Тамъян-Ҡатай кантоны

(Тамьян-Ҡатай кантоны битенән йүнәлтелде)

Тамъян-Ҡатай кантоны (рус. Тамьян-Катайский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Тамъян-Ҡатай кантоны
Тамъян-Ҡатай кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Белорет ҡалаһы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 20 212 км²
Халҡы 119 419 кеше (1920)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Белорет ҡалаһы.

 
Тамьян-Ҡатай кантоны 1927

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Тамъян-Ҡатай кантоны ла була.

Кантон Верхнеурал һәм Троицк өйәҙҙәренең 17 улусынан тора.

ВЦИК-тың 1924 йылғы 15 декабре ҡарарына ярашлы, Тамъян-Ҡатай кантоны 8 улыс, ә ВЦИК-тың 1926 йылдың 14 июндәге декреты буйынса — 8 улыс һәм үҙаллы Ломовка ауыл Советы төҙөлә.

1922 йылдың 17 авгусында ВЦИК«Башҡорт Автономниялы Совет Республикаһының сиктәрен өҫтәмә киңәйтеү тураһында» декрет ҡабул итә,уның буйынса Тамьян-Ҡатай ерҙәре Силәбе губернияһына китергә тейеш була. Был ҡарар башҡорттарҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Тамьян-Ҡатай кантон ойошмалары Башҡортостанда ҡалыуҙы яҡлап сығыш яһай. Кантон башҡарма комитеты, РКП(б) канткомы һәм кантондың яуаплы хеҙмәткәрҙәре 1922 йылдың 26, 28 августында һәм 1 сентябрендә Тамьян-Ҡатай кантонын (Белорет ҡалаһын ҡушып) Силәбе губернияһына күсереүгә ҡаршы ҡарарҙар сығара.

1922 йылдың 2 октябрендә РКП(б) ҮК Ойоштороу бюроһы БАССР составынан Тамьян-Ҡатай кантонын сығарыуҙы туҡтатып торорға ҡарар сығара, быны Наркомнац та хуплай. Был мәсьәлә буйынса РКП(б) ҮК Ойоштороу бюроһы комиссияһы төҙөлә. 31 октябрҙә ул ВЦИК Президиумына Тамьян-Ҡатай кантонын Силәбе губернияһына биреүҙе яңынан ҡарарға тәҡдим итә. 2 ноябрҙә РКП(б) ҮК Ойоштороу бюроһы комиссияның был ҡарарын раҫлай.1922 йылдың 9 ноябрендә ВЦИК Президиумы үҙенең Тамьян-Ҡатай кантонын күсереү тураһындағы 17 августағы ҡарарының 3-сө пунктын үҙгәртергә ҡарар итә,ә Көньяҡ Уралдың башҡа сәнәғәт төбәктәре Силәбегә китә.

1923 йылдың ғинуарында Тамъян-Ҡатай кантонына ВЦИК Рәйесе М. И. Калинин килә.Ул 1921—1922 йылдарҙа Волга буйында булған аслыҡ эҙемтәләренең кантонға ҡағылыуын яҙа:

«... ауылдарҙа мал бөтөнләй юҡ, хатта бесәй менән эттәр ҙә һирәк осрай, уларҙы аслыҡ ваҡытында ашап бөтөргәндәр …»

Мәҫәлән, Үҙән улысы Хәмит ауылында аслыҡҡа тиклем 300 кеше, 80 шәхси хужалыҡ, 380 эш аты, 400 һыйыр булһа, аслыҡтан һуң 162 кеше, 48 шәхси хужалыҡ, 15 ат, 10 һыйыр ҡалған[4].

1930 йылдың 20 авгусында кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Әбйәлил, Белорет һәм Учалы административ райондары составына инә.

1926 йылдағы Бөтә Союз халыҡ иҫәбе буйынса Тамъян-Ҡатай кантонында йәшәгән[5]:

Халыҡ һаны Ир-ат Ҡатын-ҡыҙ Бергә
Бар халыҡ 55 667 63 752 119 419
Ҡала халҡы 14 090 15 878 29 968
Ауыл халҡы 41 577 47 874 89 451

1920 йылда — 119 419 кеше (1920).

 
Бәләкәй Башҡортостан 1920

География

үҙгәртергә

Майҙаны — 20 212 км² (1922). 1919 йылда төньяҡта — Златоуст районы, көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнбайышта — Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны, көнбайышта — Юрматы кантоны һәм төньяҡ-көнбайышта Көҙәй кантоны менән сиктәш була. 1922 йылда төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡта — Йылайыр кантоны, көньяҡ-көнбайышта — Стәрлетамаҡ кантоны һәм төньяҡ-көнбайышта Өфө кантоны менән сиктәш була.

Хужалығы

үҙгәртергә

Тамъян-Ҡатай кантонында иҡтисадтың төп тармаҡтары ауыл хужалығы һәм тау сәнәғәте булған.

Белорет металлургия заводы; Егәҙе, Инйәр һәм Тирлән заводтары; Белорет сөй-сым һәм кирбес заводы, Петровск быяла заводы, 4 тире-күн заводы, ағас эшкәртеү предприятиелары, тимер рудаһы һәм хром рудниктары эшләй. 1923 йылда 17 баҙар булған.

1927 йылда һөрөнтө ерҙәр 27,4 мең.га тәшкил иткән.

1926 йылда кантонда 1‑се баҫҡыс 81 мәктәп, 3 китапхана һәм 6 китап уҡыу йорттары (изба-читальня), 1925 йылда — 6 хастахана һәм 4 амбулатория булған.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Белорецкая энциклопедия, 2007. ISBN 978-5-8258-0248-0.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
  4. Голод 1921—1922 гг. в «Малой Башкирии» и его особенности
  5. По данным Всесоюзной переписи населения 1926 года по Тамьян-Катайскому кантону Башкирской АССР

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Тамьян-Катайский кантон