан Букрин плацдармында һәм Григоровка, Кесе Букрин ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың октябрендә 69-сы механизацияланған бригада йәшерен Лютеж плацдармына күсерелә һәм Киев һөжүм операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың 17 ноябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән ҡыҙылармеец Павел Горошекҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Батальондың хәрби табибы талабы буйынса П. А. Горошек санитар булып ҡала. Был вазифала ул Киев ҡурғалау операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың декабрь аҙағында Павел Антоновичты Һарытау танк училищеһына уҡырға ебәрәләр, уны ул 1945 йылда тамамлай.

Һуғыштан һуң кесе лейтенант П. А. Горошек тағы бер йыл бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. 1946 йыл ул запасҡа китә. Минск ҡалаһында йәшәй. 1951 йылда Белорус дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Белорус ССР-ының дәүләт контроле министрлығында, аҙаҡ Белоруссияның Дәүләт именлеге комитетында эшләй. Пенсияға сығыр алдынан П. А. Горошек БССР-ҙың юстиция министры вазифаһын биләй. Павел Антонович 1994 йылдың 19 октябрендә вафат була. Беларусь Республикаһы Минск ҡалаһының Чижов зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройы П. А. Горошек хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина училищеһы бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Советтар Союзы Геройы П. А. Горошектың исеме Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһында Еңеү паркының мемориалында мәңгеләштерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. На момент присвоения звания Героя Советского Союза — красноармеец
  2. Биография П.А. Горошека в собрании биографий. Архивировано 29 июнь 2012 года. 2012 йыл 22 март архивланған.
  3. Представление к ордену Красной Звезды. ЦАМО ф. 33, оп. 686044, д. 1108. Архивировано 29 июнь 2012 года.
  4. Ныне затоплено Каневским водохранилищем.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 67, л. 1)
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 69/11, л. 1/490, 491)
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Кузьмин М.К. Медики – Герои Советского Союза. 2-е изд., испр. и доп. — М, 1970. — С. 204—207. — 224 с.
  • Сатрапинский Ф. В. Военные медики – Герои Советского Союза / отв. ред. Е. Ф. Селиванов. — Л: Военно-медицинский музей МО СССР, 1975. — С. 54. — 103 с.
  • Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза: в 5 кн. / сост.: А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башкнигоиздат, 1968. — Т. 3. — С. 452. — 496 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә