Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы

Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы (20 ғинуар 1947 йыл — 26 апрель 2009 йыл) — ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары, халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1986) кавалеры.

Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы
Тыуған көнө

20 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Исламғол ауылы, Мәләүез районы, БАССР

Вафат көнө

26 апрель 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (62 йәш)

Вафат урыны

Исламғол ауылы, Мәләүез районы

Ил

СССР, Россия

Ғилми дәрәжәһе

ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999)

Награда һәм премиялары
«Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Тормошо юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Зиннур Ғизелхаҡ улы Бикбулатов 1947 йылдың 20 ғинуарында БАССР-ҙың Мәләүез районы Исламғол ауылында тыуған.
  • 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
  • 1970 йылдан алып Мәләүез районы М. Ғафури исемендәге колхозда баш зоотехник, һыйыр малы һимертеү комплексы начальнигы булып эшләй.
  • 1980 йылдан КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары.
  • 1984 йылдан алып халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1990—1992 йылдарҙа БНИПТИЖиК өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1994—1998 йылдарҙа директоры.
  • 1992—1994 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй һуғым малсылығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәтәкре.
  • 2009 йылда Исламғол ауылында вафат була һәм тыуған ауылы зыяратында ерләнә.

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре республикала һуғым малсылығының үҫеше, һыйыр малының ит биреүсәнлеген арттырыу проблемаларына арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976; 1986).

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Производство говядины в условиях промышленного комплекса при жомовом корме. Оренбург, 1979;
  • Мясное скотоводство и перспективы развития в колхозах и совхозах Башкирской АССР. Уфа, 1990;
  • Обмен веществ у помесных и чистопородных животных. М., 1998.

Һылтанмалар үҙгәртергә