Рунет[1] (рус телле Интернет, рус Интернеты) — Интернетта рус телле сайттарҙың бер өлөшө. Бөтә континенттарға, шул иҫәптән Антарктидаға ла таратылған, әммә башлыса БДБ илдәрендә, айырыуса Рәсәйҙә һәм Украинала тупланған. 2018 йылдың февраленә ҡарата, W3Techs компанияһы үткәргән тикшеренеүҙәргә ярашлы, донъялағы 10 миллион самаһы иң популяр интернет-сайттың 6,8 проценты рус телен файҙалана. 2013 йылдан рус теле Интернетта популярлығы буйынса инглиз теленән (51,3 %) һуң икенсе урында тора[2].

Рунет
Нигеҙләү датаһы 1997
Хөрмәтенә аталған .ru һәм компьютерная сеть[d]
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Асыусы йәки уйлап табыусы Раффи Асланбеков[d]
Юғары кимәлдәге интернет-домен .ru, .su, .MOSCOW[d], .рф, .рус[d], .москва[d], .ua[d], .by[d], .kz[d], .қаз[d] һәм .укр[d]
Өлөшләтә тура килә Рунет[d]
Commons-logo.svg Рунет Викимилектә
Рәсәй Банкының 25 һумлыҡ тәңкәһе, 2000 йыл

Рус телен айырыуса йыш файҙаланған домендар: .su, .ru, .рф, .рус, .дети, .ua, .by, .kz, .com, .org. Домен адрестары (IDN), мәҫәлән, өлөшләтә — .su һәм.com, тулыһынса — .рф рус телендә теркәлә ала. Рус телле популяр сайттарҙың бөтәһе лә БДБ илдәре домендарында урынлашмаған. Мәҫәлән, «ВКонтакте» социаль селтәре ВКонтакте vk.com доменын, ә Урыҫ Википедияһы ru.wikipedia.org доменын ҡуллана.

Рус телле баҙар ярайһы уҡ ҙур. Әйтәйек, Рәсәйҙең Рәсәйҙә, Украинала, Ҡаҙағстанда, Беларуста һәм Төркиәлә генә эшләгән Яндекс интернет-компанияһы рус телле файҙаланыусылар менән донъяның бөтә эҙләү системалары араһында 4-се урынды[3] биләй.

РунетҮҙгәртергә

 
Рунет премияһы логотибы

Рунет («ru» — Рәсәй, рус теле йәки домен исеме + «net» — селтәр коды) — Интернет өлөшө. Терминдың аныҡ бер төшөнсә генә аңлатҡан билдәләмәһе юҡ.

Төрлө билдәләмәләргә ярашлы, Рунет — ул:

  • рус Интернеты (рус телле һәм/йәки Рәсәйгә төбәлгән сайттар)[4] (Интернеттың бөтә домендарында);
  • рф, su, ru, am, az, by, ge, kg, kz, md, ua, укр, uz[5] домендарындағы серверҙар;
  • Интернет селтәренең Рәсәй өлөшө[6] (был билдәләмәне Рәсәйҙең дәүләт структуралары өҫтөн күрә[7][8][9]);
  • .ru[10] доменындағы Интернет.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Рунет — Интернет — Яндекс. Словари 2013 йылдың 10 май көнөндә архивланған.Ҡалып:Мёртвая ссылка
  2. Usage Statistics and Market Share of Content Languages for Websites, February 2018
  3. «Яндекс» обошел Microsoft по числу поисковых запросов
  4. Интернетско-русский разговорник 2013 йылдың 10 май көнөндә архивланған.(недоступная ссылка с 14-06-2016 (672 дней))
  5. Определение в справке Яндекса 2005 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.: «Робот Yandex.Ru автоматически считает сервера в доменах su, ru, am, az, by, ge, kg, kz, md, ua, uz принадлежащими Рунету».
  6. Рунет. — Естественные науки — Яндекс. Словари(недоступная ссылка)(недоступная ссылка с 14-06-2016 (672 дней))
  7. Минкомсвязь РФ
  8. Премия Рунета (Федеральное агентство по печати и массовым коммуникациям) 2018 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
  9. Рунету — 10 лет (Федеральное Агентство по печати и массовым коммуникациям) 2012 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
  10. от названия

ҺылтанмаларҮҙгәртергә