Сафин Фаил Ғабдулла улы

социолог

Сафин Фаил Ғабдулла улы (20 ғинуар 1959 йыл) — ғалим-социолог. 1994 йылдан Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, 1996 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Сафин Фаил Ғабдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Бик-Ҡарамалы, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө социолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фаил Ғабдулла улы Сафин 1959 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылда — монтёр, әсәһе һауынсы була.

Дәүләкән ҡалаһының беренсе урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эшләй.

  • 1977—1979 йылдарҙа Армияла хеҙмәт итә.
  • 1979 йылдан 1985 йылға тиклем Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы урта мәктәбендә уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып эшләй.
  • 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
  • 1994 йылда — Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институтының аспирантураһын тамамлай.
  • 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире (ИЭИ УНЦ РАН)

Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында Р. Г. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнополитология бүлеген етәкләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Волга-Урал регионы халыҡтарының этнотел һәм этносәйәси процестарҙы, этнодәүләт һәм этнос-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүгә арналған 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттәр яҙған. Донъяның төрлө ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара ғилми конференциялар, семинарҙар һәм симппозиумдарҙа ҡатнашыусы, [1], атап әйткәндә: Чикаго (1994), Майами (1996), Мангейм (ФРГ), Хельсинки (1999), Брюссель (2007).

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Этно—языковые процессы в Башкортостане в XX столетии. М., 2000 г.
  • Язык в технологии кадровой политики. История и современность: опыт Башкортостана, М., 2002 г.
  • Вызов этничности в тенденции проявления идентичности, СПб, 2010 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Джон һәм Катрин Мак Артур гранты лауреаты (1996)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://patriotrusrb.ru/node/428 2021 йыл 9 февраль архивланған. Пресс- служба БРО ПП «Патриоты России»

Һылтанмалар

үҙгәртергә