Мичков Александр Васильевич

Мичков Александр Васильевич (20 ғинуар 1958 йыл, Кирҙә ҡасабаһы, Ҡариҙел районы, БАССР) — бокс буйынса CCCР-ҙың спорт мастеры, самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.

Мичков Александр Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тренер
Уҡыу йорто Волгоград дәүләт физик культура академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры

Биографияһы үҙгәртергә

Мичков Александр Васильевичтың балалыҡ йылдары Ҡариҙел районында үтә. Кирҙә ҡасабаһында тыуа, Магинск ҡасабаһында үҫә. Бында 1960-сы йылдарҙа спорт секциялары булмай. Йәш Александр дуҫы менән ике пар иҫке боксер бирсәткәләре табып алалар, ҡағиҙәләрҙе лә, һуғыш техникаһын да белмәйенсә, спарринг үткәрә башлайҙар.

14 йәшендә Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөгә килә, унда ПТУ-ға уҡырға инә. Ошо уҡ училищела бокс секцияһы була, унда Александр инде профессиональ тренерҙар менән шөғөлләнә. 1976—1978 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә.

Александр Мичков 1983 йылда Волгоград физик культура институтын тамамлай. Ул ваҡытта юғары уҡыу йорто студенттарын яңы эш урындары буйынса бүләләр. Александрҙы Белгород өлкәһенең Иҫке Оскол ҡалаһына балалар спорт мәктәбенә бокс буйынса тренер итеп эшкә ебәрәләр. Шунда Александр Мичков әле саҡ башлаусы спортсы Владимир Воронов менән таныша, ул мәлдә уға 17 йәш кенә була.

Спорт эшмәкәрлеге, ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Спорт мәктәптәрендә тренер эшмәкәрлеге осоронда бокс һәм самбо буйынса 5 СССР спорт мастеры, 10 Рәсәй Федерацияһы спорт мастеры әҙерләй.

Бокс буйынса тренер булып тулы ҡанлы эшләй башлағас, Александр Мичков бер нисә көслө спортсылар тәрбиәләүгә ирешә. Улар араһында:

Беренсе ауыр ауырлыҡта СССР беренселеге еңеүсеһе Андрей Гаркуша, Европа чемпионы Михаил Гала, СССР кубогын яулаусы, егеттәр һәм үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселегендә өс тапҡыр еңеүсе Михаил Малинин.

Уның иң билдәле уҡыусылары — ҡатнаш бергә-бер көрәш һуғышсылары Федор Емельяненко, Александр Емельяненко.

Федор Емельяненко Мичковта 2000-се йылдарҙа шөғөлләнә башлай.

Әлеге ваҡытта Александр Мичков әүҙем тренер эшмәкәрлеген дауам итә. Владимир Воронов менән тандемда ММА Red Devil командаһының баш тренеры булып торалар. Был йылдарҙа әҙерләнгән спортсылар араһында: Михаил Заяц, Максим Гришин, Олег Захаров.

Шулай уҡ үҙе тренер эшмәкәрлеген башлаған Иҫке Осколдағы «Золотые перчатки» балалар спорт мәктәбендә балалар менән шөғөлләнергә лә өлгөрөргә тырыша.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Большое интервью

http://www.sports.ru/tags/6750251.html