Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы

һауынсы, йәмәғәтсе

Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20 ғинуар 1942 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданины (1997).

Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө һауынсы, депутат
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ВДНХ-ның көмөш миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы орден Трудовой Славы II степени орден Трудовой Славы III степени

Биографияһы

үҙгәртергә

Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы Асҡарова 1942 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Семенкин ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1]. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Нуриман МТС-ына санитарка булып урынлаша. 1959 йылда Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылы егете Әнүәр Асҡаровҡа кейәүгә сыға. Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозында эшләй башлай. 1966 йыпдан 1998 йылға тиклем хужалыҡтың Түбәнге Уҫылы һөт фермаһында һауынсы булып, хаҡлы ялға сыға.[2].

1979 йылда СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана, Союз Советының мандат комиссияһы ағзаһы була[3].

Шулай уҡ хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы депутаты итеп тә һайлана[4]..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
  • II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1981)
  • III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975)
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • СССР ВДНХ-ның көмөш һәм алтын миҙалдары
  • «Биш йыллыҡ ударнигы» (9-сы, 10-сы һәм 11-се)
  • «Социалистик ярышта еңеүсе» (1973, 1974, 1977, 1978, 1979, 1980)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997)
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977)
  • Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданины (1997)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә