Шикина (Михалкова) Людмила Васильевна

шағирә, тәржемәсе

Шикина (Михалкова) Людмила Васильевна (20 ғинуар 1932 йыл15 октябрь 2021 йыл) — шағирә, тәржемәсе. Александр Твардовский, Андрей Платонов, Сталинград премиялары лауреаты, Мәскәүҙең Алтын ҡауырһынына эйә. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1984). Рәсәй Яҙыусылар союзының Юғары ижади советы ағзаһы[1].

Шикина
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Көйөргәҙе районы
Ермолаевка
Вафат булған көнө 15 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт педагогия университеты
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Шикина (Михалкова) Людмила Васильевна 1932 йылдың 20 ғинуарында БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы Ермолаевка ҡасабаһында тыуа, бала сағы шунда үтә. 1949 йылдан алып Көйөргәҙе районының Михелёв башланғыс мәктәбендә уҡыта, һуңынан балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 1952 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй һәм 1965 йылға тиклем педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Тәүге юғары белемде 1952—1958 йылдарҙа Мәскәү дәүләт ситтән тороп уҡыу педагогия институтында ала. 1964 йылда А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай[2].

Елена Васильевна Шикина 1921 йылдың 15 октябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Әҫәрҙәре 1957 йылдан «Литературная газета», «Комсомольская правда» гәзиттәрендә, «Новый мир» һәм «Молодая гвардия» журналдарында баҫыла башлай.

Шикинаның шиғриәтенә ихласлыҡ, тематик төрлөлөк хас: хәтер һәм бөгөнгө көн, киләсәккә ышаныс, рус ҡатын-ҡыҙы яҙмышы һ.б. Шикинаның ижадында тыуған төйәк темаһы мөһим урын биләй. «Көйөргәҙе ҡайҙа аға», «Ермолаевка» шиғырҙары Шикинаның тыуған ауылына һәм уның халҡына, «Салауат» шиғыры Салауат Юлаевҡа һ.б. арналған.

«Йәй тауышы» китабына ингән төрлө йылдарҙағы шиғырҙары йөрәктән йөрәккә, нәҫелдән нәҫелгә килгән эскерһеҙлек, ныҡлы бәйләнеш менән айырылып тора. Китапта дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге Болгария, уның кешеләре һәм тәбиғәте тураһындағы шиғырҙар айырым циклды тәшкил итә. Людмила Шикина «Бөтәһенә лә кеше башланғыс» тигән китабында кешелә изге башланғыс булыуын раҫлауын дауам итә, ул кешегә Ерҙәге тәғәйенләнешен иҫтә тоторға саҡыра. Ҙур ижтимағи теманы шәхсән итә[3]. Людмила Васильевна 20-нән ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы, улар араһында «Дала ҡылғандары», «Ҡояш сәғәте», «Аҡ ҡоштар», «Бөтәһенә лә кеше башланғыс», «Ағайым минең», «Ут-юл» һәм башҡалар. Уның шиғырҙары донъя халыҡтары — болгар, немец, поляк, ҡытай, испан телдәренә тәржемә ителә[4][5].

Кәтибә Кинйәбулатова, Ғилемдар Рамаҙанов, Гөлфиә Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә