Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы
Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы (10 июнь 1952 йыл — 14 май 1996 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 июнь 1952 |
Тыуған урыны |
Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Күсей ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 14 май 1996 (43 йәш) |
Вафат булған урыны | Баймаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | балетмейстер, бейеүсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЙәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙин 1952 йылдың 10 июнендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Күсей ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Ғаиләләге 13 баланың унынсыһы — Йәүҙәт. Ауыл мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, бер аҙ совхоз бүлексәһендә малсылыҡта эшләп ала[1]. Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыған саҡта бейеү түңәрәгенә йөрөй, спорт менән дә етди шөғөлләнә[2]. Бейеү буйынса район конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулай[1]. Совет Армияһында хеҙмәт иткән саҡта дивизия ансамблендә бейей[3].
Башҡортостан республика мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлай (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 1971; педагогтары К. С. Цыганкова, В. А. Цыпляков). 1973—1974 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1977 йылдан алып Башҡорт филармонияһының балет артисы. 1979 йылда Бәхти Ғайсиндың эстрада коллективында эшләй башлай. Тап ошо арауыҡта күренекле башҡорт бейеүсеһе һәм хореографы Йәнғәле Вәхитов Йәүҙәт өсөн «Ҡара тауыҡ» бейеүен һала[2]. Германияла гастролдәрҙә булған саҡта ошо бейеү өсөн президенттың ҡатыны Йәүҙәт Бикбирҙинға магнитофон бүләк итә[1].
1985 йылдан — Сибай ҡалаһындағы Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайының халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 1989 йылдан — Баймаҡ район мәҙәниәт һарайы методисы, артабан, 1993 йылдан — «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Бейеү ансамблендә ең һыҙғанып эшкә тотона. Яңы тарихи — хореографик бейеүҙәр һала. Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеп, тарихи образдар, миниатюралар тыуҙыра. Башҡорттарҙың булмышын, рухын һәм тәбиғәтен сағылдырған бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай, «Ирәндек» бейеү ансамбленың данын күтәрә, бөтә донъяға таныта.
Йәүҙәт Бикбирҙин ижад иткән бейеүҙәр
«Каруанһарай», «Маршрут», «Перовский», «Иғзаҡов», «Ҡайтыу», «Ҡара юрға», «Сонайым», «Байыҡ» (төрлө варианттары: «Түңгәүер Байығы», «Үҫәргән Байығы», «Тамъян Байығы», «Ҡыҙҙар Байығы», «Атайым Байығы», «Ушан Байығы», «Кинйә», «Тамъян Байығы», «Атайым Байығы» һәм башҡалар), "Юлғотло һунарсы, «Бейеш ҡараҡ», «Ҡараһаҡал», «Ҡаһым түрә», «Төйәләҫ буйында», «Кәкүк», «Һуңғы хат», «Әмин һәтәүе», «Бөрйән яугирҙары», «Урал аша» һәм башҡалар[2].
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән «Байыҡ» республика конкурсында ла Йәүҙәт Бикбирҙиндың бейеүҙәре йыш сәхнәгә сыға. Ошондай исемле тәүге бейеү конкурсы 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында ойошторола, Йәүҙәт Бикбирҙиндың бихисап бейеүҙәре конкурста тәүге тапҡыр балҡый.
Йәүҙәт Бикбирҙин Рәсәй, Германия, Швейцария, Италия, Франция, Бельгия, Һиндостанда гастролдәрҙә булған.
1996 йылдың 14 майында Баймаҡ ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һә башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
- Республиканың иң яҡшы хореографы[2].
Хәтер
үҙгәртергә- Баймаҡ район үҙәк мәҙәниәт йортонда, Күсей мәҙәниәт йортонда Йәүҙәт Бикбирҙин хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйыла.
- Күсейҙә ауыл урамы уның исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Бейеү сәхнәһенең ҡабатланмаҫ йондоҙо 2018 йыл 14 август архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- БИКБИРҘИН Йәүҙәт Зәйнулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Өҙә баҫа баймаҡтар!(недоступная ссылка)
- Бейеү сәхнәһенең ҡабатланмаҫ йондоҙо 2018 йыл 14 август архивланған.
- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Икенсе баҫма. Баймаҡ: Биләмә -ара үҙәк китапхана, 2011.71бит.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Баймаҡ, 2003. 14бит.
- Сказание о земле Баймакской. Уфа: «Слово», 1998. 197стр.
- "Һаҡмар" гәзите. Г.Иҫәнгилдина " Йәүҙәт Бикбирҙин", 2023 йыл 28 апрель.
- Баймакская энциклопедия. Уфа: «Баймакская энциклопедия»,2013. 145 стр.