Әминев Тельман Ғәзиз улы

Ғалим, профессор

Әминев Тельман Ғәзиз улы (рус. Аминов Тельман Газизович, 20 ғинуар 1936 йыл — 6 ғинуар 2021 йыл) — ғалим-химик. 1975 йылдан СССР, артабан Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы[1][2].

Әминев Тельман Ғәзиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Малаяҙ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 ғинуар 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим
Ғилми дәрәжә профессор[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Тельман Ғәзиз улы Әминев 1936 йылдың 20 ғинуарында Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған. Әсәһе — Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева. Атаһы — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғәзиз Әминев.

1953 йылда Өфө ҡалаһының 10-сы урта мәктәбен алтын миҙал менән тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт университетының химия факультетынаына уҡырға инә, шунда уҡ аспирантура тамамлай.

Мәскәү физика-техник институтында хеҙмәт юлын башлай.

1966 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында «Уран һәм плутонийҙың ҡайһы бер ҡушылмаларының магнитҡа һиҙгерлеге» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

1975 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһы Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институтында эшләй, хәҙер — магнит материалдары лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре.

2002 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Курнаков исемендәге дөйөм һәм органик булмаған химия институтында (Мәскәү) «Хром халькогенидтары синтезы һәм магнит үҙенсәлектәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университетының дөйөм һәм органик булмаған химия кафедраһында ҡыҫҡа ваҡытта профессор булараҡ дәрестәр бирә (Новочеркасск политехник институты).

Тельман Әминев — ҡаты есемдең физик химияһы өлкәһендә танылған белгес. Уның фәнни эшмәкәрлеге ярымүткәргес электрониканың һәм компьютер техникаһының тиҙ үҫә торған яңы йүнәлеше — спинтрониканың физик-химик нигеҙҙәрен, ошо йүнәлештә магнит материалдары булдырыуға һәм тикшереүгә йүнәлтелгән. 2020 йылғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әлеге ваҡытта фәнни эштәренең төп йүнәлеше — электрон һәм компьютер техникаһында артабанғы прогресс менән бәйле спинтроника һәм спинтронлы материалдар өлкәһендә фәнни эҙләнеүҙәр һәм уйлап табыуҙар. Беҙҙең эштәрҙең икенсе мөһим йүнәлеше — спин быяла һәм наномагнетизм — кеше хәтере, дарыу матдәләренең организмға аныҡ төбәп йүнәлтелеүе проблемаларына ҡағыла.

Тельман Ғәзиз улы 270-тән ашыу ғилми, уҡытыу-методик эштәр һәм уйлап табыуҙар авторы. Ул — РФФИ һәм ОХНМ проекттарының етәксеһе һәм бер нисә проектында ҡатнашыусы. Уның хеҙмәттәре белешмә әҙәбиәттә һәм ғилми монографияларҙа ныҡлы урын биләй[4].

Тельман Ғәзиз улы Әминев 2021 йылдың 6 ғинуарында Мәскәүҙә вафат булды[5].

Төп ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Аминов Т. Г. Избранные работы по магнитным полупроводникам. — Москва, 2014.
  • Физикохимия магнитного полупроводника CdCr2Se4 //Известия АН СССР. Неорганические материалы. — 2003. — Т.39. — № 10. — С.1159-1176;
  • Исследование диаграмм состояния систем, включающих магнитно полупроводниковые шпинели CdCr2Se4, HgCr2Se4 и CuCr2Se4 //Магнитные полупроводники (Труды ФИАН, т.139). — М.: Наука, 1982. — С.135-149.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә