Ҡотлогилдин Мырҙабай Мырҙагилде улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Ҡотлогилдин Мырҙабай Мырҙагилде улы (10 июнь 1918 йыл10 июль 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының айырым элемтә эскадроны телефонисы, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Ҡотлогилдин Мырҙабай Мырҙагилде улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 10 июнь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Хөсәйен, Ҡаҙырғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 10 июль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Хөсәйен, Ҡаҙырғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө Элемтәсе ауылы
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мырҙабай Мырҙагилде улы Ҡотлогилдин 1918 йылдың 10 июнендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1916 йылдың 3 сентябрендә) Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы) Хөсәйен ауылында тыуған.

  • 1939 йылда Дәүләкән комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Тәүҙә пулемётсы, һуңыраҡ 21-се айырым химик һаҡлау взводының отделение командиры, 15-се айырым элемтә гвардия эскадроны телефонисы булып хеҙмәт итә.
  • 1946 йылда демоблизацияланғандан һуң Дәүләкән районы «Өршәк» колхозында эшләй[1]

Батырлығы

үҙгәртергә

Гвардия сержанты Ҡотлогилдин Мырҙабай Берлин йүнәлешендә һөжүм итеүсе полк штабы менән дивизияның авангард полк штабы араһында телефон элемтәһен өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Дошмандың көслө ут аҫтында оператив элемтә линияһында булған зыянды бөтөрә. Арыу-талыу белмәй, ялһыҙ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, дивизия штабын һөжүм итеүсе ғәскәр менән етәкселек итеүҙә булышлыҡ итә. Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә