Пенкин Александр Александрович

хәрби хеҙмәткәр

Пенкин Александр Александрович (20 ғинуар 1942 йыл) — хәрби хеҙмәт ветераны, контр-адмирал (1989), ғалим-инженер. 1991—1997 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. 1961 йылдан КПСС ағзаһы, партияның ХХVII съезы делегаты (1986). Техник фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се һәм 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры.

Пенкин Александр Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (82 йәш)
Тыуған урыны Ахлыстин, Иҫке Надеждин ауыл Советы, Благовещен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d][2]
Хәрби звание контр-адмирал[d][1]

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Александрович Пенкин 1942 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Покров районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы) Ахлыстин ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир ғаиләһендә тыуған.

Мәктәп һәм йәшлек йылдары

үҙгәртергә

1949 йылда урындағы ете йыллыҡ мәктәптең беренсе синыфына бара һәм, 1956 йылда уны тамамлағандан һуң, уҡыуын, йәйәү йөрөп, 12 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше Надеждин ауылындағы урта мәктәптә дауам итә. Бында уны комсомолға алалар.

Үҫмер сағынан уҡ йәйге һәм көҙгә осорҙа йәштәштәре менән бергә колхозда эшләй, һигеҙенсе синыфтан һуң уҡыусылар бригадаһын етәкләй. Ошо йылдарҙың береһендә уның иҫәбенә 240 хеҙмәт көнө яҙыла, уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн 100 грамм икмәк һәм ун тин аҡса ала. 1958 йыл йомғаҡтары буйынса ҡул сәғәте менән бүләкләнә.

Үҙҙәренең «Урал» колхоз рәйесе хужалыҡ стипендиаты итеп институтҡа уҡырға ебәрергә йыйыныуҙарын әйтһә лә, 1959 йылда мәктәпте тамамлағас, Александр башта эшләп алырға, ә унан һуң агроном һөнәрен үҙләштерергә ҡарар итә һәм трактор бригадаһында үҙ аллы хеҙмәтен башлай. Тиҙҙән уны колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ВЛКСМ райкомы район биләмәләренең яртыһын тиерлек алып торған «Полянский» совхозының комсомол комитетына башҡа эштән азат булған (освобождённый) секретары итеп тәҡдим итә. 27 ауылды берләштергән хужалыҡтың йәштәр ойошмаһының 220-гә яҡын ағзаһы була. Был вазифала ике йыл уңышлы эшләй, совхоз бүлексәләре буйлап атта йөрөй. 1961 йыл уртаһында КПСС-тың район комитеты бюроһы йәштәр етәксеһен бер тауыштан партия сафына ҡабул итә

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

1961 йылдың ноябрендә Александр Пенкин Ҡара Диңгеҙ флотына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Бер аҙҙан Хәрби-Диңгеҙ Флоты авиация үҙәгенең сәйәси бүлегенә комсомол эштәре буйынса инструктор итеп тәғәйенләнә.

1963 йылда Ленинградтағы М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға ебәрелә. 1967 йылда ошо хәрби уҡыу йортон тамамлай һәм артабан хеҙмәт итеү өсөн Ҡара диңгеҙ флотының ул саҡтағы Грузия ССР-ының Поти ҡалаһында урынлашҡан хәрби-диңгеҙ базаһына йүнәлтмә ала. Бында ул сәйәси бүлек начальнигының комсомол эштәре буйынса ярҙамсыһы вазифаһына ҡуйыла. Ике йылдан һуң капитан-лейтенант Пенкин Севастополгә күсерелә. Башта Ҡара диңгеҙ флоты сәйәси идаралығының өлкән инструкторы булып хеҙмәт итә, һуңынан идаралыҡтың бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. Флот комсомолдары исеменән ВЛКСМ-дың XVI съезына делегат итеп һайлана.

1973 йылдан Александр Пенкин — ядро ҡораллы «Грозный» крейсеры[3] командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, ваҡытынан алда 3-сө ранг капитаны званиеһын ала.

Ядро ҡораллы донъялағы тәүге хәрби карап булараҡ, «Грозный» крейсеры 1961 йылдың 26 мартында һыуға төшөрөлә. 1962 йылдың майында уны КПСС-тың беренсе секретары Никита Хрущев ҡарай, ә 1965 йылдың 12 декабрендә экипаж Ерҙең беренсе космонавы Юрий Гагаринды ҡаршылай. 1967 йылда карапта СССР оборона министры Андрей Гречко була. Крейсерҙа «Письма домой», «Визит вежливости» һәм «Нейтральные воды» исемле киң билдәле совет фильмдары төшөрөлә. «Грозный» 14 хәрби рейд яһай, донъяның 20 илендә була. 1969 һәм 1973 йылдарҙа ҡанатлы ракеталар менән атыу буйынса крейсер беренсе урындар ала, СССР Хәрби Диңгеҙ Флоты Баш командующийының ошо юғары күрһәткестәр өсөн бирелгән ике призы карапта мәңгелеккә ҡалдырыла. 1972 йылда «Грозный» СССР оборона министрының «За мужество и воинскую доблесть» тигән вымпелы менән бүләкләнә. 1991 йылда был ракета крейсеры флот составынан сығарыла.

1976 йылда Александр Пенкин Ҡара диңгеҙ флотының десант кораблдәре бригадаһына сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә тағы ла ике йылдан — СССР-ҙың беренсе авиация йөрөтөүсе «Киев» ауыр крейсеры командиры урынбаҫары вазифаһын ала.

«Киев» — СССР Хәрби-Диңгеҙ Флотында Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән берҙән-бер һыу өҫтө карабы, был юғары баһаға ул 1985 йылда лайыҡ була. Крейсерҙың «Ураган-1143» ракета комплексы һәм П-500 «Базальт» маркалы 16 ҡанатлы ракетаһы һөжүм яһау өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ унда зенит-ракета һәм кәмә атакаһына ҡаршы тәғәйенләнгән ҡоралдар һәм авиаэскадрилья бар. Нәҡ ошо карап палубаһынан легендар хәрби лётчик Феоктист Матковский Як-38 самолётында тәүге тапҡыр һауаға күтәрелә. Һуңғараҡ уның улы Рәсәй Геройы полковник Игорь Матковский атаһы хеҙмәт иткән ошо 279-сы полктың командиры була.

  «Был — уникаль карап. Уның ҡеүәте 180 мең ат көсөнә тигеҙ. Крейсерҙың оҙонлоғо 280 метрға яҡын, ә бейеклеге 27 ҡатлы йорт саҡлы. Уға дөйөм һаны 36-ға еткән ҡанатлы осҡостар — Ка-25 вертолёттары һәм вертикаль йүнәлештә күтәрелә һәм ултыра алған Як-38 самолёттары һыя. Карап экипажы 1300 хәрбиҙән тороп, осоусы төркөм менән бергә 1 600—1 700 кешегә етә ине», — тип хәтерләй контр-адмирал.  

1979 йылда Александр Пенкин «Хәрби-Диңгеҙ флотында хәрби-сәйси эш» һөнәре буйынса В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай. «Киев» крейсерында өс ярым йыл хеҙмәт итә, 2-се ранг капитаны хәрби звание ала.

1981 йылдың ноябрендә ул Ҡара диңгеҙ флотының 28 караптан торған һәм 12 меңгә яҡын хәрби хеҙмәткәре булған 30-сы һыу өҫтө караптары дивизияһының сәйәси бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул биш ярым йыл хеҙмәт итә, 1-се ранг капитаны званиеһын ала. 1986 йылда КПСС-тың ХХVII съезына делегат итеп һайлана.

1986—1990 йылдарҙа Төньяҡ флоттың 30 караптан торған 7-се оператив эскадраның сәйәси бүлек начальнигы, бындағы хеҙмәт осоронда уға контр-адмирал хәрби званиеһы бирелә.

1991 йылдан Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1997 йылда хәрби хеҙмәтен тамамлай.

Запасҡа сыҡандан һуң, Александр Пенкин ғаиләһе менән Мәскәү янындағы Балашиха ҡалаһында төпләнә. Флоттың техник тарихы буйынса диссертация яҡлай, техник фәндәр кандидаты[4]. Бер-нисә китап авторы һәм авторҙашы. 20 йылға яҡын Мәскәү ҡалаһының Бөйөк Пётр исемендәге балалар диңгеҙ үҙәгендә эшләй[4], 13 йылға яҡын «Дельфин» журналын етәкләй.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тревожные дни и годы Черноморского флота России (1991—1997 гг.), М.: Парвик, 2016. — 199 с.: ил. (документаль повесть)[5][6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • 2-се дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
  • 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
  • 20 миҙал.

1964 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһының 2-се курсында уҡығанда үҙҙәренең күрше ауыл ҡыҙы Валентинаға өйләнә[7]. Ул 42 йыл уҡытыусы булып эшләй. Ҡыҙҙары Татьяна Ленинградта, улдары Александр Севастополдә тыуа, биш йыл кораблдәрҙә хеҙмәт итә, артабан Төньяҡ флот прокуратураһының бүлек етәксеһе була, полковник. Ейәнсәре Евгения — хәрби хеҙмәткәр. Ейәне Алексей — 2019 йылдан Мәскәү хәрби университеты курсанты. Ейәне Антон — контракт буйынса хәрби хеҙмәткәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  2. https://rivercollege.ru/news868.htm
  3. Сайт РКР «Грозный» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2022)
  4. 4,0 4,1 Встреча преподавателя судоводительских дисциплин Еникеева А. Г. с контр-адмиралом запаса, кандидатом технических наук Пенкиным Александром Александровичем. Уфимский филиал Федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования «Волжский государственный университет водного транспорта» (Уфимский филиал ФГБОУ ВО «ВГУВТ»), официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2022)
  5. МОРСКАЯ БИБЛИОТЕКА им. адмирала М. П. ЛАЗАРЕВА. Последние поступления (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2022)
  6. С. ГОРБАЧЕВ. К 25-летию начала флотораздела. Онлайн-версия информационной газеты «Слава Севастополя», 17.03.2017 2022 йыл 24 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2022)
  7. Адмиралы в запас не уходят. Айдар Хусаинов и культура Уфы. Сайт Яндекс — Дзен (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2022)

Һылтанмалар

үҙгәртергә